«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘЙҘӘ, ТҮЛӘ ЛӘ ТҮЛӘ!
+  - 


Ғәҙәттә, беҙ йыл ахырында түгел, ә яңы йылдан ниндәйҙер яңылыҡтар көтәбеҙ, ләкин тормош бөгөн йыш үҙгәреп тора, элекке закондар яңыса шарттарға яраҡлаштырыла, үҙгәртелә-төҙәтелә; һалым, штраф төрҙәре арта бара һәм был аңлашыла: халыҡҡа ғына түгел, ҡаҙнаға ла аҡса кәрәк - йылды буш кеҫә менән оҙатыу яраған эш түгел, уның эҙемтәһе киләсәкке айҙарҙа сағылыш алыуы бар бит, юғиһә.

Шулай итеп, декабрҙә лә беҙ ҡайһы бер закон үҙгәрештәренә шаһит булдыҡ. Мәҫәлән, РФ торлаҡ закондарына үҙгәрештәрҙең береһе күп фатирлы йорттарҙың дөйөм милкенә контролде көсәйтеү мәсьәләһенә һәм ошо йорттарҙа йәшәүселәрҙең хоҡуҡтарына ҡағыла. Күп ҡатлы йорттарҙың архитектура йөҙөн һаҡлау маҡсатында уларҙың фасад өлөшөнә кондиционер, антенналар һәм башҡа шундай ҡорамалдарҙы йорт милекселәре йыйылышы һәм күпселек рөхсәте менән генә ҡуйырға мөмкин буласаҡ. Был шулай уҡ ҡыйыҡ аҫты сарҙаҡтарын һәм подвалдарҙы файҙаланыуға ла ҡағыла. Декабрҙән шулай уҡ цифрлы паспорт системаһын индереүҙең икенсе этабы башланды. Уның ярҙамында граждандар банктарҙа йә башҡа финанс ойошмаларында үҙ шәхестәрен таныта ала. Шул уҡ ваҡытта цифрлы паспорт әлеге документтың ҡағыҙ нөсхәһен барыбер тулыһынса алыштыра алмаясаҡ һәм ҡайһы бер осраҡтарҙа талап ителгәнсә, ҡағыҙ паспорт та кәрәк буласаҡ.
1 декабрҙән шулай уҡ автомобилдәрҙе үтилләштереү йыйымын иҫәпләүҙең яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә ашырылды. Был йәһәттән төп яңылыҡтарҙың береһе - шәхси файҙаланыуҙағы 160 ат көсөнән ҡеүәтлерәк двигателле машиналарға үтилләштереү йыйымы ташламаларының бөтөрөлөүе. Хәҙер бындай машина хужаларына үтиль йыйымы 1-1,5 млн һәм унан да ҡиммәтерәккә төшәсәк. Мәҫәлән, әлегә тиклем Geely Monjaro моделе өсөн 3 400 һум түләнгән булһа, 1 декабрҙән 842 000 һум сығарып һалырға тура киләсәк. Toyota RAV4 автомобиле өсөн 1 декабрҙән 2 002 000 һум һәм киләһе йылдың ғинуарынан - 2 402 400 һум; 4,4 литрлыҡ BMW X5 М өсөн декабрҙән - 3 818 000 һум, ә киләһе йылдың 1 ғинуарынан 4 581 600 һум өҫтәмә түләргә кәрәк буласаҡ. Автобаҙар белгестәре бындай хаҡтарҙан һуң яңы ҡиммәтле машиналарға һорауҙың бермә-бер кәмейәсәген күҙаллай.
1 декабрҙән алып 2026 йылдың 30 июненә тиклемге осорҙа ил сиге пункттарында Рәсәйгә инеү йәки сығып китеү ваҡытында сит ил граждандарының бармаҡ эҙҙәре өлгөләре һәм фотоһүрәттәре алып ҡалынасаҡ.
Былары инде, ярай, һәр кем мәнфәғәтенә ҡағыла торған үҙгәрештәр ҙә түгел, мәғлүмәт һәм хәбәрҙар булыу өсөн генә әйтеп кителде. Ә бына киләһе йылдың 1 ғинуарынан коммуналь хеҙмәттәргә тағы ла ҡиммәтерәк хаҡтар яҙылған квитанциялар ала башларһығыҙ, тигән хәбәр һәр кемдең яңы йыл кәйефен боҙорлоҡ булғандыр. Бер яҡтан, дөрөҫ, кемдәрҙеңдер ғәзиздәре ил һаҡлап яуҙа айҡашҡанда, яңы йыл кәйефе ҡайғыһымы... Йәшәү хаҡтары туҡтауһыҙ арта барған шарттарға күнегеп тә барыла инде, тик шулай ҙа коммуналь түләүҙәр өсөн, мәҫәлән, ҡарттар пенсияларының ҡап яртыһын түләй башлаһа ла ауыр хәл бит әле... Ошо йыл эсендә генә лә граждандарҙың фатир өсөн түләүҙә бурыстары 72 миллиардҡа артҡан. Ә һуңғы йылдарҙа тупланып киткән дөйөм бурыс 876,4 миллиард һумға барып баҫты, тип яҙа "Известия" гәзите. Эксперттар билдәләүенсә, был йәһәттән тарифтар үҫешен тотҡарлау ҙа хатта ярҙам итмәйәсәк, сөнки коммуналь түләүҙәр күләме рәсәйҙәр килеменә ҡарағанда шәберәк арта бара. Дәүләт Думаһы депутаты Роман Лябихов әйтеүенсә, коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар ғаилә килеменең 10 процентынан да ашып китергә тейеш түгел дә бит... Индексация йылылыҡ менән тәьмин итеүҙән алып, сүп-сар сығарыуға тиклем ҡағыласаҡ. Яңы йылдың 1 ғинуарынан тарифтар 1,7 процентҡа, ә 1 октябрҙән төрлө төбәктәрҙә төрлөсә: 8-ҙән алып урыны менән 22 процентҡа тиклем арттырыласаҡ.
Ә бына Башҡортостанда киләһе йылдың октябренән тариф 10,7 процент кимәлендә билдәләнгән, ләкин айырым муниципалитеттарҙа ул индекстан 2,1 процентҡа тирбәлеүе мөмкин. Шуныһы ла мөһим: беҙ түләгән аҡсалар ҡайҙа китеп тора һәм нисек файҙаланыла һуң? Был йәһәттән ресурс хужалары адресына һәр ваҡыт тәнҡит һүҙҙәре ишетергә тура килә. Эксперт, Рәсәй Торлаҡ союзы рәйесе Константин Крохин фекеренсә, аҡсаларҙың коммуналь инфраструктураны модернизациялауға тотонолмауы билдәле, сөнки бының өсөн тейешле механизм юҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар үҙаллы рәүештә аҡсаларҙы үҫеш һәм системаны яңыртыуға инвестициялай алмай, бының өсөн сумма ла етерлек түгел. Торлаҡ-коммуналь инфраструктураһын яңыртыу өсөн аҡсаны йә инвесторҙар, йә дәүләт бирә. Былтыр, мәҫәлән, ошо маҡсаттарҙа инфраструктураны яңыртыу программаһы сиктәрендә дәүләт (1,5 трлн) һәм инвесторҙар (3 трлн) тарафынан аҡса күсереү хаҡында һүҙ булып алһа ла, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһы бер тин дә ала алманы, ти Крохин. Иҫкергән торбалар шартламаһын, ваҡытында ремонт эштәре башҡарылһын, граждандарға сифатлы хеҙмәт күрһәтелһен өсөн ҡулланыусы икеләтә түләргә тейеш булып сыға түгелме? Хеҙмәттәрҙән файҙаланған өсөн дә, коммуналь предприятиелар банкротҡа ҡалып, ябылып бөтмәһен өсөн дә.
Уның ҡарауы, йылылыҡ, электр энергияһы, һыу һәм газ менән тәьмин итеүсе ресурс компаниялары иркенгә сыҡты: ҡулланыусы түләгән аҡсаларҙың күпселек өлөшөн улар ҡайырып ала. Тарифтар индексацияһы, дөрөҫөн генә әйткәндә, уларҙың аппетитына бәйле. Мәҫәлән, киләһе йыл ил буйынса электр энергияһына тарифтың 11,3 процентҡа артыуы көтөлә, был башҡа төр ресурстар араһында иң юғары кимәл буласаҡ. Ә бит йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү тарифтары тап ана шул электр энергияһы менән газ хаҡтарына туранан-тура бәйле. Газға ла хаҡ артасаҡ: зәңгәр яғыулыҡ киләһе йыл 9,6 процентҡа ҡиммәтләнә. Шул уҡ ваҡытта матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларында билдәләнеүенсә, Рәсәй G20 илдәре араһында иң арзан электр энергиялы өс ил иҫәбендә тип танылды, тик бынан ҡулланыусыға бер ниндәй ҙә файҙа юҡ: уның кеҫәһе йоҡара ғына барасаҡ.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 26 декабрь 2025 йыл – 1 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.12.25 | Ҡаралған: 29

Киске Өфө
 

Яңы йыл алдынан әйтелгән ихлас теләктәр тормошҡа аша, ти. Уның сере нимәлә, беләһегеҙме? Тап Яңы йыл байрамы алдынан еткерелгән теләктәрҙе беҙҙең үҙебеҙҙең ҙә ихласлап, уларҙың ысынлап та бойомға ашырына ышанып, мөғжизәләй күреп ҡабул итеүебеҙҙә. Шуның өсөн "Ихлас теләктәргә йөрәктәрҙе асайыҡ!" тип әйҙәләйбеҙ һеҙҙе. Ҡотлаусыларҙың Ихласлығы, Йөрәк нуры, Һөйөүе һәм Хөрмәте күңелдәрегеҙҙе яҡтыртһын, донъяларығыҙҙы биҙәһен!

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru