«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

"ФӘРЗӘНӘ КӨНБАЙЫШҠА БАРА"
+  - 

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советта ҡатнашыусы мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре һәм журналистар Өфөнөң "Родина" кинотеатрында "Фәрзәнә көнбайышҡа бара" хәрби-патриотик фильмдың ябыҡ премьераһына йыйылды.

Белеүегеҙсә, фильм 1944 йылда Учалы районынан дүрт йөҙ илле баш һыйырҙы фашистарҙан азат ителгән Украинаға ҡыуып алып барып, күп кешене аслыҡтан ҡотҡарған үҫмерҙәрҙең ҡаһарманлығына арнала. Элегерәк был тема бер нисә башҡорт авторҙарын илһамландырған булған. Ә был фильмдың сценарийын ана шул баҫылып сыҡҡан материалдарға таянып, журналист, драматург Баныу Ҡаһарманова яҙған һәм Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаһының ыңғай рецензияһын алған.
Фильмдың режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат Йосопов проекттың бик ҡатмарлы булыуы хаҡында һөйләне. Сөнки бында Ворошиловград (хәҙерге Луганск), Сталинград (Волгоград), украин утарҙары, башҡорт ауылдары телгә алына. Төрлө хәл-шарттарҙа фильм геройҙарының характеры асыла, үҙ-ара мөнәсәбәттәре үҫешә. "Минең өсөн тормоштоң бөтә мәғәнәһе - ошо тарихта: кеше, Фәрзәнә кеүек, үҙен уратып алған мөхиттән сығып ҡасып, донъяны танып белә башлай, тормошҡа өмөтө өҙөлә. Минең өсөн уның күңелендә, аңында йәшәгән кешенең тылдағы бөтә ҡатмарлы хәлдәрҙә лә яҡшылыҡ яғында ҡалыуы мөһим ине. Беҙ был образ йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы булһын өсөн тырыштыҡ", - тип билдәләне Булат Йосопов.
Төп ролде Өфө уҡыусыһы, республикала билдәле актерҙарҙың ҡыҙы Әминә Сәлмәнова башҡара. "Был минең кинолағы тәүге ролем. Мин ошо юлды үттем һәм бирешмәнем, шуның өсөн үҙемә рәхмәтлемен. Ролгә инергә һәм унан сығырға өйрәнергә тура килде. Беҙ иртәнән башлап төнгә тиклем эшләнек, еңелдән булманы, әммә мин процестан ҡәнәғәтлек алдым", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Әминә.
Шәүрә Сәғитова ижад иткән сифатлы музыка фильмдың милли колоритын асыҡ сағылдыра. Композитор шулай уҡ фильмда бер нисә башҡорт йырын башҡара.
"Башҡортостан" киностудияһы директоры Юнир Әминев әйтеүенсә, Махсус хәрби операция барған осорҙа фильмдың экранға сығыуы бик актуаль. "Беҙ Донецк, Луганск республикаларына ярҙам итәбеҙ, гуманитар ылау йыябыҙ. Атай-олатайҙарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ярҙам итһә, беҙ хәҙер көнсығыш Украинала йәшәгән ватандаштарыбыҙға ярҙам күрһәтәбеҙ. Әлеге фильм өҫтөндә ике йылдан ашыу эшләнек, күпселек кадрҙарҙы "Башҡортостан" киностудияһы павильонында төшөрҙөк, компьютер графикаһын һәм яһалма интеллектты файҙаландыҡ, - тине Юнир Әминев.

Ләйлә Аралбаева.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 19 - 25 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.25 | Ҡаралған: 381

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru