«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҪРАУСЫҺЫ ҠУЛЫН ТЕШЛӘНЕ
+  - 

Үткән аҙнала Берләшкән Ғәрәп Әмираттары баш ҡалаһында (Абу-Даби) был төбәк климаты өсөн һирәк осрай торған тәбиғәт күренеше - ҡойма ямғыр яуып үтте, тип хәбәр итте 25 ғинуарҙа "Новости" Яңылыҡтар агентлығы хәбәрсеһе.

Күрәһең, ул ошо күренеште яҡшығы юрамаҡсы итте: мәғлүм булыуынса, 23-24 ғинуарҙа Абу-Даби ҡалаһында Украина конфликтын көйләү буйынса Рәсәй, Украина һәм АҠШ вәкилдәре ҡатнашлығында ике раунд һөйләшеүҙәр тамамланды. Һөйләшеүҙәр барышында Рәсәй яғы РФ һәм АҠШ президенттарының Анкоридждағы осрашыуында өлгәшелгән нигеҙ аңлашыуҙар позицияһында тороуын тағы бер тапҡыр иҫкәртте. Өс яҡлы һөйләшеүҙәрҙең киләһе этабын 1 февралдә Абу-Даби ҡалаһында үткәреү планлаштырыла. Был осрашыуҙарҙың төп темаһы - Украина Ҡораллы көстәрен (ВСУ) Донбастан сығарыу һәм Украинаны аяҡҡа баҫтырыу планы. Мәскәү өсөн, билдәле, электән белдерелеп килеүенсә, территория мәсьәләһе лә, Донбастағы рус телле халыҡты яҡлау ҙа, шул уҡ ваҡытта Мәскәү патриархатының Украина православия сиркәүе хоҡуҡтары мәсьәләһен күтәреү ҙә берҙәй үк мөһим. Ләкин шул уҡ ваҡытта АҠШ менән Украина араһында Донбаста нейтраль илдәр ғәскәрҙәрен урынлаштырыу буйынса булып үткән фекер алышыуҙар хаҡында мәғлүм булды.
The New York Times гәзите яҙып сығыуынса, "Америка менән украин вәкилдәре Донецк өлкәһе өлөшөндә тыныслыҡ илселәре рәүешендә нейтраль көстәр урынлаштырыу йәки ҡоралһыҙланыу зонаһы булдырыу хаҡында һөйләште..." Шуға ҡарамаҫтан, Украина Донбасс территорияһынан үҙ ғәскәрҙәрен сығарырға теләмәүен ҡәтғи рәүештә белдерә килә. Икенсенән, бынан алдараҡ РФ Сит ил эштәре министрлығының БДБ илдәре департаменты директоры Алексей Полищук һүҙҙәренсә, Украина территорияһында Көнбайыш илдәренең хәрби подразделениеларын индереү мөмкин булмаған ниәт. Украина биләмәһендә көнбайыш илдәренең теләһә ниндәй хәрби объекттары Рәсәй тарафынан РФ Ҡораллы Көстәре өсөн законлы сәп булараҡ ҡараласаҡ, тип тә өҫтәне Полищук.
Украинаны финанслау өсөн Евросоюз Рәсәй активтарын файҙаланмаҫҡа ҡарар итте, һәр хәлдә - әлегә. Был мәсьәлә 18 февраль ЕС саммитында 16 сәғәт буйына тикшерелде, тип яҙа Financial Times гәзите. Ниһайәт, төнгө сәғәт өстәрҙә дөйөм ҡарарға килделәр һәм Киевҡа 90 млрд евро бүлергә хәл ителде. Чехия, Венгрия һәм Словакия был ҡарарҙы ҡабул итеүҙән баш тартты. Кредит рәүешендә биреләсәк был аҡсаны Киев Рәсәйҙән компенсация алғас та кире ҡайтарырға тейеш, тип нығытылды Еврокомиссияла. Шунан һуң 22 ғинуарҙа Давоста булып үткән Бөтөн донъя иҡтисад форумында АҠШ президенты Дональд Трамптың үҙ сығышында Европаны "дөрөҫ юлдан бармауҙа" ғәйепләп тәнҡитләне. Зеленский ҙа, форум сиктәрендә Трамп менән осрашҡандан һуң, ҡыйыуланып китеп, үҙенә ярҙам ҡулы һуҙып торған Евросоюзды "борҡотоп" ташланы һәм Европа лидерҙарын үҙ хәүефһеҙлектәрен тәьмин итә алмауҙа, яңы килеп тыуған шараттарҙа ни ҡылырға ла белмәүҙә һәм, Ҡушма Штаттарҙың хәрби ҡеүәтенә һалышып, үҙаллылығын юғалтыуҙа ғәйепләп сығыш яһаны. "Әгәр Украина НАТО-ла булһамы, ул Гренландия янындағы Рәсәй кораблдәре менән ни эшләргә белер ине", - тип тә өҫтәне хатта. Ә Зеленскийҙың былай ҡыланыуының сере бары шунда ине: ул АҠШ-тан өҫтәмә ярҙамға бик өмөт итте, ләкин Трамп Украинаның хәүефһеҙлеге буйынса ла, уның иҡтисадын тергеҙеү маҡсатында ла бер ниндәй ҙә вәғәҙә бирмәне.
РФ Хәүефһеҙлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев Зеленскийҙың Давостағы был сығышын "Евросоюздың битенә төкөрөү" булды, тип яҙһа, Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтмешләй, Киев режимының үҙ "аҫраусыһы ҡулын тешләү" булып килеп сыҡты. Европа илдәрендә иһә Зеленский сығышына ҡарата төрлөсә фекер әйтелде, әммә күпселек конфликттан ялҡыуҙары һәм үҙҙәренең шәхси проблемалары менән йәшәргә теләүҙәре хаҡында белдерҙе. Әйткәндәй, Австрияла Украинаға ярҙам итеүгә ҡаршы протест янъялы килеп тыуҙы ла инде. Был илдең Азатлыҡ партияһы Генеральный секретары Михаэль Шнедлиц Киевҡа финанс ярҙамы күрһәтергә ризалыҡ биргән өсөн Австрия Сит ил эштәре министрының отставкаға китеүен талап итте. Уның әйтеүенсә, коррупция системаһына әйләнгән Киев режимы күптән инде аҡылһыҙ хөкүмәт арҡаһында миллиардлаған аҡсаны йотоп тороусы төпһөҙ бушлыҡҡа бәрәбәр. Австрия канцлеры Кристиан Штокер ҙа Украинаның Евросоюзға инеү ихтималлығына ҡырҡа ҡаршы булыуын белдерҙе.
Рәсәй ғәскәрҙәре Махсус хәрби операция барышында иң яңы ҡорал системаларын һәм технологик проекттарҙы уңышлы файҙалана. Мәҫәлән, тауыш тиҙлегенән юғары һәм күҙгә күренмәҫ Х-22 суперракеталар Киевты дер һелкенергә мәжбүр итте, тип яҙа хәрби эксперт Юрий Кнутов. Идара ителеүсе "Краснополь" снаряды ла юғары һөҙөмтә һәм сәпте юҡ итеүҙә теүәл аныҡлығы менән айырылып тора. Заманса технологиялар менән яңыртылған, 37 км-ға тиклем алыҫ араны алыусы совет осорондағы М-46 "сталин" пушкалары ла уңышлы файҙаланыла.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 30 ғинуар – 5 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.01.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 
Күркәм ҡылыҡтар матур тәнгә ҡарағанда ла матурыраҡ һәм ниндәйҙер картина һәм таш һынға ҡарағанда нығыраҡ һоҡланыу уята. Күркәм ҡылыҡ иң күркәм сәнғәт әҫәренән дә күркәмерәк.

(Ралф Эмерсон).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru