«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠОРОЛТАЙ ҠОРОНДА
+  - 

Граждандар йәмғиәте институты - ул күп төрлө фекерҙәрҙе сағылдырыусы ойошма. Бөгөн Рәсәй Президенты кимәлендә лә, беҙҙең Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы тарафынан да гражданлыҡ йәмғиәте институтының эшмәкәрлеге һанлана, ҡабул ителә. Тимәк, был институт вәкилдәре яңғыратҡан төрлө тәҡдимдәр ҙә, идея-фекерҙәр ҙә иғтибар үҙәгенә алына. Әле генә булып үткән Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының утыҙ йыллығы айҡанлы ойошторолған конференцияла ла, Башҡортостан Башлығы сығыштарында был фекер тағы ла анығыраҡ итеп һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы, уның райондарҙағы һәм ҡалаларҙағы ойошмалары, шулай уҡ Өфө башҡорттары ҡоролтайы ла, граждандар йәмғиәте институтының иң үҙенсәлекле бер өлгөһө һанала. Уларҙың төп бурысы - халыҡ менән власть араһында аралашсы ролен үтәп, уның талаптарын, теге йәки был күренештәр, хәл-ваҡиғалар, ғәмәлдәр тураһындағы фекерҙәрен бар йәмәғәтселеккә, етәкселәргә лә белдереп тороусы бер трибуна булыуға өлгәшеү. Был көндәрҙә булып үткән Өфө ҡала округы башҡорттары ҡоролтайы ултырышында ҡатнашыусы Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитеты рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов, Өфө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Өфө киң профилле һөнәри колледж директоры Сынтимер Баязитов та ошо бурыстарҙы барланы, уларҙы тормошҡа ашырыу юҫығындағы план-ниәттәр тураһында һөйләне, кәңәш-тәҡдимдәре менән уртаҡлашты.
Сарала баш ҡаланың ете районы башҡорттары ҡоролтайҙары рәйестәре йыл буйы эшләнгән эштәренә йомғаҡ яһаны. Уларҙың эшмәкәрлеге, билдәле, үҙҙәренең районында башҡорт мөхитен булдырыуға, башҡорт гимназия-лицейҙары, мәҙәниәт усаҡтарында төрлө саралар ойоштороуға, конкурс-бәйгеләрҙә ҡатнашыуға, милләттәштәрҙе туған тел, туған мәҙәниәт тирәләй берләштереүгә ҡайтып ҡала. Һәм улар был бурысты ярайһы ғына кимәлдә тормошҡа ашыра килә.
Үҙенең сығышында Гөлләриә Рәфҡәт ҡыҙы райондар ҡоролтайҙарына бренд сараларын айырым тематикаға бағышлап, киңерәк масштабта, күберәк халыҡты йәлеп итеп ойоштороу зарурлығын да билдәләне. Мәҫәлән, Ленин районы башҡорттары ҡоролтайына - мәҙәниәт йүнәлешендә, Совет районына - спорт, Октябрь районына - йәштәр һәм балалар, Дим районына - йәш башҡорт ғаиләһе, Орджоникидзе районына - көмөш йәштәгеләр, Киров районына - мәғариф, Калинин районына эшҡыуарлыҡ буйынса саралар ойоштороу йөкмәтелде. Һәр район үҙенә тәғәйен йүнәлеш буйынса саралар планы эшләй, тип билдәләнде. Ҡоролтайҙар шулай уҡ республика һәм Рәсәй кимәлендә үткәрелгән байрамдарҙа (Башҡорт теле көнө, Милли кейем көнө, Ғаилә көнө һ.б.), һабантуйҙарҙа ла башҡорт телен яңғыратырлыҡ, башҡорт мәҙәниәтен балҡытырлыҡ үҙ программаһы менән ҡатнашырға тейеш, тип тә әйтелде.
Шулай итеп, был йыйылыш та, Өфө башҡорттары ҡоролтайы баш ҡалала йәшәгән бар милләттәштәр өсөн дә уртаҡ кәңәш, фекер алышыу ҡоро булырға, һәр кем дөйөм мәнфәғәттәребеҙҙе иҫтә тотоп, был йәмәғәт ойошмаһына теләктәшлек белдереп, ярҙам итешеп, уның эшмәкәрлегенә көс-ҡеүәт өҫтәп торорға тейеш, тип йомғаҡланды.

Гөлбаныу ГӘРӘЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 19 - 25 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.25 | Ҡаралған: 120

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru