
Башҡортостан Башлығы Мөрәжәғәтнамәһендә төп йүнәлештәр, төп бурыстар билдәләнде
30 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Мөһим ижтимағи-сәйәси сарала республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, йәмәғәтселек вәкилдәре, Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары, яугир-ветерандар, танылған мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәре йыйылғайны. Мөрәжәғәтнамә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, "Сәләм", "Башҡортостан 24" һәм "Бөтә Өфө" телеканалдарында тура эфирҙа барҙы, шулай уҡ трансляцияны республика Башлығының социаль селтәрҙәрендә ҡарарға мөмкин булды.
"Мөрәжәғәтнамәмдең төп маҡсаты - республика алдында торған бурыстарҙы билдәләү. Уны мин өс һүҙ менән атап үтә алам: "Барыһы ла Еңеү өсөн!" - тип башланы Радий Хәбиров үҙенең сығышын һәм артабан "Барыһы ла Еңеү өсөн!" тигән саҡырыуҙың аныҡ мәғәнәһенә туҡталды.
"Махсус хәрби операция дүртенсе йыл бара. Был хәрби конфликт Икенсе донъя һуғышынан һуң үткән осорҙа Европа континентында иң күләмлеһе. Уның тәрән тарихи нигеҙҙәре бар, һәм ул илебеҙ өсөн етди һынауға әүерелде. Рәсәй хәрби, иҡтисади, идеологик баҫымға лайыҡлы ҡаршы тора. Беҙҙе санкциялар менән быуырға, һындырырға, башҡа илдәр менән бәйләнештәребеҙҙе өҙөргә, мәҙәниәтебеҙҙе тыйырға теләйҙәр.
Махсус хәрби операция ниндәйҙер локаль хәрби конфликт түгел, уның асылы сикләнгән операция сиктәренән киңерәк. Махсус хәрби операция - глобаль конфликттың бер өлөшө. Ғәҙел донъя ҡоролошо өсөн көрәш, Көнбайыш элиталарының бөтә Планета өҫтөнән гегемония урынлаштырыу ынтылышына ҡаршы тороу ул. Фәҡәт Рәсәй ирекле донъя лидеры булараҡ сығыш яһай. Шуға ла бөтә өлкәләрҙә лә ҡаты ҡаршылыҡтар күрәбеҙ: иҡтисадта, дипломатияла, технологияларҙа, медиа- һәм киберкиңлектә. Рәсәйҙең тарихи яҙмышы, уның суверенитеты, балаларыбыҙҙың һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең киләсәге ошо көрәштең һөҙөмтәләре менән бәйле.
Беҙҙең дошман - Украинаның туғандаш халҡы түгел. Беҙҙең дошман - яңынан баш ҡалҡытҡан, шашынған неонацизм. Уны сит ҡулдар менән Рәсәйҙе көсһөҙләндереү, тарҡатыу һәм юҡ итеү планын ҡорған коллектив Көнбайыш тиҫтә йылдар буйына оятһыҙ рәүештә үҫтерә. Ул беҙгә яҡын булған илде - дошманға, беҙгә ҡаршы таранға, ә Украина халҡын рәхимһеҙ нацист вәхшиҙәре һәм русофобтар ҡулында аманатҡа әүерелдерҙе", - тине республика Башлығы.
Шулай уҡ Радий Хәбиров, бындай ғәйәт ҡаты ҡаршылыҡты еңеү өсөн йәмғиәтебеҙҙең бергә тупланыуы, барыһының һәм һәр кемдең берләшеүе мөһим, тип билдәләне. "Бөйөк Ватан һуғышы осоронан алып йәмғиәтебеҙ бындай берҙәмлекте күрмәгәйне. Предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары, эшҡыуарҙар, табиптар, уҡытыусылар, аграрийҙар, пенсионерҙар, уҡыусылар, ирекмәндәр - һәр кем яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә үҙ өлөшөн индерә. Маскировка селтәрҙәре үрәләр, окоп шәмдәре эшләйҙәр, посылкалар туплайҙар, хаттар яҙалар", - тине Радий Фәрит улы, Башҡортостан халҡына рәхмәтен белдереп.
Республика Башлығы Мөрәжәғәтнамәһендә донъяла барған сәйәси ваҡиғаларға, килеп тыуған халыҡ-ара хоҡуҡи хәлгә туҡталды һәм ошо үтә лә ҡатмарлы мәлдә Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин тирәһендә тағы ла нығыраҡ берләшергә саҡырҙы. Үҙенең идара командаһы, республика Хөкүмәте, муниципалитет башлыҡтары алдына ҡуйылған бурыстарға туҡталып, уның иң тәүгеһе - Махсус хәрби операцияға, алғы һыҙыҡтағы беҙҙең яугирҙарға ярҙам итеү, тине.
• Мөрәжәғәтнамәнән билдәле булыуынса, республикала МХО-ға ярҙам тәүге көнөнән үк ойошторолған. Алғы һыҙыҡҡа барлығы дөйөм ауырлығы 20 мең тоннаға яҡын 171 гуманитар ылау ебәрелгән. Хәрбиҙәргә 2 меңдән ашыу автомобиль тапшырылған. Командирҙар ғаризаһы буйынса фронтҡа йөҙҙәрсә берәмек махсус техника оҙатылған. Еңеү өсөн предприятиелар бик күп эшләй. Мәҫәлән, "Башнефть" компанияһы алғы һыҙыҡтағы подразделениеларҙы яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итә, үҙ иҫәбенә 100 "УАЗ" автомобиле алған. "Башнефтегеофизика" предприятиеһы 100-ҙән ашыу техника, шул иҫәптән йөк "Урал"дары, тракторҙар һәм башҡа хәрби бурыстар өсөн тейешенсә әҙерләнгән техника тапшырған. Гуманитар йөк туплауҙа, предприятиеларҙан тыш, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, йәмәғәт ойошмалары, битараф булмаған кешеләр әүҙем ҡатнаша.
• Радиоэлектрон көрәш, осоусы аппараттарҙы асыҡлау һәм уларҙы юҡ итеү системаларын үҫтереү мәсьәләһенә туҡталып, Радий Хәбиров, FPV-дрондар, разведка дрондары һәм тотоп алыусылар эшләү һәм етештереү төп бурыс булып ҡала, тип билдәләне.
• Республика етәкселеге алдында торған төп бурыстарҙың береһе - күңеле ҡушыуы буйынса тыуған илен яҡлап сафҡа баҫҡан тиҫтәләрсә мең яҡташыбыҙға ярҙам итеү һәм уларҙы бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итеү. Икенсеһе - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам күрһәтеү. Былтыр төбәктә 12 яңы дәүләт ярҙамы сараһы ғәмәлгә ингән һәм уларҙың һаны 55-кә еткән. Дөйөм алғанда, ике йыл эсендә был маҡсатҡа бүленгән аҡса күләме ике тапҡырға артҡан - 13,4 миллиард һумдан 30,5 миллиард һумға тиклем. Республика Башлығы Хөкүмәткә был эште дауам итергә, сараларҙың һөҙөмтәлелеген анализларға һәм уларҙы үҫтереү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
"МХО зонаһынан ҡайтҡан яугирҙарға ярҙам итеү - айырыуса яуаплы бурыс. Улар йылы яҡтан ялдан түгел, ә һуғыштан ҡайта", - тине Радий Фәрит улы. Башҡортостанда ветерандар менән эш өс йүнәлеш буйынса ойошторолған: медицина реабилитацияһы, эшкә урынлаштырыу, социаль адаптация. Әле ҡайтҡан 3 меңдән ашыу яугирҙың 78 проценты тиерлек эшкә урынлаштырылған, 86 проценты диспансеризация үткән. Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталендә 2022 йылдан алып 7622 яугир дауаланған. Радий Хәбиров медицина йәмәғәтселегенең башланғысын хуплап, Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенә табип-хирург Михаил Каменевтың исемен бирергә тәҡдим итте.
• Башҡортостан Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе реабилитациялауҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын һауыҡтырыуҙы башлай. Республика Башлығы билдәләүенсә, беҙҙең шифаханаларҙың береһе лә был эштән ситтә ҡалмаған. Уларҙа бөтәһе 9 меңгә яҡын кеше дауаланған. Ләкин бюджет сикләүҙәре арҡаһында, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарының льготалы шифахана-курорт дауаланыуы туҡтатылған. Радий Фәрит улы республика Хөкүмәтенә финанслау сығанаҡтарын асыҡларға һәм был ярҙамды тулы күләмдә яңынан тергеҙергә ҡушты.
• Башҡортостанда "бер тәҙрә" режимында комплекслы консультация һәм практик ярҙам күрһәтеү өсөн Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәктәре асыла. Бөгөнгө көндә ошондай 20 үҙәк эшләй ҙә инде. Йыл аҙағына тиклем улар бөтә райондарҙа һәм ҡалаларҙа булдырылырға тейеш. Был эште һөҙөмтәле ойоштороу өсөн Радий Хәбиров Хөкүмәт аппараты структураһында бер ай эсендә айырым Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса департамент булдырырға, республика буйынса был эште координациялауҙы Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығына беркетергә ҡушты.
• Республика Башлығы "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының төбәк филиалы менән тығыҙ эшләүен билдәләне һәм Фонд рәйесе, статс-секретарь, оборона министры урынбаҫары Анна Цивилеваға республикабыҙға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Фонд филиалында 120 социаль координатор бар, улар 15 меңдән ашыу кеше менән эшләй. Филиал ойошторолғандан алып 130 меңгә яҡын мөрәжәғәт ҡубул ителгән.
• Шулай уҡ республика етәксеһе МХО-ла ҡатнашыусылар ассоциацияһының ролен айырым билдәләне. Уның район һәм ҡалаларҙа урындағы бүлексәләре бар. Радий Хәбиров Ассоциация етәксеһе, республика Башлығы ярҙамсыһы Оскар Ситдиҡовҡа барлыҡ муниципалитеттарҙа ла эште әүҙемләштерергә, ә Хөкүмәткә бының өсөн финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушты.
• Кадрҙар сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе булып Махсус хәрби операция ветерандарын дәүләт һәм муниципаль власть органдарына йәлеп итеү тора. Республикала "Геройҙар дәүере" Президент проекты менән бер рәттән "Башҡортостан Геройҙары" төбәк программаһы эшләй. Уларға ярашлы, 70 кеше махсус уҡыу һәм стажировка үтә. Курс үтеүселәрҙең бер өлөшө муниципалитеттарға һәм бюджет ойошмаларына эшкә урынлаштырылған да инде. Дәүләт Йыйылышы депутаттарынан 3 кеше Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, 95 ветеран урындағы үҙидара органдары депутаты итеп һайланған, уларҙың өсәүһе ауыл биләмәләрен етәкләгән. Алда Дәүләт Думаһына һәм Өфө ҡала советына һайлауҙар тора. Әгәр депутатлыҡҡа кандидаттар иҫәбенә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар инһә, ғәҙел булыр, тигән фекерҙә Радий Фәрит улы.
• Башҡортостандан 15 яугир Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғыҙы - һәләк булғандан һуң. Республикала Генерал Шайморатов ордены һәм миҙалы булдырылған. Улар менән меңәрләгән яугир наградланған.
• Башҡортостан Башлығы республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә тағы ла бер ауыр темаға - МХО-ла хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләү мәсьәләһенә лә ҡағылды. Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Панькина етәкселегендә даими эшләгән эшсе төркөм булдырыу кәрәк, тигән фекер әйтте. Премьер-министр урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибовҡа федераль органдар - Хәрби комиссариат һәм комендатура, Хәрби прокурор, Өфө гарнизонының Хәрби тәфтиш бүлеге һәм башҡа структуралар менән берлектә ошо эште ойошторорға ҡушты. Республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса яуаплы Михаил Закомалдиндан, туғандары хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙе эҙләү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итә алһын өсөн, бәйләнеш офисы булдырыуҙы һораны.
• Радий Хәбиров Махсус хәрби операция осоронда республика халҡының хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарын мәңгеләштереү буйынса саралар тураһында Указ әҙерләргә ҡушты. Өфөнөң Зорге майҙанында Махсус хәрби операция геройҙарына арналған мемориал төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән дә инде. Республика Хөкүмәте финанслау сығанаҡтарын билдәләргә һәм мемориалды проектлау буйынса эште башларға тейеш.
• Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы көс структуралары менән берлектә пилотһыҙ осоусы аппараттарҙың республика предприятиеларына һөжүменә ҡаршы етди эш алып бара. Сәнәғәт объекттары менән бер рәттән, дошман һөжүменә йылылыҡ һәм энергия менән тәьмин итеү объекттары ла дусар. Шуға Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығына ҡурсалауға алынған объекттар исемлеген киңәйтеү тураһында тәҡдимдәр әҙерләү һәм уларҙы оператив штабтың киләһе ултырышына сығарыу бурысы ҡуйылды
• Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, Махсус хәрби операция бурыстарын уңышлы хәл итеү өсөн оборона-сәнәғәт комплексын нығытыу мөһим йүнәлеш булып тора. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн республика биләмәһендә бындай предприятиелар уңышлы эшләй, улар дәүләт оборона заказын теүәл үтәй. "Төп бурыстарҙың береһе - был предприятиеларҙы кадрҙар менән тәьмин итеү. Беҙ уны "Ростех" предприятиелары, атап әйткәндә, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе менән уңышлы хәл итәбеҙ, колледждарға тейешле һөнәрҙәргә ҡабул итеүҙе арттырабыҙ. Был эште дауам итергә һәм тулы ярҙам күрһәтергә кәрәк", - тине төбәк етәксеһе.
"Бөтәһе лә фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн", тип әйтеүем башҡа мөһим социаль йөкләмәләрҙе икенсе планға күсерәбеҙ, тигәнде аңлатмай. Идара итеү командаһының оҫалығы бер юлы ике мәсьәләне хәл итеүҙә - Махсус хәрби операцияға һөҙөмтәле ярҙам ойоштороуҙа һәм республиканы артабан үҫтереүҙә - күренәсәк тә инде.
Үткәнебеҙ тураһында бик тапҡыр фекер бар. Ата-бабаларыбыҙ бер түгел, ә ике батырлыҡ күрһәткән. Улар Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулаған һәм аҙаҡ тулыһынса емерелгән илде күтәргән, беҙгә заводтар, фабрикалар, йорттар, театрҙар, юғары уҡыу йорттары, мәҙәниәт һарайҙары ҡалдырған. Өфөләге күп кенә биналар: телеүҙәк, тарихи күпер, Спорт һарайы 1950 - 1960 йылдарҙа төҙөлгән. Һуғыштан һуң нисә йыл ғына үткәс, Өфөнөң сәнәғәт юлдашы - Черниковск ҡалаһы ҡалҡып сыға. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа республикала яңы алты ҡала барлыҡҡа килде, 300-ҙән ашыу яңы предприятие һәм производство, шул иҫәптән ҙур химия һәм нефть химияһы үҫеш алды.
2022 йылдың февралендә Махсус хәрби операция башланһа ла, беҙ туҡтап ҡалманыҡ, социаль инфраструктураны үҫтереү мәсьәләләрен әүҙем хәл итәбеҙ, сафҡа 50-нән ашыу ҙур социаль объект индерҙек. Торлаҡ төҙөлөшө темпының түбәнәйеүенә юл ҡуйманыҡ. 12,5 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелде. 600-гә яҡын йәмәғәт биләмәһе, 500-ҙән ашыу ихата төҙөкләндерелде. 100 километрҙан ашыу юл һалынды һәм 5 мең километр самаһы юл ремонтланды. Республика көсө менән Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында өс йыл эсендә 5 миллиард һумға 238 торлаҡ, социаль һәм инфраструктура объекты тергеҙелде. Быйыл тағы 157 объектты тергеҙеү ҡаралған.
Беҙҙә һәр саҡ үҙ-ара ярҙам традициялары көслө булды. Мәҫәлән, Башҡортостан тәүгеләрҙән булып Курск халҡына ярҙамға килде. Беҙ тонналап гуманитар ярҙам ебәрҙек, шул иҫәптән аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, дарыуҙар һәм башҡалар. Беҙҙең лагерҙар өйҙәрен ташлап китергә мәжбүр булған Курск балаларын ҡабул итте. Белгородтан да балалар килде. Йәйгеһен беҙҙә Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан 5 меңдән ашыу бала ял итте", - тип башҡарылған ҙур эштәр тураһында һөйләне Радий Хәбиров.
• Махсус хәрби операция бындағы, тылдағы, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итмәҫ өсөн аҡланыу булып тора алмай, тип билдәләне Радий Хәбиров. "2025 йыл еңел килмәне. Бюджет дефициты менән бәйле ауырлыҡтар килеп тыуҙы. Әммә беҙ социаль әһәмиәтле бөтә сығымдарҙы тулыһынса ҡаплайбыҙ. Элек ҡабул ителгән пландарға һәм программаларға ярашлы, башҡа мөһим йүнәлештәрҙе лә алып барабыҙ. Был йәһәттән беҙҙең өсөн иң мөһиме - кешеләрҙең лайыҡлы йәшәү сифатын һәм кимәлен, иҡтисадтың бөтә секторҙарының һөҙөмтәле эшен тәьмин итеү, мөһим инфраструктура объекттарын төҙөүҙе дауам итеү. Беҙ элеккесә сәнәғәт производствоһы, инвестициялар, эшҡыуарҙар әүҙемлеге буйынса алдынғылар рәтендә. Бөгөн иҡтисади фронт еңеү алып килеүҙә төп урында. Президентыбыҙ ҡуйған илдең милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеү өсөн дә", - тине ул был йәһәттән.
• Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә, Премьер-министр Андрей Назаровҡа төбәктең иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереү буйынса системалы эш алып барғаны өсөн рәхмәт белдерҙе. "Шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә теләйем. Һеҙҙең ябай булмаған ниндәй шарттарҙа эшләүегеҙҙе, вазифағыҙға ҡарамаған күп кенә мәсьәләләрҙе хәл итеүегеҙҙе беләм. МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен хәстәрләйһегеҙ. Һәләк булған геройҙарҙың туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашаһығыҙ, тормоштарының ауыр ошо мәлендә уларға терәкһегеҙ. Бындай минуттарҙа һеҙ бөтә республика, бөтә ил исеменән вәкил булараҡ сығыш яһайһығыҙ. Райондарға барғанда күрә йөрөйөм: яугирҙарыбыҙҙың туғандары һәм яҡындары һеҙҙе әллә ҡайҙан танып тора, килеп күрешәләр, ярҙамығыҙ өсөн ихлас рәхмәт әйтәләр", - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен йомғаҡлап: "2026 йыл да еңел булмаясаҡ. Беҙ яҙмыштарҙы хәл итер ауыр һынауҙар осоронда йәшәйбеҙ. Бөтә яуаплы мәсьәләләрҙе намыҫ менән хәл итербеҙ, сынығырбыҙ һәм тағы ла көслөрәк булырбыҙ, тип ышанам. Геройҙарыбыҙ тиҙҙән еңеү менән иҫән-һау өйҙәренә әйләнеп ҡайтыр, тип ышанам. Бергәләп беҙ Ватаныбыҙ һәм ғәҙеллек өсөн көрәшәбеҙ. Фәҡәт беҙҙең быуынға Рәсәйҙе һаҡлау бурысы ятыуы менән ғорурланабыҙ. Был - оло хөрмәт", - тине.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 6 - 12 февраль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА