«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

2026 йыл Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы тип иғлан ителде. Беҙҙең Башҡортостанда, билдәле булыуынса, күп төрлө милләт вәкилдәре быуаттар һуҙымында тыныс һыйышып йәшәй һәм республикабыҙ был йәһәттән ил кимәлендә өлгөлө булараҡ баһаланып килә. Республикабыҙҙа милләт-ара дуҫлыҡ сере нимәлә тип уйлайһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕВРОБЕРЛӘШМӘ - ИКЕ УТ АРАҺЫНДА
+  - 


Үткән аҙна баштарында сәйәси ваҡиғалар нигеҙҙә Венесуэла, Гренландия буйынса ҡуйырған хәбәрҙәр һәм ғәмәлдәрҙе "эшкәртеү-һеңдереү" тирәһендә барҙы.

Иң тәүҙә АҠШ президенты Трамптың үҙен "Венесуэланың президенты вазифаһын башҡарыусы" тип иғлан итеүе һәм ошо илдең оппозиция лидеры, тыныслыҡ өсөн былтырғы Нобель премияһы лауреаты Мария Мачадо ҡулынан уның миҙалын ҡабул итеп алыуы хаҡында уҡыусыбыҙ күптән хәбәрҙар инде. Шулай булһа ла был күренешкә ҡарата бер-ике генә баһалама һүҙ әйтеп китке килде. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, тигәндәй, президент дәрәжәһендәге шәхестең әҙәпһеҙерәк бындай сәйер ҡылығы көлкө һәм ғәжәпләнеү тыуҙырһа, уға ярарға тырышып, оло награданы (хатта уға лайыҡ булмаған хәлдә лә!) һанламауын күрһәткән сәйәсмән ҡатындың ниндәй меҫкенлеккә төшөп тә, барыбер Трамптың күңеленә хуш килә алмауы хаҡында кемуҙарҙан яҙып сыҡты көнбайыш киң мәғлүмәт саралары. Нобель комитеты, әлбиттә, был хәлде ҡәтғи тәнҡитләне һәм премияның кире ҡайтарыла алмауын да, уны кемгәлер бүләк итергә лә, бүлешергә лә ярамауын белдерҙе. Трамп менән осрашыуға власть башына өмөт итеп килгән Мачадо, шулай итеп, миҙалдан да, президентлыҡтан да ҡолаҡ ҡаҡты, сөнки, әйтеүҙәренсә, һаман булһа Тыныслыҡ премияһына дәғүәләшенә үпкә һаҡлаусы Аҡ йорт башлығы Венесуэла лидерлығына Мадуро власы ваҡытындағы вице-президент Дельси Родригес кандидатураһын яҡлауын белдерҙе.
Гренландия хәлдәренә килгәндә, был мәсьәлә Аҡ йорт хакимлығы менән Евросоюз араһына таяҡ тығыу һымаҡ килеп сыҡты һәм ике аралағы былай ҙа яҡшынан булмаған мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштереп ебәрҙе. Трамптың утрауға дәғүәләшеүенә яуап рәүешендә Евросоюз илдәренең бәхәсле утрауға күнекмә үткәреү һылтауы менән хәрби көстәр индереүе сәбәпле, Дональд Трамп Данияға, Швецияға, Норвегияға, Францияға, Германияға, Британияға, Нидерландтарға, Финляндияға 1 февралдән уларҙың тауарҙарына 10 процент пошлина иғлан итергә ҡарар ҡылды. 1 июндән, тип өҫтәне ул, тариф 25 процентҡа күтәреләсәк һәм был санкция АҠШ Гренландияны һатып алғансыға тиклем дауам ителәсәк. Бының менән Трамп әлеге 8 илде Гренландияны ҡулға төшөрөүгә ҡаршылар тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта илдең үҙ эсендәге көстәр араһында ла ризаһыҙлыҡ көсәйә. АҠШ-тың Демократтар партияһы Трамптың әлеге илдәргә пошлиналары проектын тәнҡитләп сыҡты һәм уны юҡҡа сығарырға ниәтләй, сөнки, Демократтар партияһы лидеры Чак Шумер һүҙҙәренсә, "Дональд Трамптың Гренландияны дон-кихоттарса баҫып алыу ниәте менән союздаш илдәргә ҡарата аҡылһыҙ пошлиналары үҙебеҙҙең ил иҡтисадын ҡаҡшата, хаҡтарҙың күтәрелеүенә килтерә".
Ә Евросоюз ошо хәл айҡанлы үҙенең бөтөн 27 ағзаһы илселәрен Кипрға ашығыс һәм ғәҙәттән тыш кәңәшмәгә йыйҙы. Ғәжәпкә ҡаршы, ғәҙәттә Трампҡа ауыҙ асып ҡаршы һүҙ әйтергә ҡыймаған Эммануэль Макрон (Франция президенты) менән Британия премьеры Кир Стармер, шулай уҡ Еврокомиссия рәйесе Урсула фон дер Ляйен Европа суверенитетын яҡлаясаҡтары, Гренландияның Дания составында булыуы һәм уның яҙмышын бары тик ошо утрауҙа йәшәүселәр менән датчандар ғына хәл итергә тейешлеге хаҡында белдереү яһаны. Шул уҡ ваҡытта улар Рәсәй менән араны өҙгәс, энергетика ресурстары йәһәтенән баш-аяҡ АҠШ-ҡа бәйле булып ҡалыуҙарын да яҡшы аңлайҙар һәм Вашингтонға буйһонорға мәжбүрҙәр, шул иҫәптән, Гренландия мәсьәләһендә лә. Күренеүенсә, Евроберләшмә әлегә ике ут араһында тороп ҡалды һәм был тоҙаҡтан сығыу юлдарын эҙләй. Кипрҙағы ашығыс кәңәшмәлә ЕС илдәре 1 февралгә тиклем көтөргә һәм, әгәр Трамп Европаға сауҙа һуғышынан баш тартмаһа, яуап саралары ҡарарға ниәтләнеүҙәрен белдерҙеләр. Ә бына ГФР властары Трамптың пошлина менән янауынан һуң адмирал Штефан Паули етәкселегендәге хәрбиҙәр төркөмөн ашығыс рәүештә Гренландиянан кире Германияға ҡайтара һалды. Эйе, хас та Крылов мәҫәлендәгесә, дуҫтар араһында берҙәмлек булмаһа, эш алға бармаясаҡ. Икенсе яҡтан, New York Times гәзите яҙыуынса, АҠШ менән ЕС араһындағы сауҙа һуғышы Украинаға ярҙам мәсьәләһен дә юҡҡа сығарыуы ихтимал.
Украина конфликты буйынса һуңғы яңылыҡтарҙан мәғлүм булыуынса, 18 ғинуар, йәкшәмбе көн иртәһе менән боевиктар Төньяҡ Осетия-Алания республикаһына дрондар менән һөжүм итте. Бесландағы биш ҡатлы йорттоң ҡыйығына шартлатҡыс аппарат һыныҡтары төшөп, зыян күргән торлаҡ бинаһынан 70 кеше эвакуацияланған. Өс кеше, шул иҫәптән, ике бала, йәрәхәттәр алған. Рәсәй Оборона министрлығы белдереүенсә, был көн ил төбәктәре күгенән 63 дрон атып төшөрөлгән, шуларҙың алтауһы Төньяк Осетия-Алания территорияһында юҡ ителгән. РФ Ҡораллы көстәре Украина ғәскәрҙәре файҙаланған энергетика һәм транспорт инфраструктураһы объекттарына, шулай уҡ алыҫ араға осоусы украин дрондары йыйыла торған предприятиеға төбәп ут асты, тип хәбәр итте 18 ғинуарҙа Рәсәй Оборона министрлығы. Бынан тыш, Рәсәй хәрби көстәре 149 районда ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия, шулай уҡ авиация һәм пилотһыҙ осоу аппараттары менән украин боевиктары һәм сит ил ялланыусылары урынлашҡан позицияларҙы ҡыйратты. Ә бына "Донбасс көмбәҙе" радиоэлектрон көрәш системаһы бер аҙна эсендә 286 украин дронын атып төшөргән. Украина Ҡораллы көстәре оборонаһының төп төйөнө булып торған Закотное ҡасабаһы (Донецк Халыҡ Республикаһы) боевиктарҙан азат ителде, тип хәбәр итте һуңғы яңылыҡтар таҫмаһы. Был ҡасабаның Рәсәй ғәскәрҙәре контроленә күсеүе Славянскиға илтеүсе юлдағы иң ҙур ҡала - Ҡыҙыл Лиман янындағы ҡыҫымды тағы ла тарайта төшкән. Әлеге ваҡытта Рәсәй Ҡораллы көстәре ғәскәрҙәре Константиновка менән Новодмитровканы штурмлай.
Киевтағы Die Welt гәзите хәбәрсеһе Штеффен Шварцкопф "абруйлы парламентарий" менән йәшерен әңгәмәһенән һуң Юғары рада Донбастан ғәскәрҙәрҙе сығарыу һәм килешеүгә барыу хаҡында фекер белдерә, тип хәбәр итте. Киев халыҡ-ара социология институты тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, Украинаның 50 процент халҡы конфликтты көйләү буйынса референдум үткәреү яғында.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 23 - 29 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.01.26 | Ҡаралған: 26

Киске Өфө
 

Әйҙәгеҙ, алға барайыҡ. Ни өсөн хаталарға һәм ҡайғы-хәсрәттәргә йәбешеп ятырға? Ниңә өмөткә һәм мөхәббәткә кәртә булып торған нәмәләрҙән ысҡынып китмәҫкә?

(Будда).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru