«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРТАҠ КҮТӘРЕРҘӘЙ КӨС КӘРӘК
+  - 

Германияның алдынғы ҡарашлы йәштәре канцлер Фридрих Мерц сәйәсәтенә ҡаршылыҡ белдереп, урамдарға сыҡты, тип яҙа Новости Рәсәй мәғлүмәт агентлығы.

Студенттар һәм мәктәп үҫмерҙәре канцлерҙы яратмай, уларға Рәсәй менән конфликт оҡшамай, улар шулай уҡ ҡоралланыуға, һуғышҡа ҡаршы. Ә иң оҡшамағаны - бундестагтың көн-төн Рәсәй менән һуғыш башланыуынан ҡурҡытып, егеттәрҙе мотлаҡ медкомиссияға мәжбүр итеүе. Йәштәрҙең һаулыҡ торошо хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе Германия властары мотлаҡ хәрби хеҙмәтте тергеҙеү маҡсатында файҙаланасаҡ, ә немецтар хеҙмәт итергә теләмәй. Йәштәр үҙҙәренең имен киләсәген Мерц урламаһын өсөн көрәш алып барырға теләй.
Ошо хәрәкәткә хатта Мерцтың үҙ партияһы - Христиан-демократик союздың парламентта 18 урын алып торған йәштәр бүлеге лә ҡушылып китте. Уларҙың талабы пенсияны уртаса эш хаҡынан 48 процент кимәлендә индексациялау буйынса яңы закон проектына ҡағыла, сөнки илдә әҙ һанда ҡалып килеүсе йәштәргә һалым түләүе ауыр бурысҡа әүерелеүе ихтимал. Ғөмүмән, һуң булмаҫ борон Мерцты туҡтатырға кәрәк, тигән фекер үткәрелә, сөнки әлеге ваҡытта ул еңдәрен төрөп, Рәсәйҙең суверенлы активтарын ҡулға төшөрөү, бүлгеләү ниәте менән яна һәм банкында Рәсәй аҡсалары һаҡланыусы Бельгияны ҡотортоп маташа. Ошо бысраҡ, оятһыҙ уғрылыҡ планына ул милләттәше - Еврокомиссия башлығы Урсула фон дер Ляйенды ла үҙ яғына ауҙармаҡсы. Ә үҙенең иле намыҫы һәм абруйы өсөн тырышыусы Бельгия премьеры Барт де Вевер парламент алҡышлауҙары аҫтында Мерц һәм уның әшнәләре планына "арыҫландай" ҡаршы тора, тип яҙа журналист Дмитрий Бавырин. Был йәһәттән тағы ла Дональд Трамп хакимиәте яҡлауына өмөт итергә булалыр, сөнки Аҡ йорт Евросоюз тарафынан Рәсәй активтарын конфискациялауға әлегә ҡаршы: Трампты берлектәге Рәсәй-Америка проекттары менән ҡыҙыҡһындырыуға өлгәшелде. Өҫтәүенә, Мәскәү һәм Вашингтон Украина конфликтын оҙайлы көйләүгә йүнәлтелгән план буйынса эшмәкәрлекте дауам итә. 2 декабрҙә Мәскәүҙә Америка яғы вәкилдәре - АҠШ президентының махсус илсеһе Стив Уиткофф, шулай уҡ Трамптың кейәүе, бизнесмен Джаред Кушнер Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашты. Америка лидеры тәҡдим иткән тыныс көйләү планы буйынса биш сәғәткә һуҙылған һөйләшеүҙәр эшлекле кимәлдә үтте, тип баһаланы осрашыуҙы Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков. Әлегә ауырыраҡ ҡабул ителеүсе пункттарҙы яраштырыу бара, ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса план документында АҠШ-тан тамырынан үҙгәртеүҙәргә барыу талап ителә, шуға күрә әлегә тота килеп килешеү хаҡында һүҙ алып барылмай. Донбасс Халыҡ Республикаһының Киев контролендә ҡалып килгән 20 процент территорияһы ла бәхәс тыуҙыра. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы менән АҠШ-тың Дәүләт департаменты белгестәре ҡатнашлығынан тыш, Украина конфликтын тыныс көйләү мөмкин дә булмаясаҡ, тине президент ярҙамсыһы һәм ошо осрашыуҙан һуң ике яҡ та бер-береһе ҡараштарын яҡшыраҡ аңлауға өлгәште, тип өҫтәне. Үҙ сиратында Дональд Трамп та илсе вәкилдәренең Путин менән осрашыуын ыңғай баһаланы. Украина яғы өсөн көйләү документындағы иң төп ҡатмарлы мәсьәләләр ҙә аталды: территориялар, Рәсәй активтарын файҙаланыу һәм хәүефһеҙлек гарантиялары.
Шул да мәғлүм булһын: 5 декабрҙә Аҡ йорт АҠШ-тың тышҡы сәйәсәт нигеҙҙәрен билдәләүсе милли хәүефһеҙлек буйынса яңы стратегияһын ҡабул итте һәм баҫып сығарҙы. Эксперттар фекеренсә, ул күп йәһәттән Мәскәү ҡараштарына тап килә; унда Рәсәйгә ҡарата тәнҡит юҡ һәм Украина конфликтын көйләү стратегия өҫтөнлөктәренең береһе иҫәпләнә. Ә бына Европанан был документта үҙ хәүефһеҙлектәре өсөн үҙҙәренә яуаплылыҡ алыуы талап ителә. АҠШ-тың яңы стратегияһында Украина конфликты буйынса Аҡ йорттоң Евросоюз чиновниктары менән фекер айырымлыҡтары асыҡтан-асыҡ белдерелә.
Рәсәй АҠШ стратегияһының диалог ҡороуға ынтылышын хуплап ҡабул итте. РФ Хәүефһеҙлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев, яңыртылған стратегияһында Вашингтон бөтөн донъя уның иңендә генә ятмауын таныны, хәҙер ул ошо ауыр бурысты уртаҡ күтәрерҙәй көстәрҙе эҙләй, тип яҙҙы үҙенең Мах платформаһы каналында. Европа лидерҙары Америка баҫымы аҫтында Зеленскийҙың украин ғәскәрен Донбастан сығарырға мәжбүр булыуына юл ҡуймаҫҡа план ҡора, ә инде, әгәр Трамп тыныс килешеүгә өлгәшә алмаған хәлдә, уның бөтөн был проблемаларҙы Европаға ҡалдырып, "һуғыш темаһы"нан сығып китеүенән дә хәүефләнә, сөнки ул саҡта Европа хәрби һәм финанс йәһәттән Украинаға терәк була алыры икеле. Махсус хәрби операция барышы Рәсәй Ҡораллы Көстәренең ВСУ ғәскәрҙәрен әүҙем ҡыҫырыҡлауға алыу шарттарында дауам итә. Украина армияһы тере көстәрен һәм хәрби техникаһын күпләп юғалта бара, дошман һалдаттары яу ҡырын ташлап ҡаса. Рәсәй яугирҙары Украинаның 60-лаған объектына көслө ут асты. Ҡыҫҡаһы, Украина утһыҙ ултыра, ә Рәсәй Ҡораллы Көстәре Днепрға ынтылыш ала. Рәсәй армияһы хәҙер яуҙа танк колонналарын файҙаланыуҙан туҡтап, ҙур булмаған төркөмдәр менән эш итеүгә күсте. Красноармейскиҙы яулағанда тап ошо тактика уңышлы ҡулланылғайны. Британия эксперттары был алымдың хәрби хәрәкәттәрҙәге яңылыҡ булыуын билдәләне. Аналитиктар әйтеүенсә, бындай стратегия төркөмдәрҙе дошман дрондарынан һаҡлай.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 12 - 18 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.12.25 | Ҡаралған: 38

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 3 декабрҙән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡала-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 905 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru