«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

2026

Ғинуар
   01 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИМАНҺЫҘ ҠУРҠАҠ БУЛЫР
+  - 


Ҡапылғарай уйлағанда, иманһыҙ кеше, киреһенсә, ҡурҡаҡ та булмаҫҡа тейеш һымаҡ. Ни өсөн тигәндә, башҡаларға зыян килтереп яһалған яуыз ҡылыҡтары өсөн намыҫ, выждан ғазаптары кисереүҙән ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәгән кеше башҡаһынан да ҡурҡмайҙыр, тигән уй нығынған. Иманһыҙ кеше шул уҡ ваҡытта батыр ҙа түгел һымаҡ. Әммә иманһыҙ кеше яһаған батырлыҡтың башҡаларға яҡшылыҡ килтереүе лә бар бит әле. Әйтәйек, ниәтһеҙ генә, осраҡлы рәүештә. Был осраҡта нисек икән? Ҡыҫҡаһы, "Иманһыҙ ҡурҡаҡ булыр" әйтеме, беҙ уйлағанса, ябай ғына йөкмәткеле түгел. Ошо өс кенә һүҙҙән торған әйтемгә бер үк ваҡытта оло мәғәнә һәм оло ҡапма-ҡаршылыҡ һалынған. Булмаһа, әйтемдең йөкмәткеһен ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер юҫығында тикшереп ҡарайыҡ.

- Донъялағы һәр нәмә Хоҙай тарафынан барлыҡҡа килтерелгәнме? - тип һораған университет профессоры үҙенең табиптарынан.
- Эйе, барыһы ла Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәтенән, - тип ҡыйыу ғына яуап биргән бер студент.
- Хоҙай донъялағы бар нәмәне лә яралтҡанмы? - тип артабан һораған профессор.
- Эйе, - тип яуаплаған студент.
- Әгәр ҙә Аллаһ Тәғәлә барыһын да барлыҡҡа килтергәс, донъялыҡтағы яуызлыҡты ла ул бар иткән булып сыға бит. Икенсенән, һәр кемдең ҡылған ғәмәле уның асылын, булмышын билдәләй, тигән принцип буйынса ҡараһаҡ, яуызлыҡты бар иткән Аллаһ Тәғәлә үҙе лә яуызлыҡ булып сыға түгелме, улай булғас?
Студент профессорҙың был һорауына бер нисек тә яуап ҡайтара алмаған. Был хәлдән профессор оло ҡәнәғәтлек кисергән. Ул студенттары алдында Аллаһ Тәғәләгә ышаныуҙың буш нәмә икәнен иҫбатлауы менән маҡтанырға тотонған. Шул саҡ бер студент ҡулын күтәргән дә профессорға шундай һорау биргән:
- Һеҙгә һорау бирергә мөмкинме, профессор? Донъяла һалҡынлыҡ бармы?
- Шул да булдымы һорау? Нишләп булмаһын ти, һалҡынлыҡ, бар. Ниңә, һинең бер ваҡытта ла өшөгәнең булманымы ни?
Башҡалар профессорға ҡушылып, был студенттың мәғәнәһеҙ һорауынан көлөргө тотонған. Студент артабан һүҙен шулай дауам иткән:
- Ысынында иһә, сэр, һалҡынлыҡ донъяла юҡ ул. Физика закондары буйынса, беҙ нимәне һалҡынлыҡ тип атайбыҙ, ул бары тик йылылыҡтың булмауын ғына иҫбатлай. Кешене һәм предметты физикала энергия барлығы йә тапшырыуға һәләтле булыуы күрһәткестәре буйынса ғына өйрәнергә була. Фаренгейт буйынса, минус 460 градус абсолют нулгә, йәғни йылылыҡтың тулыһынса булмауына тиң. Бындай температурала материя инертлыға, йәғни бөтөнләй һәләтһеҙгә әүерелә. Тимәк, беҙ "һалҡынлыҡ" терминын йылылыҡтың юҡлығын аңлатыр өсөн генә файҙаланабыҙ. Улайһа, мин һеҙгә, профессор, йәнә бер һорауымды бирәм: донъяла ҡараңғылыҡ бармы?
- Бар, әлбиттә...
- Һеҙ тағы ла хаталанаһығыҙ, сэр. Ҡараңғылыҡ та юҡ донъяла. Ысынында ул яҡтылыҡтың булмауын аңлата. Ни өсөн тигәндә, беҙ яҡтылыҡты өйрәнә алабыҙ, әммә ҡараңғылыҡ бындай өйрәнеү объекты була алмай. Беҙ хатта Ньютондың призмаһы ярҙамында аҡ нурҙы бер нисә төҫтәге өлөшкә бүлеп, һәр өлөштөң тулҡын оҙонлоғон да үлсәй алабыҙ, әммә ҡараңғылыҡты был рәүешле үлсәй алмайбыҙ. Ябай ғына нур шәлкеме ҡараңғылыҡ донъяһына килеп инә лә уны юҡҡа сығара. Ниндәйҙер йышлыҡтың ни дәрәжәлә ҡараңғы булғанын белеү ҙә мөмкин түгел бит. Беҙ ҡараңғы донъяның яҡтыра башлауын ҡараңғылыҡ үлсәме менән түгел, яҡтылыҡ үлсәме менән билдәләйбеҙ. Шулай түгелме ни? Ҡараңғылыҡ - ул яҡтылыҡ булмаған осраҡта кешенең был хәлде аңлата торған төшөнсә. Сэр, ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, яуызлыҡ бармы был донъяла?
- Әлбиттә, мин был хаҡта башта уҡ әйттем бит инде. Беҙ яуызлыҡ менән көн һайын осрашабыҙ. Ер йөҙөндә сәғәт һайын, минут һайын кеше кешенең ғүмерен ҡыя, яуызлыҡ ҡыла, теге йәки был урында мәңге тынмаҫ һуғыштар бара. Былар барыһы ла яуызлыҡтың донъяла барлығын иҫбатлай инде, - тип яуаплаған профессор хәҙер инде үҙ һүҙенең хаҡлығына ышанмаған һәм икеләнеүгә ҡала барған кешеләй.
- Сэр, яуызлыҡ донъяла юҡ ул. Яуызлыҡ - аллаһыҙлыҡ күрһәткесе. Яуызлыҡ шул уҡ ҡараңғылыҡ, һалҡынлыҡ кеүек, кеше тарафынан аллаһыҙлыҡты аңлатыр өсөн уйлап сығарылған һүҙ генә. Алла яуызлыҡты тыуҙырмаған. Яуызлыҡ яҡтылыҡ, йылылыҡ ише ышанысты һәм мөхәббәтте аңлатмай. Яуызлыҡ - кеше йөрәгендә Аллаһҡа мөхәббәт булмауының һөҙөмтәһе. Яуызлыҡ йылы булмағандағы һалҡынлыҡҡа, яҡтылыҡ булмағандағы ҡараңғылыҡҡа оҡшаған.
Профессор уға яуап итеп йә үҙ дәғүәһен белдереп, бер һүҙ ҙә әйтә алмаған һәм студенттары алдында оятҡа ҡалған. Ә был ҡыйыу һәм төплө фекерле студент кем булған тиһегеҙме? Әлбиттә, ул киләсәктәге мәшһүр ғалим Альберт Эйнштейн булған. Хәҙер инде профессор менән Эйнштейндың бәхәс логикаһы буйынса "Иманһыҙ ҡурҡаҡ булыр" әйтемен уға ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғәнәләге икенсе бер "Алланан ҡурҡмағандан ҡурҡ" тигән әйтем менән йәнәш ҡуйып ҡарайыҡ. Тик уларҙы йәнәш ҡуйып ҡарағанда ғына хәҡиҡәткә яҡыная барабыҙ кеүек. Ни өсөн тигәндә, иманһыҙҙың, асылда, ҡурҡаҡ булыуы йөрәгендә Аллаһ булмауынан килә һәм фәҡәт Аллаһтан ҡурҡыу ғына ысын мәғәнәһендәге ҡурҡыу тойғоһо булып иҫәпләнергә тейештер. Ни өсөн шулай һуң? Cөнки Аллаһтан ҡурҡыу тойғоһо йөрөгән йөрәктә берҙәй үк кимәлдә Хаҡ Тәғәләгә һөйөү ҙә булалыр һәм йөрәгендә бындай тойғоно йөрөткән кеше башҡа бер нәмәнән дә ҡурҡмайҙыр, тип аңларға була бында. Хоҙайҙан ҡурҡмағандан ҡурҡырға кәрәкме һәм ни өсөн? Сөнки бындай кешенең йөрәгендә Аллаһтан ҡурҡыу тойғоһо ла, Уға һөйөү тойғоһо ла булмағанлыҡтан, ул, ысынлап та, ҡурҡыныс кеше, сөнки ул иманһыҙ, йәғни ҡурҡаҡ кеше. Йөрәгендә Аллаһты йөрөтмәгән кеше мөхәббәтле лә була алмай, сөнки профессор менән студенттың юғарыла килтерелгән бәхә-сендәгесә, ҡараңғылыҡ, һалҡынлыҡ кеүек үк, ҡурҡаҡлыҡ, мөхәббәтһеҙлек тойғолары ла кеше күңеленең һәм йөрәгенең аллаһыҙлығын белдереүсе төшөнсәләр генә.
Ҡөръәндең "Әл-Мәәидәһ" (Аш табыны) сүрәһенең 44-се аятында Хаҡ Тәғәлә әҙәм балаларына түбәндәгесә өндәшә: "Кешенән ҡурҡмағыҙ, Минән ҡурҡығыҙ! Минең аяттарымды бушҡа алмаштырмағыҙ!..."
Быға Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың киң билдәле шиғырын шулайыраҡ итеп үҙгәртеп өҫтәргә лә була:
Йөрәгендә Аллаһ булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 - 15 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.12.25 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 

Эрнест Хемингуэй "Бәхет - ул ныҡлы һаулыҡ һәм насар хәтер" тигән. Ысынлап та, беҙ йыш ҡына үткәндәге уңышһыҙлыҡтар, үпкәләүҙәр, ҡурҡыуҙар һәм тулҡынланыуҙар тураһындағы хәтирәләр менән йәшәйбеҙ. Әйҙәгеҙ, яңы йылда күңелдәрҙән был хәтирәләрҙе сығарып ташлайыҡ, Яңы йылда тормошобоҙҙа ла, күңелдәрҙә лә барыһы ла көйләнәсәк һәм яҡшырасаҡ, тигән өмөт, ышаныс менән йәшәйек.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru