«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАШҠОРТСА БИАТЛОН ШУЛАЙ БУЛА!
+  - 

Уҙған шәмбе Белорет районының Манышты ауылында башҡорт һунарсыһы Биғарслан Солтанов исемендәге Милли һәм этник спорт төрҙәре ярышы - Башҡорт биатлоны буйынса 4-се республика турниры уҙҙы.

Башҡорт биатлонының ғәҙәтиенән айырмаһы шунда: ҡатнашыусылар һунар саңғыһында дистанцияны таяҡһыҙ үтергә һәм винтовканан, уҡтан атырға, шулай уҡ йыртҡыс фигураһына һөңгө ташларға, быймала һәм милли кейемдә ике саҡрым самаһы йүгерергә кәрәк.
Был юлы бәйгелә Башҡортостандың 25 районынан һәм ҡалаһынан 120-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Күптәр ғаиләһе менән килгәйне. Дистанцияла ла балаларҙың күпләп ҡатнашыуы күҙәтелде. Иң йәш спортсыға 8 йәш булһа, иң өлкәненә, Белорет районының Уҫманғәле ауылынан Рәйсә Фәтҡетдиноваға 75 йәш ине, уның трассаны ауырлыҡһыҙ үтеүе барыһын да һоҡландырҙы.
Манышты халҡы ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүгә яҡшы әҙерләнгән: сәхнә эшләгәндәр, саңғы юлы һалғандар һәм йыһазландырғандар, йылытылған тирмәләр ҡуйғандар. Ауыл ағинәйҙәре бөтәһен дә усаҡта бешерелгән былау һәм самауырҙан хуш еҫле үлән сәйе менән һыйланы. Көн бик һалҡын булды, әммә сәмле бәйге, берҙәмлек, күңелле аралашыуҙар, йыр-моң йөрәктәрҙе йылытты. Турнирҙың иң ҡыҙыу мәлендә тауҙар өҫтөндә һирәк күренеш - ҡышҡы йәйғор барлыҡҡа килеүе был көнгә айырыуса ҡот өҫтәне.
Был бәйгелә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың "Ир-егеттәр ҡоро" рәйесе Зариф Байғусҡаров инде өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. "Халыҡ Маныштыны айыҡ ауыл тип иғлан иткән, магазинда алкоголь һатылмай. Маныштылар үҙ көстәре менән Яугир паркы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл һәм аллея, мәсет төҙөгән. Һәр кемгә Маныштыны барып күрергә кәңәш итәм. Бында илһөйәрҙәр, үҙ еренең ысын хужалары йәшәй", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Зариф Закир улы.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 23 - 29 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.01.26 | Ҡаралған: 316

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru