
Сәйәсәт өсөн Яңы йыл каникулдары юҡ һәм, ысынлап та, 2026 йылдың тәүге ун көнлөгө, киреһенсә, донъя аренаһында ваҡиғалар ҡуйырыуына ғына килтерҙе. Ә донъя халыҡтары, бер ниндәй ығы-зығыға ҡарамай, Азия, Европа, Австралия ҡалалары һәм мегаполистарынан алып, Көньяҡ Америка пляждарына тиклем аралыҡта йәшәүсе халыҡтар, шул иҫәптән, Рәсәй граждандары ла киң ҡолас менән Яңы йыл ҡаршыланы: ҡайһы бер илдәрҙә көсәйтелгән хәүефһеҙлек саралары һәм сикләүҙәр иғлан ителһә лә миллионлаған кеше урамдарға сыҡты, фейерверктар һәм салюттар атты, лазер һәм пиротехник шоуҙар ойошторҙо, йырланы, көлдө, бейене һ.б.
Тап ана шундай ваҡытта Киев режимы тағы бер тапҡыр үҙенең йыртҡыстарса енәйәти йөҙөн күрһәтте лә: 1 ғинуар төнөндә Украина ҡораллы көстәре Херсон өлкәһе Хорлы тораҡ пунктында йәшәүселәрҙең балалары, туғандары һәм дуҫ-иштәре менән байрам саралары барған кафе һәм ҡунаҡхана бинаһына көтмәгәндә шартлатҡыс дрондар менән һөжүм итте. Һөҙөмтәлә 24 кеше (яңы мәғлүмәттәр буйынса - 29), шул иҫәптән ике бала һәләк булды, 60-лап кеше, шул иҫәптән биш бала ауыр йәрәхәттәр алды. Һаулығына зыян күреүселәр дауаханала ята, шуларҙың өсәүһе ауыр хәлдә, тип белдерҙе тәүге мәғлүмәттәргә төҙәтмәләр индереп, РФ Тәфтиш комитеты вәкиле Светлана Петренко. Фугас тибындағы тәүге дрон кафе янында шартлаһа, картечь элементтары менән ҡоролған икенсе дрон кафенан сығып өлгөрмәгән кешеләр тәнен ярсыҡтар менән иләк кеүек тишкеләгән, ә термоҡатышмалы өсөнсө дрон ялҡынынан кешеләр тереләй ут көлтәһенә әйләнгән, тип яҙа тикшеренеүселәр. Херсон өлкәһе губернаторы Владимир Сальдо һөйләүенсә, янып үлгән кешеләрҙең һөлдәләре генә тороп ҡалған һәм был ядро һөжүменән һуңғы күренеште хәтерләтә.
Рәсәй хоҡуҡ һаҡлау органдары белдереүенсә, Херсонға һөжүм фажиғәһе буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды, ләкин РФ Оборона министрлығы белдереүенсә, ҡон ҡайтарыу бының менән генә сикләнмәне. Рәсәй Ҡораллы Көстәре яуап һүҙе урынына Украина территорияһының стратегик йүнәлештәге объекттарына "Орешник" ракета комплексынан ут асты. Һөҙөмтәлә Украина үҙенең 50 процент газ запасынан яҙҙы. Шартлауҙар шулай уҡ Украинаның истребитель летчиктары әҙерләүсе авиабазаларында ла гөрһөлдәне. "Орешник" уты НАТО-ның юғары хәрби чиндары йәшеренгән ер аҫты бункерын да сәпкә алды, тип белдерә күҙәтеүселәр...
Яңы йыл каникулдары ваҡытында АҠШ президенты Дональд Трамптың сәйәсәте, кешелек йөҙө һәм ҡылыҡтары танымаҫлыҡ булып тағы ла 180 градусҡа боролош яһаны. Төньяҡ Америка Ер шарының яртыһы менән идара итергә йыйына, тип белдергәйне Новости Рәсәй агентлығы күҙәтеүсһе Петр Акопов. Һәм, ысынлап та, Дональд Трамп был хаҡта, Америка хәрби көстәре Венесуэлаға көслө ут ҡойоно асып, резиденция хеҙмәткәрҙәрен, шул иҫәптән президенттың тән һаҡсыларын аяуһыҙ атып үлтергәндән һуң (операция ваҡытында бөтәһе 100-гә яҡын кеше һәләк була), президент Николас Мадуро менән уның ҡатынын (әйткәндәй, улар наркотерроризмда ғәйепләнә) урлап алып сыҡҡас: "Бынан ары Ерҙең Көнбайыш ярымшарында Американың өҫтөнлөк итеүенә һис бер ниндәй шик булмаясаҡ", - тип белдергәйне. Быны бойомға ашырыуҙың тәүге этабы тип Трамп Венесуэла миҫалын килтерһә, артабан ул Гренландия, Куба, Иран, Канада, Мексика, Колумбияға ҡул һуҙмаҡсы һәм был илдәрҙә, үҙе әйтмешләй, "тәртип булдырырға" теләй. Ошо айҡанлы 11 ғинуарҙа Куба президенты Мигель Диас-Канель илдең суверенитетын һаҡлап ҡалыу өсөн "һуңғы тамсы ҡанғаса" һуғышырға әҙер булыуҙары хаҡында белдерҙе. Ә Нью-Йоркта иһә Трамп хакимиәтенең Венесуэла ваҡиғаһы, мигранттарҙы ҡыуып сығарыу буйынса һәм башҡа ғәмәлдәренә ҡаршы протест белдереүсе 2 меңләгән демонстранттар маршы булып үтте, улар Дональд Трамптың властан китеүен талап итә.
Матбуғат саралары мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Венесуэлаға һөжүм ваҡытында АҠШ тарафынан микротулҡын нурҙар йүнәлтеүсе йәшертен энергетик ҡорал файҙаланылған. Халыҡ-ара даирәләрҙә, шул иҫәптән, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында Трамп хакимиәтенең баҫҡынсылыҡ сәйәсәте ҡәтғи кире баһалама алыуына һәм тәнҡитләнеүенә ҡарамаҫтан, АҠШ Венесуэланың нефть ресурстарын контролгә алмаҡсы һәм власть түңкәрелешен ойоштороп, илгә көнбайыш компанияларын индереү уйы менән яна. Шул уҡ ваҡытта Америка лидеры Венесуэлаға яңы килешеү буйынса һатылған нефть аҡсаһына фәҡәт АҠШ продукцияһын һатып алырға тигән шарт ҡуя һәм бының менән Америка ҡулланыусылары өсөн энергетика яғыулыҡтарына хаҡтарҙы арзанайтырға теләй. Икенсе яҡтан, Трамп Венесуэланың нефть баҙарынан Рәсәй менән Ҡытайҙы ҡыҫырыҡлап сығарырға план ҡора һәм был ике илде Венесуэла нефтен һатып алырға ҡыҫтай ҙа башланы инде.
Көлгәнгә көлкө булһа ла, бөлгәнгә бер ҙә көлкө ҡайғыһы юҡтыр. Ни генә тиһәң дә, Трамп үҙенең диктаторлыҡ ҡылыҡтарында сәйәсмәнлектән бигерәк сауҙагәрлек һәм баҫҡынсылыҡ ҡаны уйнауын бер туҡтауһыҙ иҫбатлай бара. Был да сәйәсәт, әлбиттә, ләкин бының өсөн мотлаҡ "тыныслыҡ көрәшсеһе" битлеген кеймәҫкә лә булыр ине. Сәйәси эксперт Акопов фекеренсә, Штаттар хәҙер дөйөм, глобаль гегемонлыҡтан баш тартыу яғында һәм, бая әйтелгәнсә, Көнбайыш ярымшарға хужа булып, Ҡытайға - Азия төбәктәрен, Рәсәйгә Европаны димләмәксе. Һаташыуға ла оҡшап китә түгелме был? Дөрөҫөн әйткәндә, Дональд Трамптың был ниәте барып та сыҡмаясаҡ, сөнки донъя аренаһы һәм көстәр нисбәте бер көйө генә тормай, үҙгәрә; илдәрҙең, улар Ер шарының ниндәй ареалында урынлашыуҙарына, аралар алыҫлығына ҡарамаҫтан, үҙ-ара хеҙмәттәшлек, аралашыу даирәһе киңәйә, йәнләнә бара һәм был процесты Трамптың шартлы сикләүҙәре генә тотоп тора алмаясаҡ, әлбиттә. Эксперттарҙың уйынлы-ысынлы ишаралауынса, Трамп үҙе лә "ярым Ер шарында" әллә ни алыҫ китә алмаҫ...
Үкән аҙнаның һуңғы яңылыҡтарында хәбәр ителеүенсә, Дональд Трамп Америка спецназы командирҙарына Гренландияға баҫып инеү планын эшләргә ҡушҡан. Бының менән ул Гренландияны АҠШ-ҡа ҡушырға һәм уның ҡиммәтле ҡаҙылма байлыҡтарына хужа булырға ниәтләй. Икенсе яҡтан, Трамп Арктикала Рәсәй менән Ҡытайҙы сикләү маҡсатын да күҙҙә тота.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 16 - 22 ғинуар 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА