«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕБЕҘ ЯҺАЛМА ИНТЕЛЛЕКТ ДӘҮЕРЕНДӘ
+  - 

Донъяла цифрлы технологиялар үҫеше киҫкен боролош яһаны. 2026 йыл башына интернетта эҙләү системалары SEO (Search Engine Optimization) ысулынан яһалма интеллект (AIO, AI Optimization) һәм генератив моделдәр (GEO, Generative Engine Optimization) нигеҙендәге яңы процедураларға күсте. Алдағы йылдарҙа телдәрҙең цифрлы нигеҙе яһалма интеллекттың ҙур тел моделе (LLM, Large Language Model) менән бәйле буласаҡ. Сөнки ул мәғлүмәт һәм ғилем биреүҙең төп нигеҙенә, кешеләрҙең көндәлек аралашыу мөхитенә, мәғариф һәм мәҙәниәт ҡоралына әүерелә бара. Ә яһалма интеллект моделдәренә инмәгән телдәрҙең киләсәге хәүефле.

Шуға күрә башҡорт телен яҡлау сәйәсәтен "интернет селтәрендә контент булдырыуҙың" ябай аҙымынан юғары кимәлгә, цифрлы экосистемаһын үҫтереүгә йүнәлтергә кәрәк. Был ирекле мәғлүмәт корпустарын, аудио- һәм видеоконтент, программа интерфейстарын һәм, иң мөһиме, кешеләр менән ЯИ-ассистенттар араһындағы диалогтарҙы үҙ эсенә ала. Әгәр башҡорт телендәге мәғлүмәт ресурстары, порталдар һәм сайттар нейроселтәрҙәрҙең эҙләү ысулына яраҡлаштырылмаһа, ә кешеләр яһалма интеллект менән әүҙем аралашмаһа, башҡорт теле Яндекс, Google, OpenAI һәм башҡа глобаль системалар "күҙенә" бөтөнләй эләкмәүе лә ихтимал. Әммә был хәүеф компанияларҙың "яман ниәтенә" түгел, ә башлыса үҙебеҙҙең әүҙемлеккә бәйле.
Әлеге ваҡытта цифрлы башҡорт теле ике "юл сатында". Бер яҡтан, башҡорт теле яһалма интеллектың оло тел моделдәренә ингән, нейроселтәрҙәр башҡорт телен яҡшы аңлай, машина тәржемәһе бар, телмәр синтезлау һәм телмәр таныу мөмкинлеге, тәүге нейропроекттар булдырылған. Икенсеһе, башҡорт телендә мәғлүмәт күләме һәм һорауға яуап биреү сифаты "бай" телдәрҙән күпкә ҡалыша, был айырмалыҡ бик тиҙ арта бара. Төп мәсьәлә моделдәрҙе өйрәтеү өсөн кәрәк булған башҡорт телендәге махсус корпустарҙың етешмәүенә, ә кешеләрҙең цифрлы сервистарҙы туған телдә һүлпән ҡулланыуына барып терәлә.
Шул уҡ ваҡытта цифрлы башҡорт телен тағы ла юғарыраҡ, "бай" телдәр кимәленә еткереү өсөн кәрәк булған өс мөмкинлек бар.
Беренсеһе, технологик яҡтан Рәсәйҙең һәм донъяның алдынғы ЯИ (яһалма интеллект) компаниялары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек каналы булдырылған, тел моделдәренә яңы мәғлүмәт сығанаҡтарын өҫтәү көйләнгән.
Икенсеһе, социаль яҡтан кешеләрҙең, шул иҫәптән йәштәрҙең, туған телдең "заманса йөҙөн" күреү теләге, телһөйәрҙәрҙең башҡорт телен цифрлаштырыу проекттарында ҡатнашырға әҙерлеге күҙәтелә.
Өсөнсөһө, сәйәси яҡтан Башҡортостанда туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә иғтибар ителә, Рәсәй Федерацияһы кимәлендәге маҡсатлы милли проекттарға индерелә.

Шулай итеп...
Булған хәүефтәр башҡорт телен цифралаштырыу эшмәкәрлеген өҫтөнлөклө йүнәлештәргә туплауҙы талап итә һәм бының өсөн мөһим булған ыңғай мөмкинлектәр бар. Барлыҡ көстө, ресурстарҙы яһалма интеллекттың төп "аҙығын" - башҡорт телендәге мәғлүмәттәрҙе етештереүгә, яһалма интеллектты башҡорт телен өйрәтеүгә кешеләрҙе күпләп йәлеп итергә кәрәк. Эшмәкәрлек һөҙөмтәһе саралар һаны менән түгел, ә ирекле ҡулланыуға тапшырылған мәғлүмәт күләме һәм нейроселтәрҙәрҙең башҡорт телендәге телмәр сифаты менән үлсәнергә тейеш. Башҡорттар, туған телебеҙҙең киләсәге үҙебеҙҙең ҡулда! Бөгөнгә көндә һәр кем уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә тос өлөш индерә ала. Заман технологиялары беҙҙе көтә.

Рөстәм НУРЫЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 30 ғинуар – 5 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.01.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Күркәм ҡылыҡтар матур тәнгә ҡарағанда ла матурыраҡ һәм ниндәйҙер картина һәм таш һынға ҡарағанда нығыраҡ һоҡланыу уята. Күркәм ҡылыҡ иң күркәм сәнғәт әҫәренән дә күркәмерәк.

(Ралф Эмерсон).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru