|
Беҙҙең номерҙар
|
| |
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
Декабрь
Ғинуар
|
|
ҠОРАЛ КЕМДЕКЕ - ЗАМАН ШУНЫҠЫ
|

Махсус хәрби операция барышындағы хәҙерге дрондар һуғышы бынан бер нисә йыл элек кенә әле фантастик күренеш булып күренер ине, моғайын. Ә бөгөн был замана ҡоралына күнегеп тә кителде инде. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә пилотһыҙ аппараттар бөгөнгө хәрби яу барышы хаҡында беҙҙең аңыбыҙҙы тамырынан үҙгәртеп ебәрҙе һәм хәрби ҡоралланыу өлкәһендә революция яһаны.
МХО барышында беҙҙең яугирҙар пилотһыҙ системалар ҡулланыуҙа ҙур һәм бай тәжрибә тупларға өлгөрҙө. Шуның өсөн дә Верховный Баш командующийҙың был йүнәлештә айырым ғәскәр төрө булдырыу тураһындағы ҡарары бик ваҡытлы һәм дөрөҫ булды, ти хәрби эксперттар. Шулай итеп, күптән түгел РФ Ҡораллы Көстәр составында һауала, һыуҙа һәм ҡоро ерҙә пилотһыҙ дрондарҙы файҙаланыу юлы менән хәрби хәрәкәттәр алып барыу өсөн тәғәйенләнгән яңы төр - Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре (ВБС йәки ВБпС) - барлыҡҡа килде. Ләкин бының менән генә эш бөтмәй: хәҙер махсус курс-мәктәптәрҙә пилоттар әҙерләү башланды, шул уҡ ваҡытта дрондар етештереү дәүләт әһәмиәтендәге бурыс булараҡ ҡарала.
РФ Президенты Владимир Путин был мәсьәләне даими контролдә тота һәм яҡындан ҡыҙыҡһына. Пилотһыҙ аппараттар разведкалау, радиоэлектрон көрәш, территорияларҙы миналау йә булмаһа миналарҙан таҙартыуҙа ҡулланыла. Ләкин иң беренсе сиратта, Президент билдәләүенсә, улар ҡорал булараҡ юҡ итеү сараһы ла. "Улар бронетехниканы, терәк пункттарҙы, элемтә системаһын, транспортты, дошмандың тере көсөн сафтан сығарырға һәләтле. Бөгөн беҙҙең дрон операторҙары иҫәбендә дошмандың байтаҡ ҡына - 50 процентҡа яҡын техникаһы һәм объекттары юҡ ителде һәм зыян күрҙе",- ти Президент. Рәсәй Геройы, хәрби журналист Евгений Поддубный әйтеүенсә, дрондар ҡайһы бер осраҡтарҙа штурмлаусы авиацияны ла алыштыра ала һәм яу ҡырында пехотаның хәрби хәрәкәттәренә булышлыҡ итә. Дрондарҙың һуғыш тактикаһына ғына түгел, стратегик планлаштырыуға ла йоғонтоһо ҙур. Ҡыҫҡаһы, улар хәрби хәрәкәттәр алып барыу ысулдарын күпкә үҙгәртеүгә өлгәште.
Беҙҙең дрондар төрҙәренә килгәндә, иң тәүгеләрҙән булған "Упырь" дошмандың Днепр аша йөҙөп сығып, беҙҙең яҡта нығынырға маташыусы боевиктарҙың йөҙәрләгән кәмәһен һыуға батырҙы. Уны ябай гараж оҫтаханаһында хәрби тәжрибәһе булған ир-егеттәр йыйылып, деталдәрен үҙҙәре һатып алып, ҡулдан йыйып башлап ебәргәйне. Тағы бер дрон - "Ланцет" иҫәбендәге юҡ ителгән объекттар һаны меңәрләп иҫәпләнә. "Герань" камикадзе дроны ла киң билдәлелек яуланы һәм дошман боевиктарының ҡотон алыуын дауам итә. Разведкалаусы "Лелека", самолет рәүешендәге "Бобер" һәр береһе үҙ бурыстарын уңышлы башҡара. Ә бына бер юлы дүрт миномет снаряды аҫып осоусы "Мәскәй әбей" ("Баба Яга") иң күп таралған бомбаға тотоусы аппарат, ул өҫкө яҡтан Starlink спутник интернеты тәрилкәһенә тоташтырылған. Махсус операция барышында Һауа һөжүменә ҡаршы оборона (ПВО) көстәре тарафынан 80 меңдән ашыу һауалағы сәп юҡ ителгән булһа, шуларҙың 90 проценты әлеге беҙҙең дрондар өлөшөнә тап килә. Әйткәндәй, ҡоралланыу буйынса яңы дәүләт программаһы сиктәрендә эшләнеүсе тағы бер яңылыҡ - ПВО-ның универсаль системаһы элементы - лазер ҡоролмаһы. Әлеге ваҡытта ул полигондарҙа һынау үтә. Күҙгә күренмәҫ нур дошмандың самолет рәүешендәге осоусы аппараттарын ҡыйратып төшөрә ала.
Тағы ла шуныһын әйтергә кәрәк: уйлап сығарыу һәләтенә эйә, яңынан-яңы алымдар ҡулланыусы беҙҙең зирәк БПЛА операторҙары дошмандың "Мәскәй әбейе"нә һунар ойошторған. Эйе, боевиктар ҙа йоҡлап ятмай: украиндарҙың ауыр дрон-бомбалаусы аппараттары беҙҙең яугирҙар ҡанын әҙ боҙманы, иллә. Ниһайәт, уларға ҡаршы көрәш серен тапҡан беҙҙең отҡор егеттәр. 3 метрлыҡ диаметрлы нескә генә балыҡсы ауы пиропатрон ярҙамында атылып сыға ла, разведкалаусы "Мавик" дроны күрһәткән дошман дронының винттарын сырмап та ала. Быныһы инде тап халыҡсан зирәклекте күрһәтеүсе "ҡоралланыу" алымы һәм ул бик арзанға ла төшә икән. Сауҙа нөктәләрендә 70-100 мең торған был ауҙарҙы яугирҙар 3D принтерында сығарып алалар һәм ул ни бары 1200 һумға төшә, ә украиндарҙың "Мәскәй"е - һәр береһе 2 млн һум самаһы! Йыл ярым эсендә беҙҙекеләр 2,5 мең дошман дронын ошондай ысул менән бәреп төшөргән, тип яҙа KP.RU хәрби хәбәрсеһе Григорий Кубатьян үҙенең ошо хаҡтағы репортажында.
Ләкин украин дрондарын бәреп төшөрөү менән генә сикләнмәй икән егеттәр, һәр ғәмәлгә әмәл бар, тигәндәй, трофей аппараттарҙы улар яңынан осорға әҙерләп, уны дошмандың үҙенә ҡаршы тәғәйен задание менән кире осора. "Рәсәй сәнәғәте ҡоралланыу етештереүҙә ҡеүәтле һикереш яһаны, - тине РФ Президенты Владимир Путин ҡоралланыу дәүләт программаһы буйынса кәңәшәмәлә.- Шәхси бронялы һаҡлағыс саралары етештереү - 18 тапҡырға, юҡ итеү ҡоралдары һәм боеприпастар эшләп сығарыу 22 тапҡырҙан күберәккә артты". Бынан алдараҡ иһә Президент Рәсәйҙең донъяла тиңе булмаған алдынғы ҡоралланыуға өлгәшеүе хаҡында белдерҙе һәм илдәге ядро көстәренең заманса кимәле 92 процентҡа барып баҫыуы хаҡында әйтте. Шул уҡ ваҡытта ул "Орешник", "Циркон", "Сармат"кеүек ракеталар менән бер рәттән, яңы төр ҡоралдар иҫәбендә "Авангард" тауыш тиҙлегенән юғары аэробаллистик хәрби ҡоролма менән "Буревестник" алыҫҡа осоусы континенталь-ара ҡанатлы ракетаны ла иҫкә төшөрөп китеүҙе кәрәк тапты.
Ошондай көстәр тигеҙһеҙлеге шарттарында ла, РФ Сит ил эштәре министры урынбаҫары Сергей Рябковтын, Украина конфликты тамамланыуға күп ҡалманы, тип белдереүенә ҡарамаҫтан, Киев властары Евросоюз менән берлектә, теләһә ниндәй тыныс килешеүҙәрҙе лә ҡыйратырға икеләтә көс туплаясаҡтары хаҡында белдерә.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 - 15 ғинуар 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
|
Яҙылған: 30.12.25 | Ҡаралған: 24
|
|
|
Киске Өфө
|
| |
|
Эрнест Хемингуэй "Бәхет - ул ныҡлы һаулыҡ һәм насар хәтер" тигән. Ысынлап та, беҙ йыш ҡына үткәндәге уңышһыҙлыҡтар, үпкәләүҙәр, ҡурҡыуҙар һәм тулҡынланыуҙар тураһындағы хәтирәләр менән йәшәйбеҙ. Әйҙәгеҙ, яңы йылда күңелдәрҙән был хәтирәләрҙе сығарып ташлайыҡ, Яңы йылда тормошобоҙҙа ла, күңелдәрҙә лә барыһы ла көйләнәсәк һәм яҡшырасаҡ, тигән өмөт, ышаныс менән йәшәйек.
|
|
Беҙҙең дуҫтар
|
| |
|
|
|