«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӨҘЙӘШӘРҘӘР СЕРЕ
+  - 

Һаулыҡ мәсьәләләре буйынса эшләүсе бер компания 100 йәш һәм унан да уҙып киткән 100 кеше менән оҙайлы сәләмәтлек серҙәре тураһындағы һорауға яуап алыу ойоштора. Һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, ҡартлыҡтан дарыу булмаһа ла, кешенең үҙ ғүмерендәге көндәлек яҡшы ғәҙәт-ғәмәлдәре мөһим әһәмиәткә эйә тип табыла. Оҙон ғүмерлелекте, ғәҙәттә, генетика менән аңлатырға яратһалар ҙа, ул барыбер төп сәбәп булып тормай. Нью-Йорк университеты ғалимы Джордана Вайсс ҡартлыҡты тиҙләтеүсе елһенеү, ҡан тамырҙарының зарарланыуы, тән мускулын юғалтыу һәм стресс кеүек факторҙарҙы сәләмәт ғәҙәттәр тотҡарлауын иҫбатлай. Шуларҙың бер нисәһе:

- Файҙалы туҡланыу. Оҙаҡ йәшәүселәрҙең 67 проценты үҙҙәрен яҡшы тойоуҙа сәләмәт туҡланыу ғәҙәтен төп сәбәп тип иҫәпләй. Әллә ниндәй "суперфуд"тар хаҡында һүҙ бармай, әлбиттә. Һәр кем һатып ала алырлыҡ был аҙыҡ-түлек иҫәбенә йәшелсә төрҙәре, емеш-еләк, сәтләүектәр индерелә. Был ризыҡтар менән туҡланыу йөрәк һәм мейегә файҙалы, күҙәнәктәрҙе ҡартайыуҙан һаҡлай.
- Мускулдарҙы нығытыу. Һорауға яуап биреүсе йөҙйәшәрҙәрҙең 46 проценты даими рәүештә көс күнегеүҙәре менән шөғөлләнә икән. Йәш бара килә мускулдар көсһөҙләнә, тығыҙлығын, массаһын юғалта. Шул арҡала өлкән кешенең хәрәкәт мөмкинлектәре кәмей, йығылыу хәүефе һағалай. Бынан ҡотолоу юлы - көс һалыныусы күнекмәләр эшләү. Тикшеренеүселәр раҫлауынса, көс күнекмәләре менән аҙнаға ике тапҡыр булһа ла шөғөлләнеү 65 йәштән өлкән кешеләр араһында үлем хәүефен бермә-бер кәметә.
- Көн дә йәйәү йөрөү. Был шөғөл өлкән йәштәгеләрҙең тормош рәүешенә әүерелергә тейеш. Әлеге респонденттарҙың һәр икенсеһе даими рәүештә йәйәү йөрөргә ғәҙәтләнеүе хаҡында әйтә. Ғалимдар күптән раҫлап килеүенсә, көнөнә 7 мең аҙым атлау йөрәк-ҡан тамырҙарын яҡшырта, яман шеш сирҙәрен иҫкәртә. Йөрөгән һуҡмаҡ тәбиғәткә яҡын булһа, икеләтә файҙалы: был стресс гормондарын кәметә, кәйефте яҡшырта, иммунитетты нығыта.
- Стрестарҙы еңергә өйрәнеү. Һорау алыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең 36 проценты байтаҡ ваҡытын медитация, һулыш күнекмәләре, тыныс шөғөлдәргә бағышлыуы хаҡында һөйләгән. Хроник стрестың биологик ҡартайыуға килтереүе күптән билдәле: уның арҡаһында организмда кортизол гормонының кимәле күтәрелә, йоҡоһоҙлоҡтан интектерә һ.б. Шул уҡ ваҡытта тәрән һулыш гимнастикаһының бер нисә генә минуты ла нервылар системаһын тынысландыра ала.
- Баҡса эштәре. Йөҙйәшәрҙәрҙең өстән бер өлөшө күп ваҡытын баҡсаһында үткәреүе хаҡында хәбәр итә. Был улар өсөн яратҡан шөғөлө генә түгел, ә мускулдарҙы нығытыусы туҡтауһыҙ хәрәкәт тә. Асыҡ һауала ҡояш аҫтында эшләү организмды тәбиғи Д витамины менән байыта, ә был деменцияны иҫкәртеүҙә бик яҡшы сара.
- Кардиокүнекмәләр. Яуап биреүселәрҙең 28 проценты йүгереү, йөҙөү, велосипедта йөрөү кеүек йөрәкте сәләмәтләндереүсе күнекмәләрҙе ярата. Бындай ваҡытта түгелгән көс организмды нығыта, "әрһеҙлек"кә өйрәтә, ҡан әйләнешен яҡшырта һәм йөрәк сирҙәре хәүефен кәметә.

Шулай итеп...
Был тикшеренеүҙәрҙең авторҙашы Стейси Андерсен билдәләүенсә, тотороҡло физик сәләмәтлек йөҙйәшәрҙәргә көн дә йоҡонан билдәле бер маҡсат менән уянырға һәм көндө үҙҙәре планлаштырғанса яратҡан шөғөлдәре менән һәм күнекмәләр яһап үткәреү мөмкинлеге бирә. Иң мөһиме: улар йылдар буйы ғәҙәткә ингән күнекмәләрҙе иртәнсәк бит йыуыу, ашау кеүек үк, йәшәйештәренең тәбиғи бер өлөшө тип ҡарарға өйрәнгән һәм был шөғөлдәрен яратып, ашыҡмай, ихлас башҡара.

"Киске Өфө" гәзите, №5, 6 - 12 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.02.26 | Ҡаралған: 26

Киске Өфө
 
Эзопҡа бер танышы килә лә: "Һинең турала шул тиклем әшәке ғәйбәттәр һөйләйҙәр", - ти һәм ишеткәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. "Кинжал яһаусылар үлтереүсе түгел, шул кинжал менән файҙаланыусылар - үлтереүсе. Минең турала һөйләүселәр - ғәйбәтсе түгел, улар һөйләгәнде ҡабатлаусы һин ғәйбәтсе", - ти Эзоп.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru