«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨС ЙЫЛҒА САТЫНДАҒЫ ҠАЛА, ЙӘКИ НИСӘ ЙӘШ ҺИҢӘ, ӨФӨ?
+  - 

(Салауат Хәмиҙуллиндың видеофильмы буйынса)

Салауат Хәмиҙуллин:
Рустар тарафынан һалынған Өфө ҡалаһының "Иҫке Өфө" атамаһы менән бәйле булыуы хаҡында беренсе булып Петр Рычков яҙып сыға: "О звании города Уфы можно догадываться, что оно не вновь ему придано, но паче возобновлено прежнее, и сущее то, которым ногайские ханы исстари живучи в здешних местах, город свой именовали, ибо никакого резону не видно, чтоб городу, построенному над самою рекою Белой, коя величиною против реки Уфы вдвое больше, именоваться по реке Уфе…". Ысынлап та, бында яңы ғына күсеп килгән рустарҙың үҙҙәре төҙөгән ҡәлғәгә Өфө тауҙары ашаһында ағып ятҡан йылға исемен ҡушыуҙары икеле. Өфө йылғаһының тамағы ҡәлғә нигеҙләнгән Сутолока йылғасығы тамағынан ни тиклем алыҫ булыуы Ағиҙел йылғаһы ағымы буйлап Кузнецов затоны урынлашҡан киң ярымутрауҙы урап үткән саҡта яҡшы һиҙелә. Рәсәй батшаһының Урус кенәз менән хатлашыуы тексынан Өфө атамаһының йылғаны түгел, ә бындағы урынды аңлатыуы асыҡ беленә: "А на Уфе на Белой Воложке государь велел город поставити, что беглой из Сибири Кучюм царь, пришед к государеву отчину в Казанский уезд в башкирцы, учел кочевати…".
Владимир Агте: Рустар бында килгәс, яңы төҙөлгән ҡәлғәне элекке тораҡ исеме менән атай башлағандарҙыр. Рычков та ошо фаразды яҡлап яҙа. Мин уға ышанам, сөнки ул үҙ заманының бик уҡымышлы заттарынан һанала, хеҙмәттәрендә бик ентекләп тикшерелгән мәғлүмәттәрҙе теркәй. Үҙем дә ошо фараз яҡлымын, сөнки бында ҡасандыр кешеләр йәшәгән тораҡ булған, ә уның ҡайҙа урынлашҡанын археологтар асыҡларға тейеш.
Салауат Хәмиҙуллин: Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рычков "Иҫке Өфө" урынлашҡан тип иҫәпләгән Усол тауы территорияһы бер ҡасан да тикшерелмәгән. Шулай булһа ла, айырым табылдыҡтарҙы бында һуң урта быуаттарға ҡараған мәҙәни ҡатламдар булыуы мөмкинлегенә дәлил итеп ҡарап булыр ине.
Һуң урта быуаттар эпохаһында, йәғни Башҡортостандың Мәскәү батшалығына инеүе алдынан Өфө ярымутрауында ниндәй ситуация булғанлығын асыҡлау күп һорауҙарға яуап табыу өсөн асҡыс булыр ине. Иртә урта быуаттарҙа "Боронғо Өфө" тип исемләнгән ҡала булыуы хаҡындағы тезис менән, теге йәки был иҫкәрмәләр өҫтәп, тикшеренеүселәрҙең барыһы ла тиерлек килешһә лә, һуң урта быуаттар менән бәйле ситуация күпкә ҡатмарлыраҡ.
Һуң урта быуаттарға ҡараған тораҡ ҡомартҡылары табылған хәлдә иртә быуаттарҙағы "Боронғо Өфө" тип атап булған тораҡ, һуң урта быуаттарҙағы "Иҫке Өфө" һәм хәҙерге Өфө араһындағы туранан-тура күсәгилешлек линияһын билдәләп буласаҡ. Шуның өсөн Урус кенәздең батша Федор Ивановичҡа яҙған хатынан алынған бер мәғлүмәтте яңынан ҡарап, анализ биреү урынлы булыр: "…ты на четырех местах хочешь городы ставити: на Уфе, да на Увеке, да на Самаре, да на Белой Воложке..." Белая Воложкалағы ҡәлғә, моғайын, хәҙерге Бирск янындағы нығытылған пунктты белдергәндер. Алда әйтелгәнсә, Нуғай наместничествоһы осорондағы ҡәлғә Өфө тип аталған. Увек - ғәрәп-фарсы сығанаҡтарында иҫкә алынған Алтын Урҙа ҡалаһы Укек булырға тейеш, ул хәҙерге Һарытау ҡалаһы сиктәрендә урынлашҡан була. Һамарға килгәндә, ошо исемдәге тораҡ пункт бер туған Пициганиҙарҙың 1367 йылғы картаһында күрһәтелә. Был картала Өфө тип аталған ҡала юҡ, әммә Һамарҙан төньяҡ-көнсығыштараҡ Паскерти ҡалаһы күрһәтелгән. Авраам Крескестың 1375 йылғы Каталан атласында, ә ул Европа негоцианттары (сауҙагәрҙәре) өсөн географик ҡулланма итеп сығарылған, Пасхерти тип яҙылған пунсон (тораҡ пункттың урынын күрһәтеүсе шартлы билдә) бар. 1872 йылда профессор Филипп Брун үҙенең "Каспий диңгеҙенең XIV быуат карталары буйынса периплы" тигән хеҙмәтендә ошолай тип яҙа: "... город Pascerty, явно тождественный с городом Pascherti, отмеченным на том же месте в карте каталанской, и обязанным своим именем башкирам…"

(Дауамы. Башы 37-44-се, 46-48-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №49, 12 - 18 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.12.25 | Ҡаралған: 41

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 3 декабрҙән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡала-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 905 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru