
Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Граждандар йәмғиәтен үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет рәйесе: Беҙ, депутаттар, Республика Башлығы бәйән иткәндәрҙең ни тиклем мөһим булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Былтыр БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай тарафынан МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса 30-ҙан ашыу закон ҡабул ителде. Быйылғы йыл планында ошо юҫыҡта тағы ла 4 закон ҡабул итеү ҡаралған.
Мөрәжәғәтнамәлә шулай уҡ хәҙерге осорҙа килеп тыуған ҡайһы бер проблемаларҙы хәл итеү юлдары хаҡында етди тәҡдимдәр индерелде. Мәҫәлән, МХО-ла хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләү буйынса махсус эшсе төркөм булдырыласағы үтә мөһим һәм актуаль мәсьәлә. Хәбәрһеҙ юғалғандарҙың ата-әсәләре, ҡатындары депутаттарыбыҙға мөрәжәғәт итеп тора, әммә әлегә уларҙы эҙләп табыу өсөн мөмкинлектәребеҙ сикләнгән булып, системалы эш алып барыу юлға һалынмағайны. Бына, мәҫәлән, Ғафури районынан миңә яҡташтарым хәбәрһеҙ юғалған бер яугирҙы эҙләргә булышлыҡ итеүемде һорағайны. Эҙләй торғас, ул кешенең Североморск ҡалаһында булыуын асыҡланыҡ: билдәле бер сәбәптәр арҡаһында ул шунда барып эләккән. Ә эшсе төркөм был эште системаға һала ала: төрлө өлкәләргә ҡараған мәғлүмәти ресурстарҙы туплап, армияның махсус хеҙмәттәре, хәрби частары, юғалғандарҙың яҡындары, хеҙмәттәштәре менән бәйләнешкә тиҙ арала бәйләнешкә инеү яҡшы һөҙөмтә бирәсәк, тип күҙаллана. Икенсе яҡтан, бындай проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнашыу депутаттарыбыҙға халыҡ менән тығыҙыраҡ бәйләнешкә инеүгә лә булышлыҡ итәсәк.
Юлдаш Йосопов, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитеты рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты: Республика Башлығы үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә РФ Президенты В.В. Путиндың Башҡортостан тураһында белдергән бик мөһим фекерҙәрен иҫкә алып үтте. Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылған Башҡортостан һәм уның халыҡтары быуаттар дауамында уртаҡ Ватанға тоғро хеҙмәт иткән, илгә дошман баҫып ингәндә алғы сафтарҙа барып, уның азатлығы өсөн ҡан түккән. Халҡыбыҙ өсөн тарих һабаҡтары йәшәйеш ҡағиҙәһенә тиң. Ватансыллыҡ - ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған рухи мираҫ, шуға күрә йәш быуындарыбыҙҙы ла ошо рухта тәрбиәләүҙе алдыбыҙҙа торған ҙур бурыс итеп ҡабул итәбеҙ. Халыҡтар дуҫлығы ватансыллыҡ нигеҙендә нығый, бына ошо үтә мөһим ике йәмғиәти сифатты мәғариф, тәрбиә системаһы аша балаларыбыҙҙың, йәштәребеҙҙең аңына һәм үҙаңына һеңдерә белергә тейешбеҙ. Халҡыбыҙ беҙгә үҙенең быуаттар дауамында тупланған бик күп рухи ҡиммәттәрен мираҫ итеп ҡалдырған. Ул ҡиммәттәрҙе балаларыбыҙ үҙ итһен, ҡабул итһен өсөн һәр даим эш алып барыу фарыз. 2026 йыл бер үк ваҡытта Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы итеп билдәләнеүе лә бик фәһемле. Әле иҫкә алынған ҡиммәттәр матур ғаилә мөхитендә һәм дуҫлыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә йәшәгән йәмғиәттә тиҙерәк һәм тотороҡлораҡ рәүештә формалаша. Ололарҙы хөрмәт итеү, ғүмереңде файҙалы хеҙмәткә бағышлау, матур ғаилә ҡороу, илде һаҡларға әҙер булыу - барса халыҡтарға хас ыңғай ҡиммәттәр. Ә әлеге көндә беҙ беренсе планға Ватан патриоттарын тәрбиәләүҙе ҡуябыҙ, сөнки, Республика Башлығы әйтеүенсә, был бурыс мәғариф системаһының барса звеноларында алып барылған һөҙөмтәле эш аша үтәлергә тейеш. Ошо айҡанлы Башҡортостанда киң таралыу тапҡан Шайморатовсылар хәрәкәтен атап үтергә була: бына бер нисә йыл инде халҡыбыҙ батыры, генерал Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөткән кластарҙа төрлө милләт балалары белем һәм тәрбиә ала, быны үҙебеҙҙең мәғариф системаһының бер матур ҡаҙанышы, тип атау урынлы булыр.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 6 - 12 февраль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА