«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫМЫҘ ЭСӘЙЕК!
+  - 

Бөгөн беҙҙе уратып алған ер, һыу, һауабыҙ аяуһыҙ бысраныуға дусар ителгән заманда көн дә тәғәм ҡылған икмәгеңә ҡәҙәр уйланыбыраҡ, шикләнеберәк ҡарарға тура килә. Был һүҙҙәр өсөн изге икмәккәй рәнйемәһен, ғәфү итә күрһен инде, ғәйеп ризыҡта түгел, беҙҙең үҙебеҙҙә.

Тирә-яҡ мөхит, экологияны һаҡламау, уға ҡоротҡослоҡ ҡылыу ахырҙа ғәҙел яза рәүешендә кешелектең үҙенә кире ҡайта. Үҫемлекселек продукттары фәҡәт нитраттан тора кеүек хәҙер, айырыуса үҙең үҫтермәгән һәм һатып алынғаны, ситтән килтерелгәне пластилин уйынсыҡтарға оҡшаш: хуш еҫе лә, тәме лә булмаған ялтыр алмалар, башҡа шундай емеш-еләк. Уларҙың файҙаһынан зыяны күберәктер, моғайын. Эсәр һыуыбыҙ сифаты тураһында һөйләп торорға ла түгел.
Хас та ғибрәтле әкиәттәге кеүек: ризыҡ күп, шөкөр, баҙар, магазин кәштәләре һығылып ята, ә шулай ҙа уларҙы һатып ала һалырға күңел тартмай. Кем нисектер, мин үҙем матур натюрмортлы картина эргәһенән үткәндәй, ҡарап ҡына китәм бындай рәттәрҙе. Һатып алыусы хәҙер барыбер тауар, ризыҡ ярлыҡтарын ентекләп уҡырға тырыша (ундағы мәғлүмәттең дөрөҫлөгөнә бер кем дә гарантия бирә алмай, әлбиттә).
Бындай шарттарҙа иң яҡшыһы - үҙебеҙҙең республикала етештерелгәнде һәм тағы ла һәйбәтерәге - шәхси хужалығыңда үҫтерелгәнде ҡулланыу. Үкенескә ҡаршы, һәр кемдең дә бындай мөмкинлеге юҡ, айырыуса ҡала халҡының. Шулай ҙа аптырап ҡалырға ярамай. Организмды даими рәүештә шлак һәм токсиндарҙан таҙартып, матдәләр алмашыныуын көйләп, витамин һәм микроэлементтарға бай аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк биреп йәшәгән осраҡта әлегә буйтым ғүмер һөрөргә мөмкин әле, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ һис тә.
Әле генә әйтеп киткән ошо өс ҡағиҙәне бер юлы хәл итеү мөмкинлеге барлығын да беләһегеҙҙер, моғайын? Был хаҡта элегерәк "Киске Өфө" биттәрендә ҡымыҙ һәм ҡымыҙ менән дауалау эшенә 50 йыл ғүмерен бағышлаған төплө белгес-ғалим Әмир Шамаев сығыш яһағайны. Уның һөйләгәндәрен тыңлағас, миндә: "Их, ҡымыҙ ғына эсеп торһаң, ашамай йәшәргә лә була икән дәһә!"- тигән фантастик уй тыуғайны башта. Ләкин бында бер ниндәй фантастика ла юҡ, ҡымыҙ - хаҡһыҙ (енәйәттәрсә!) онотолған үҙе бер фантастика! Башҡорт далаларына килеп ҡымыҙ менән дауаланыусы XIX быуат ғалимдарының береһе шулай тип яҙып ҡалдырған: "Ҡымыҙға бер өйрәнһәң, уны башҡа төр эсемлектәр менән алыштырыу мөмкин түгел. Ул һыуһынды ҡандырып ҡына ҡалмай, асығыуҙы ла баҫа, тик шул уҡ ваҡытта ҡымыҙ эсһәң, аҙаҡ күпме теләйһең, шунса ашарға ла була, ғөмүмән, ашамай ғына торорға ла мөмкин - асыҡтырмай".
Табип-ғалим булараҡ, Әмир Ғабдрахман улы Шамаев ҡымыҙҙың түбәндәге шифалы үҙенсәлектәрен билдәләгәйне: "Бейә һөтө һыйырҙыҡынан аҡһым һәм углевод составы буйынса ныҡ ҡына айырылып тора. Ошо ике компоненттың нисбәте яғынан бейә һөтө ҡатын-ҡыҙ - әсә һөтөнә яҡын тора. Әлеге көндә Ер шарында йәшәүсе халыҡтарҙың күпселеге аҙыҡты үҙләштереүҙә булышлыҡ итеүсе триптофан, лизин һәм метионин тигән өс төр аминокислотаға мохтажлыҡ кисерә. Ҡымыҙ тап бына ошо алыштырғыһыҙ аминокислоталарҙың ифрат бай сығанағы булып тора ла инде".
Бына ошо һүҙҙәрҙән һуң нисек итеп милләттәштәргә, әйҙәгеҙ, ҡымыҙ эсеп кенә йәшәйек, тип өндәшмәҫһең! Ҡымыҙҙың организмды ғына түгел, тотош йәшәйешебеҙҙе сәләмәтләндерерлек ҡеүәте бар. Араҡынан ағыуланып, күҙҙәре тонған, мейеләре шыйыҡланған, нервылары ҡаҡшаған алкоголиктарҙы үлемесле һәләкәт ҡосағынан тартып алыуҙа, уларҙы таҙарындырыуҙа, дауалауҙа бер ҙур ярҙам һәм ысын мәғәнәһендә тәбиғи шифа була алыр ине ул - ҡымыҙ!
Халҡыбыҙ сәләмәт һәм һәр саҡ айыҡ булһын, тиһәк, әйҙәгеҙ, ҡымыҙ эсеп кенә йәшәйек!

Фәйрүзә ИШБИРҘИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 26 декабрь 2025 йыл – 1 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.12.25 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 
Яңы йыл алдынан әйтелгән ихлас теләктәр тормошҡа аша, ти. Уның сере нимәлә, беләһегеҙме? Тап Яңы йыл байрамы алдынан еткерелгән теләктәрҙе беҙҙең үҙебеҙҙең ҙә ихласлап, уларҙың ысынлап та бойомға ашырына ышанып, мөғжизәләй күреп ҡабул итеүебеҙҙә. Шуның өсөн "Ихлас теләктәргә йөрәктәрҙе асайыҡ!" тип әйҙәләйбеҙ һеҙҙе. Ҡотлаусыларҙың Ихласлығы, Йөрәк нуры, Һөйөүе һәм Хөрмәте күңелдәрегеҙҙе яҡтыртһын, донъяларығыҙҙы биҙәһен!

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru