«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

2026 йыл Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы тип иғлан ителде. Беҙҙең Башҡортостанда, билдәле булыуынса, күп төрлө милләт вәкилдәре быуаттар һуҙымында тыныс һыйышып йәшәй һәм республикабыҙ был йәһәттән ил кимәлендә өлгөлө булараҡ баһаланып килә. Республикабыҙҙа милләт-ара дуҫлыҡ сере нимәлә тип уйлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЙРӘНЕҮСЕЛӘР БУЛҒАНДА ТЕЛЕБЕҘ ЙӘШӘЙ ӘЛЕ
+  - 

Ғинуар айында Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге республика 1-се Башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Телебеҙ өсөн бик әһәмиәтле был бәйге быйыл 40-сы тапҡыр уҙғарыла.

Өс турҙан торған олимпиадала Силәбе, Ырымбур, Һамар, Ҡурған өлкәләренән, республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан 9-11 класта уҡыусы 372 бала үҙ белемен һынаны. Улар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, текст буйынса лексик-грамматик эштәр башҡарҙы, жюри ағзалары менән диалог формаһында әңгәмә ҡорҙо. Һынау тотоусылар өс йүнәлешкә: милли мәктәптәр һәм башҡорт гимназия-лицейҙары араһында башҡорт телен туған тел булараҡ, рус мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ (башлап өйрәнеүселәр һәм дауам итеүселәр) уҡыусыларға бүленде.

Баһалау һөҙөмтәләре буйынса 16 уҡыусы еңеүсе тип танылды һәм БР Мәғариф министрлығы тарафынан дипломдар һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнде. Улар иҫәбендә Дәүләкән, Ғафури, Мәләүез, Баймаҡ, Хайбулла, Туймазы, Баҡалы райондары, Нефтекама һәм Өфө ҡалалары мәктәптәре, шул иҫәптән Республика инженер лицей-интернаты, "Смарт" 2-се республика күп профилле полилингваль гимназияһы уҡыусылары бар ине. Унан башҡа 98 призер шулай уҡ - дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр, 20 уҡыусы республика гәзит-журналдары редакцияларының махсус бүләктәре менән билдәләнде.
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиаданы үткәреү матур йолаға әүерелде. Унда йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта. Жюри ағзалары фекеренсә, олимпиадала ҡатнашыусы уҡыусыларҙың белем кимәле үҫә. Был беҙҙе бик шатландыра", - тип бүлеште педагогия фәндәре кандидаты, жюри рәйесе Мәрхәбә Дәүләтшина. Ул шулай олимпиада Рәсәй Федерацияһы Мәғәриф министрлығының олимпиадалар һәм башҡа интеллектуаль, ижади конкурстар исемлегенә индерелгәнен, был иһә еңеүсе уҡыусыға юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтәмә 10 балл биргәнен дә әйтеп үтте.
Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы - милли мәктәптәр һәм башҡорт гимназия-лицейҙары араһында башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр араһында еңеү яулаған Тамсы Үтәбаеваның да фекерҙәрен белештек: "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район, ҡала олимпиадаларында 5-се кластан алып ҡатнашам. Унда гел призлы урындар алып килдем, ә 9-11 се кластар араһында ойошторолған республика олимпиадаһында быйыл мин беренсе тапҡыр ҡатнаштым. Олимпиада барышы бик матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Эштәр өс этаптан торҙо: 1-се эштә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте тураһында һорауҙарға яуап бирергә кәрәк ине. Икенсе эштә текст буйынса фонетик, морфологик ҡағиҙәләргә һорауҙар булды. Ә һуңғы эш төрөндә беҙгә ҡыҫҡа әҫәр уҡынылар һәм шуның буйынса әңгәмә ойошторолдо. Миңә бигерәк тә уҡылған әҫәрҙе анализлау оҡшаны. Ошо олимпиадаға әҙерләнеү ваҡытында башҡорт теленән Берҙәм дәүләт имтиханын бирергә ҡарар иттем. Беҙҙең гимназияла башҡорт телен ике төркөмгә бүлеп уҡыталар. Дауам итеүселәр төркөмөндә уҡығандар башҡортса һәйбәт белә, бөтөнләй аңламағандар ҙа бар, улар икенсе төркөмдә уҡый. Гимназияның 9-сы класс уҡыусылары йыл һайын имтихан биреү өсөн башҡорт телен һайлай", - тине уңған ҡыҙ.
Ике көн дауам иткән олимпиада БР Мәғариф министрлығы тарафынан, Мәғариф буйынса ресурс үҙәге, Өфө фән һәм технологиялар, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә ойошторолдо. Йыл һайын күркәм байрам булып үткән был сара киләсәктә лә балаларға туған телен тәрәнерәк өйрәнеүгә бер этәргес булып ҡалһын, тигән теләктәбеҙ.

Алһыу ИРҒӘЛИНА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 23 - 29 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.01.26 | Ҡаралған: 32

Киске Өфө
 
Әйҙәгеҙ, алға барайыҡ. Ни өсөн хаталарға һәм ҡайғы-хәсрәттәргә йәбешеп ятырға? Ниңә өмөткә һәм мөхәббәткә кәртә булып торған нәмәләрҙән ысҡынып китмәҫкә?

(Будда).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru