«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БИК ШӘП БҮЛӘК ТӘ УЛ!
+  - 

"Бәйләнештә" биттәрендә йыш ҡына кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһына йөрөтә башлаһаҡ, русса һөйләшә алмаясаҡ, сөнки өйҙә туған телдә аралашабыҙ, тип борсолоп яҙыусы кешеләргә өндәшкем килә: афариндар, өйөгөҙҙә әсә телендә һөйләшеүегеҙҙе дауам итегеҙ һәм һис борсолмағыҙ, балағыҙ баҡсаға бармаҫ борон уҡ барыбер русса белә, сөнки Үҙәк телевидениенан йәнһүрәттәр ҡарай, йырҙар тыңлай, ә был уларға бик яҡшы "дәрес" - тиҙ генә отоп та алалар. Баланың мөхитен тик бер төрлө телмәр менән генә сикләү мөмкин дә түгел, күберәк тел белгән һайын, уның зиһене, хәтере үҫешә. Кемдәрҙер 3-4 йәшлек балаһына ҡытай, инглиз телдәрен өйрәтеп маташа. Был да һәйбәт, тик туған телен генә онотоп китмәһендәр.

Ә бының өсөн өйҙә мотлаҡ туған телдә нәшер ителеүсе гәзит-журналдар булырға тейеш, тип инанғанмын, сөнки өлкән ейәнемде шулай тәрбиәләнек. Ул әле лә миңә таҙа башҡорт телендә "Киске Өфө" гәзитен ҡысҡырып уҡый. Икенсе яҡтан, мин уны бер аҙға булһа ла смартфон-ноутбугынан ял итһен өсөн дә шулай ҡушам, сөнки таныш күҙ табибы һуңғы ваҡыт күреү һәләтенең насарланыуына зарланып килеүсе үҫмерҙәр һәм йәштәрҙе күп ҡабул итеүе хаҡында һөйләгәйне.
Үҙем дә ялыҡтым был телефон менән интернеттан. Ысынлап та, иртәнсәк тороуға, күҙҙәр ҡыҙарып, сүп төшкәндәй ышҡылып йөҙәтә. Етмәһә, интернет йыш һүнеп йә оҙаҡ көйләнеп тора башланы. Ә инде бөтәһенән дә бигерәк мине үҙебеҙҙең туған мөхит хәл-әхүәле, яңылыҡтар һәм башҡа хәбәрҙәр ныҡ ҡыҙыҡһындыра. "Киске Өфө"нө һайлауым да тикмәнән түгел, унда республика, шулай уҡ баш ҡалабыҙ Өфө хәбәрҙәре тулы һәм уҡымлы итеп бирелә. Гәзитебеҙҙең "Тарихнамә", "Заман башҡорто", "Ҡомар", "Балаңа укы!", шулай уҡ башҡа рубрикалары ла күңелемә ятышлы һәм яратып уҡыйым. Әйткәндәй, күптән түгел киләһе йылға "Киске Өфө" гәзитен яҙҙырып, әхирәтемде лә ифрат ҡыуандырҙым әле. Иң шәп бүләк тә икән ул "Киске "Өфө"!

Мәҙинә ШӘЙӘХМӘТОВА,
педагогия хеҙмәте ветераны.
Өфө ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №50, 19 - 25 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.25 | Ҡаралған: 347

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru