«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

"Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара" тиҙәр. Тап ғинуар айында Халыҡ-ара рәхмәт көнө лә билдәләнә. Ә һеҙ был донъяла кемгә рәхмәт уҡып йәшәйһегеҙ? Һеҙҙең үҙегеҙгә кемдәр рәхмәт әйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨС ЙЫЛҒА САТЫНДАҒЫ ҠАЛА, ЙӘКИ НИСӘ ЙӘШ ҺИҢӘ, ӨФӨ?
+  - 

(Салауат Хәмиҙуллиндың видеофильмы буйынса)

Рәмил Рәхимов:
Эш шунда, ҡаланы төҙөүселәр һәм унда йәшәргә тейеш булған кешеләр хеҙмәти бурыстарын үтәүсе рус кешеләре, казактар, православие динен тотоусылар була. Ә был төбәктә мосолмандар, Себерҙә мәжүси ҡәүемдәр йәшәй. Һәм, әлбиттә, бында урындағы ниндәйҙер бер традицияларҙы дауам итеү, идеология күҙлегенән ҡарағанда, мөмкин булмай, улар инҡар ителә. Ул замандарҙағы идеология - дин: православие динен тотһаң, уға ярашлы фекерләйһең, мосолман булһаң - Ислам ҡағиҙәләренә буйһонаһың. Рус стрелецтары бында килеү менән тәүге көндә үк Троица сиркәүен күтәрә, сөнки уларға иң элгәре дини ҡорам кәрәк була. Ошо айҡанлы беҙ бер нәмәне лә тәнҡит күҙлегенән ҡарамайбыҙ - дини идеология XVII быуатта һәм артабан да шул рәүешле дауам итә. Ҡала тормошо ла ошо идеологияға ярашлы ҡорола.
Салауат Хәмиҙуллин: Әммә ул замандарҙан һуң күп һыуҙар аҡты, күп йылдар үтеп китте. Беренсенән, ҡаланың этник составы радикаль рәүештә үҙгәрҙе, икенсенән, Өфө Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһына әйләнде, һәм уның тарихын бары тик колонизацияланған территориялағы рус форпосты күҙлегенән генә ҡарарға ярамай. Һәм, иң мөһиме, яңы мәғлүмәттәр боронғо Өфө тарихының мең йыллыҡ ҡатламын иҫке мифологемаларҙың тыныс йәшәүенә ҡамасаулыҡ итеүсе аңлашылмаусанлыҡ итеп ҡарау мөмкинлеген юҡҡа сығарҙы.
Булат Аҙнабаев: Ысынлап та, XIX быуатта Өфө рус ҡалаһы була, һәм уға рус гарнизонының нигеҙ һалыуы хаҡындағы фекер тарихи логикаға ярашлы, тип ҡарау фарыз. Ә хәҙер ситуация үҙгәрҙе - ҡала халҡының яртыһы башҡа мәҙәниәт кешеләренә ҡарай. Шуға күрә киләсәктә Нияз Мәжитовтың ҡаланың боронғолоғон иҫбатлаған дәлилдәре рәсми рәүештә танылыуы бик мөмкин.
Салауат Хәмиҙуллин: Датаһын аныҡ билдәләү - был йәш ҡалалар привилегияһы, мәҫәлән, Петербург кеүек ҡалаларҙың: Петр Беренсенең ҡалаға нигеҙ һалыуының йылы һәм көнө лә билдәле. Өфөгә килгәндә, күпкә ҡатмарлыраҡ, сөнки урта быуаттар осоро өсөн күберәк археология мәғлүмәттәренә таянырға тура килә, ә бында плюс-минус 100-200 йыл - ғәҙәти хәл. Шуға күрә Өфө ярымутрауында беренсе ҡала торағы төҙөлөүенең аныҡ датаһын йылына тиклем билдәләү мөмкин дә түгелдер. Шулай ҙа археологик даталауҙың яҡынса булыуы 1982 йылда Киевтың 1500 йыллығын һәм 2005 йылда Ҡаҙандың 1000 йыллығын байрам итеүгә ҡамасауламаны. Моғайын, бында шул уҡ волюнтаризм һәм дөйөм дәүләт финанслауына дәғүә итеү перспективаһы үҙ ролен уйнағандыр.
Бындай миҫалдар байтаҡ. Шулай булһа ла, беҙ үҙебеҙҙең фильмдә Өфөгә нигеҙ һалыу датаһын кисекмәҫтән үҙгәртергә саҡырмайбыҙ. Беҙ бары тик уның ни тиклем шартлы булыуын күрһәтергә теләнек. Төп маҡсатыбыҙ - беҙҙең бөйөк ҡалабыҙ Өфөнөң тарихы ни тиклем тәрән һәм ҡыҙыҡһындырғыс булыуын күрһәтеү ине. Бәлки, тарихсыларҙың һәм археологтарҙың яңы асыштары берәй ваҡыт уның ысын йәшен билдәләүҙә һуңғы нөктәне ҡуйыр, тип ышанырға ҡала.

(Аҙағы. Башы былтырғы 37-44-се, 46-51-се, быйылғы 1-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №2, 16 - 22 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.01.26 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 
Тормош - изгелек тә, яуызлыҡ та түгел, ул изгелекте һәм яуызлыҡты үҙенә һыйҙырыусы бер һарай. Ул һарайҙы нимәгә әйләндереү, әлбиттә, һинең ҡулда.

(Мишель де Монтень).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru