«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯУГИРҘАРЫБЫҘ АЛҒА ЮЛ ЯРА
+  - 

Рәсәй ғәскәрҙәре Запорожьеға юл яра: ошо өлкәнең Петровка һәм Донецк Халыҡ Республикаһының Константиновка ҡалаһы янындағы Торецкое тораҡ пункттары азат ителде - үткән аҙнаның ахырғы көнөнә Махсус хәрби операция барышындағы мөһим яңылыҡ хаҡында РФ Оборона министрлығы хәбәр итте. Был еңеүҙең стратегик әһәмиәте шунда: Рәсәй ғәскәрҙәре ҡарамағына күсеүсе һәр ауыл һәм ҡала Орехово ҡаласығын азат итеүҙе яҡынлаштыра, ә был дошмандың Запорожьеға юл асыусы һуңғы нығытмаһы. Был йүнәлештә Рәсәй Ҡораллы Көстәренең "Көнсығыш" һәм "Үҙәк" хәрби төркөмдәре хәрәкәт итә.

Ә бына "Төньяҡ" ғәскәр төркөмөнөң артиллерия подразделениелары Сумы өлкәһендә Украина Ҡораллы көстәренең ут позициялары, тере көстәре һәм дрондар менән идара итеү пункттарын юҡ итте. Харьков йүнәлешендә дошмандың төп оборона төйөнөнә юл асыусы тағы бер пункт - Зеленое ауылы азат ителде. Купянск фронтында Украина Ҡораллы көстәренең ике ай буйына Купянск пунктына үҙ контролен ҡайтарырға маташыуҙары һөҙөмтәһендә дошман, киреһенсә, Оскол йылғаһының һул яры буйында байтаҡ ҡына биләмәһенән ҡолаҡ ҡаҡты. Славянск (Ҡыҙыл Лиман фронты), Донецк (Константиновка, Красноармейский, Гуляйполе фронттары) йүнәлештәрендә лә Рәсәй яугирҙары көсөргәнешле бәрелештәр аша алға табан хәрәкәт итеүҙән туҡтамай.
Әйткәндәй, социаль селтәрҙәрҙә МХО-ның ошо араларҙа тамамланасағы хаҡында уйҙырмалар таратыла. Ошо сәбәпле сәйәсмән Сергей Маркелов "Газета.Ru" баҫмаһында бөтөн мәсьәләнең Донбасс территорияһына бәйлелеген билдәләне һәм хатта Вашингтондың да конфликтты улар теләгәнсә тиҙ генә хәл итеү ихтималлығының икеле булыуын аңлай башлауы хаҡында һөйләне. Дәүләт Думаһының халыҡ-ара мөнәсәбәттәр комитеты рәйесе урынбаҫары Алексей Чепа фекеренсә иһә, тыныслыҡ килешеүенә яҡын араларҙа ла өлгәшеү мөмкинлеге бар, ләкин бөтөн мәсьәлә Европа менән уның көслө йоғонтоһона бирелгән Киев режимы башлығы Зеленскийҙың тиҫкәрелегенә һәм конфликтты нисек тә һуҙырға маташыуына килеп төртөлә. "Килешеүҙе Украинаның яңы лидеры менән генә төҙөү мөмкин һәм ышаныслыраҡ булыр ине",- тип белдерҙе депутат.
РФ сит ил эштәре министры урынбаҫары Александр Глушко Украинаның хәрби потенциалын сикләү кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, был мәсьәлә Украинаны ашығыс рәүештә Евросоюзға ҡабул итеү ихтималлығы шарттарында мөһим. Мәғлүм булыуынса, Украина 2022 йылдың февралендә ЕС ағзалығына ғариза биргәйне. Шул уҡ йылда ЕС советы илгә ЕС ағзалығына кандидат статусы бирҙе һәм был хаҡта Киев менән килешеүҙәрҙе 2028 йылға тамамларға иҫәп тота ине. Әле килеп, Financial Times гәзите яҙып сығыуынса, Европа чиновниктары берләшмәгә инеү тәртибен үҙгәртергә һәм Украинаны тиҙ арала ағзалыҡҡа ҡабул итеү мәсьәләһен ҡарарға тәҡдим итә.
Ә был ваҡытта донъя киң мәғлүмәт сараларында Евросоюздың блок булараҡ тәьҫир көсөн юғалта барыуы хаҡында хәбәрҙәр тарала башланы. Strategic Culture (SC) баҫмаһы яҙып сығыуынса, Еврокомиссия рәйесе Урсула фон дер Ляйен менән Евродипломатия башлығы Кая Каллас араһында ыҙғыш килеп тыуҙы. Сәйәси аҡыл йәһәтенән алыҫ китә алмаған һәм билдәле даирәләрҙә Ка-Ка ҡушаматы менән йөрөтөлгән Каллас үҙенең "верховный" коллегаһын "диктатор" тип атай һәм уның дипломатия мәсьәләләренә ҡыҫылыуына, үҙенең Урсула баҫымы аҫтында ҡалыуына зарлана. Францияның "Патриот" партияһы етәксеһе Флориан Филиппо үҙенең социаль селтәрендә Евросоюз штабын "аҡылдан яҙғандар йорто" менән сағыштыра һәм еврофанатиктарҙың бер-береһен ашарға әҙер булыуҙары хаҡында яҙа.
Парижда йәшәүсе меңәрләгән кеше Киев режимына финанс ярҙамды туҡтатыуҙы һәм Францияның Евросоюз менән НАТО-нан сығыуын талап итеп, демонстрацияға сыҡты. Украинала хәрби конфликт башланғандан алып, Франция Киев режимына 10 млрд евро аҡса күсергән. Оппозиция белдереүенсә, Евросоюздан сығыу - илдәге иҡтисади хәлде контролгә алыуҙың берҙән-бер юлы.
Геосәйәсәт аналитигы Патрик Хеннингсен, Европа илдәре АҠШ менән бәйле үҙ проблемаларын Рәсәй һәм Ҡытай тарафына йөҙ бороп ҡына хәл итә алыр ине, тип иҫәпләй. Бынан алдараҡ The New York Times гәзите яҙып сығыуынса, Вашингтон менән боҙола барған мөнәсәбәттәр шарттарында Европа лидерҙары ашығыс рәүештә Брюсселдәге штаб-квартираһында йыйылып, АҠШ президенты Дональд Трампҡа ҡаршы тороу планы төҙөнө. Ә Трамптың әлегә Европала эше юҡ. Ул ҡайһы бер эске сәйәсәт һәм Яҡын Көнсығыш мәсьәләләре менән мәшғүл. Мәҫәлән, ул АҠШ-тың элекке президенты Барак Обаманы кисекмәҫтән ҡулға алыуҙы талап итә. Аҡ йорт башлығы Обаманы 2016 йылдағы президент һайлауҙарында Трамптың Рәсәй менән хеҙмәттәшлеге хаҡында уйҙырма таратыуҙа ғәйепләй. Ҡушма Штаттар шул уҡ ваҡытта Тегеран тарафынан һөжүм ихтималлығына һылтанып, Яҡын Көнсығыштағы (Иордания, Кувейт, Бахрейн, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Катарҙа) хәрби базаларын өҫтәмә рәүештә һауа һөжүменә ҡаршы системалар менән көсәйтә. Тегеран менән ядро килешеүе төҙөүҙе көткән Трамп, үҙе белдереүенсә, Иранға ғәскәрҙәр төркөмө ебәргән, ләкин Тегеран һуғыш теләмәй, шулай ҙа үҙ мәнфәғәттәрен яҡларға әҙерләнеп, яуап рәүешендә шулай уҡ оборонаһын нығыта.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 6 - 12 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.02.26 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 
Эзопҡа бер танышы килә лә: "Һинең турала шул тиклем әшәке ғәйбәттәр һөйләйҙәр", - ти һәм ишеткәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. "Кинжал яһаусылар үлтереүсе түгел, шул кинжал менән файҙаланыусылар - үлтереүсе. Минең турала һөйләүселәр - ғәйбәтсе түгел, улар һөйләгәнде ҡабатлаусы һин ғәйбәтсе", - ти Эзоп.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru