
"Беҙ Украина өсөн үлергә теләмәйбеҙ", "Яңы донъя һуғышына - юҡ!" - Париж үҙәгендә, Эммануэль Макрон ишетһен, күрһен өсөн, Франция президенты офисы эргәһендә ошондай плакат һәм транспаранттар тотоп, протест маршына сыҡҡан кешеләрҙең иҫәбе-һаны юҡ, тип хәбәр итә РЕН ТВ күҙәтеүсеһе 14 декабрь материалында.
"Евросоюз һәм уның властары беҙҙе һуғышҡа йәлеп итергә маташа һәм халыҡты донъя һуғышы менән ҡурҡытырға итә. Ә беҙ быны теләмәйбеҙ. Беҙ Рәсәй менән нормаль һәм асыҡ диалог яҡлыбыҙ", - ти "Патриоттар" француз партияһы лидеры Флориан Филиппо. Бының өсөн улар хатта Европа берлегенән баш тартырға ла риза: Франция Евросоюз составынан сыҡһын, Мерц менән Урсула үҙҙәре һуғышһын, тигән талап ҡуялар.
Ә Европа быға әҙерлек алып бара ла инде: Бундесверҙы (ФРГ-ның Ҡораллы көстәре - Авт.) ҡайтанан ҡоралландырыуға киткән 380 млрд евро үҙе ни тора! Ә Британия премьеры Кир Стармер Еврокомиссия рәйесе Урсула фон дер Ляйен менән һүҙ ҡуйышып, артабан да Киевты яҡлаясаҡтарын белдерә һәм, 18-19 декабрҙә, ниһайәт, Рәсәйҙең суверенлы активтарын ҡулға төшөрөүгә ЕС илдәре ризалығын алыу буйынса саммит үткәрергә йыйына. Ләкин бынан алдараҡ булған фекер алышыуҙарҙан күренеүенсә, был планды атҡарырға теләүсе инициаторҙар берҙәмлеккә өлгәшә алмай әле. Венгрия менән Словакия лидерҙары бындай аҡылһыҙ аҙымды һуғыш иғлан итеүгә тиң тип иҫәпләй. Еврокомиссия премьеры Орбан Еврокомиссияны Европа закондарын даими боҙоуҙа ғәйепләй.
Словакия премьеры Роберт Фицо Европаның теләһә ниндәй агрессив планына ҡаршы буласағын туранан-тура әйтә килә. "Тыныс сәйәсәт яҡлы булараҡ, мин Украина конфликтының дауам ителеүен теләмәйем, ә инде тиҫтәләгән млрд евроны хәрби маҡсаттарға тотоноу - был һуғышты дауам итеү тигән һүҙ", - ти Фицо. Ул Словакияның Рәсәйҙән газ һатып ала алмауын, сөнки һатып алған хәлдә "хәрби машина" яҡлы булыуҙа ғәйепләнәсәген, ә шул уҡ ваҡытта Франция менән Германия үҙҙәре Рәсәй газы ҡулланыусылары булыуын уларҙың ике йөҙлөлөгө тип атаны һәм Еврокомиссияны судҡа бирергә йыйыныуҙарын белдерҙе.
Немец канцлеры Мерц үҙ адресына тәнҡитте ишетмәмешкә һалыша һәм Украина сығымдарын Рәсәй аҡсаһы иҫәбенә ҡаплатыу уйынан кире ҡайтырға теләмәй, сөнки Германияның ҡаҙнаһы буш. Киләһе йылға ил бюджеты рекорд кимәлендә бурыс менән (ул 180 млрд евронан ашып китә) раҫланды, ә шул уҡ ваҡытта Украинаны финанслауҙы Германия 11,5 млрд евроға тиклем арттырҙы. Етмәһә, канцлер үҙе лә таныуынса, иҡтисад үҫеше буйынса ГФР Американан 10 йылға ҡалыша. Ошондай шарттарҙа Мерц ил граждандарын хәрби бурыс үтәүгә мәжбүрләмәксе.
АҠШ-тың Украина конфликтын көйләү планына килгәндә, РФ Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков Рәсәйҙең был план буйынса үҙ ҡараштарын Вашингтонға асыҡ, аңлайышлы итеп еткереүе, ләкин, әгәр планға Киев режимы тарафынан Евросоюз башлыҡтары менән берлектә ниндәйҙер үҙгәрештәр индерелә ҡалған хәлдә, быға ҡәтғи ҡаршы буласағы хаҡында һөйләне. Киң мәғлүмәт каналдары АҠШ президенты Дональд Трамптың Украина башлығы Зеленскийға Донбасс буйынса территория килешеүенә барырға тәҡдим итеп, баҫым яһауы тураһында яҙа. Шуға ҡарамаҫтан, Зеленскийҙың территориялар мәсьәләһе буйынса "бөтә Украина референдумы" үткәреү ихтималлығы хаҡында һүҙҙәрен Трамп иғтибарға алды. Зеленский АҠШ планынан Украина өсөн бәхәс тыуҙырыусы пункттарҙы алып ташлауы һәм хәҙер документтың 20 пунктҡа ҡалдырылыуы хаҡында һөйләне. Ә Юрий Ушаков һөйләүенсә, Зеленскийҙың үҙ белдеге менән үҙгәртелгән документта Рәсәй тарафынан ҡабул ителмәҫлек положениелар булыуы мөмкин. Ә Рәсәй конфликтты көйләү мәсьәләһендә үҙ маҡсаттарын эҙәрләүсе Европа лидерҙары ҡарашын түгел, ә АҠШ йүнәлешен иғтибар үҙәгендә тота.
Сәйәси күҙәтеүсе Дмитрий Бавырин фекеренсә, Украина өсөн ике юл бар: беренсеһе - уның Рәсәй ҡуйған шарттарҙы ҡабул итеүе һәм һуғышты туҡтатып, тыныс тормоштан мәғәнә табыуы. Уңға барһаң - уңырһың, һулға барһаң - туңырһың, тигәндәй, икенсе юл - Трамптың тыныслыҡ планынан баш тартып, бының бөтөн эҙемтәләрен иңенә йөкмәү. Был Украина өсөн ауыр юл буласаҡ: Америка ул хәлдә Украинаны разведка мәғлүмәттәренән, ҡоралдан һәм башҡа төр ярҙамдан мәхрүм итәсәк. Был иһә Украина Ҡораллы көстәре хәлендә, шулай уҡ ил халҡының томош кимәлендә сағыласаҡ. Ә Зеленский өсөнсө, "типик украин" юлын һайлай, күрәһең: тура яуаптан ҡасыу, уңлы-һуллы һуғылыуҙар һәм ҡойроҡ болғау. Ә инде Украина конституцияһына ярашлы, территориялар буйынса теләһә ниндәй килешеүҙәр референдумда раҫлана, ләкин бының өсөн хәрби хәлде юҡҡа сығарыу талап ителә, сөнки ул һуғыш шарттарында үткәрелмәй, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 19 - 25 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА