«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАҒЫ СЫСҠАН ХАҠЫНДА, ЙӘКИ МИН УҒА ҠАРШЫ НИСЕК КӨРӘШӘМ?
+  - 


Мәҡәләмде бер лаҡап менән башлап китергә булдым әле. Бер кеше кирбесте порошок хәленә килгәнсе иҙеп, баҙарға һатырға алып сыҡҡан, имеш. Һауытына "Сысҡан дарыуы" тип яҙып та ҡуйған. Кешеләрҙе, әлбиттә, уның "инструкцияһы" ҡыҙыҡһындыра:
- Нисек ҡулланырға был дарыуҙы?
- Башта сысҡанды тотоп алып, ошо кирбес онтағын уның ике күҙенә лә һибеп, ҡабаттан иреккә ебәрергә кәрәк. Бер аҙҙан сысҡан һуҡырая, унан күҙе күрмәй башлағас, үҙенә аҙыҡ таба алмай, астан интегеп үлә…
- Һуң, сысҡанды тотоуын тотҡас, уны былай ҙа үлтерергә була бит...
- Эйе, - тип ихлас ризалаша һатыусы, - улай ҙа була…
Бынан 3-4 йыл элек гәзитебеҙҙә "Мин ни өсөн сысҡанды йәлләнем?" тип аталған мәҡәләм донъя күргәйне. Шуны ҡыҫҡаса ғына тағы иҫкә төшөрөп китәйем әле. Баҡсалағы үҫентеләрҙе сысҡан ҡырҡа башлағас, кешеләрҙән һораштырғылағайным, бер баҡсасы әбей сысҡанға ҡаршы бик һөҙөмтәле ысул барлығы хаҡында һөйләне. Ғүмер буйы баҡса үҫтереп өйрәнгән мәрйә халҡы ошо өлкәлә уны-быны күп белә бит инде… Күпмелер алебастр (гипс) порошогы алып, уны онға ҡушып бутарға кәрәк. Әлеге парник түтәленә шуны ҡуйып, йәнәшәһенә икенсе һауытҡа һыу ултыртыу тейешле икән. Кимереүсе ана шул он ҡатыш гипсты ашап алғас, һыу эсә һәм, күпмелер ваҡыттан, үҙе үлә, тинеләр. Тап улар өйрәткән рецепт буйынса ҡатнашма әҙерләп алдым да, баҡсама киттем. "Дарыуҙы" парник эсенә ҡуя-ҡуя, уның буласаҡ тәьҫирен һәм әлеге "бурҙың" нисек үләсәге хаҡында (табип күҙлегенән сығып) уйланам. Эйе, ысынлап та, бик уңай ысул. Сысҡандың аш бешереү трактына килеп эләккән алебастр тиҙ генә ҡатып, эсәктә бөтөнләйгә аш үтмәҫлек хәл тыуа. Медицина теле менән әйткәндә, "острая кишечная непроходимость" тип аталған бик ауыр, үлемесле сир барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә, был кескәй януарҙың ғүмере өҙөлә…
Эсәк сейәлеп, йә унда берәй шеш барлыҡҡа килеү арҡаһында, ашаған ашы эсәк аша үтмәү сәбәпле, ауыр хәлдә госпиталгә килеп эләккән кешеләрҙе күргәнем бар. Уларҙың ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыу маҡсатында ашығыс операцияларҙа ла ҡатнашырға тура килгеләне. Бындай сирле кешенең операциянан алда нисек ныҡ яфаланғанын бер күргәс тә, ғүмерлеккә иҫтә ҡала. Ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына (бер-ике минутҡа) тына биреп, унан ғәйәт ныҡ көсәйә барып, ыңғырашырға, хатта ҡысҡырырға мәжбүр иткән эс ауыртыу өйәнәктәре ауырыуҙы "стенаға менергә" мәжбүр итер һымаҡ! Сирле кешеләр үҙҙәре ана шул ауыртыуҙы "адские боли" тип атай, ҡатын-ҡыҙҙар уны бала тыуҙырыр алдынан булған "көсәнеү өйәнәгенә" лә тиңләй… Быуылып, ғәйәт ныҡ күбеп торған эсәктең шартлап китеүе лә ихтимал. Ваҡытында операция яһап, эсәктең үтеүен юлға һалмаған хәлдә, был сирҙән кеше мотлаҡ үлә… (Боронғо Ҡытайҙа үлем язаһына хөкөм ителгән кешеләргә шундай яза бирелгән ваҡыттар ҙа булған: тотҡондарға фәҡәт бешкән һарыҡ ите генә ашатып, башҡа бер ни бирмәй, тик һыу ғына эсергәндәр. Бер нисә көндән, был кешеләрҙең эсәгендә тап ана шул сир барлыҡҡа килгән, һәм улар, шулай ғазапланып, "үҙ үлеме менән" үлгән.) Әлеге әбей өйрәткән ҡатнашманы ашап, меҫкен сысҡандың да тап ана шулай ыҙа сигәсәген күҙ алдына килтерҙем дә уны ныҡ йәлләнем. Ҡыҫҡаһы - был дарыуҙы уға бирмәнем, тик ошо сысҡандың башҡаса парникка индермәүен һорап, Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылдым. Ысынлап та, шул йәй буйына әлеге кимереүсе күренмәне (Динебеҙ талаптарына ярашлы, ниндәй генә булмаһын, барлыҡ йән эйәһен дә ғазаплау тыйыла. Үлтерергә рөхсәт ителгән сысҡан, ағыулы йыландарҙы ла, ыҙалатмай ғына еңел юл менән үлтереү кәрәк).
Ә көҙгә ҡарай, гараж аҫтындағы картуф баҙына төшә башланы әлеге мәхлүк. Мөгәрәптәге картуф, кишерҙе ҡуймай, тәләфләй бит, ауыҙыңа май булғыры. Ошо хаҡта хәләл ефетемә әйткәс, ул магазиндан сысҡан ағыуы алып ҡайтҡан. "Сысҡан биҙгәге менән зарарланырға теләмәйем, баҙға бына ошоно һалып ҡуй, ҡотолорға кәрәк был кимереүсенән, - тип, һөйләнә-һөйләнә әлеге дарыуҙы сығарып бирҙе. - Йәй баҡсалағы сысҡанды йәлләгәйнең… Был - ағыу. Уны ашаған кимереүсе һис бер ыҙаһыҙ ғына үләсәк…"
Бик күптәрҙең ғәжәпләнеүендә лә шигем юҡ, әммә мин сысҡанға был дарыуҙы ашатыуҙан да ҡырҡа баш тарттым! Ни өсөн? Сөнки, уны ашап, ағыуланып үлгән сысҡандар мин күрмәгән яҡын-тирәгә ятып үләсәк һәм… һис шикһеҙ, серей, һаҫый башлаясаҡ! Ә мин уларҙы таба алмаясаҡмын. Ошо хаҡта хәләл ефетемә ышанырлыҡ дәлилдәр килтереп, фекеремде еткерҙем. Әммә ҡатыным ныҡыш булып сыҡты, бер көн сысҡан клейы алып ҡайтҡан:
- Ошо келәйгә йәбешкән сысҡан үлмәҫ тә, һаһымаҫ та… Тик һинең килгәнеңде генә "көтөп" ултырасаҡ...
- Һин нимә, хәҙер мин уны үҙем һуғып үлтерергә тейеш булам бит! Нисек шуны күҙ алдына килтерәһең? Һуғып үлтерергә ҡулым күтәрелмәйәсәк. Юҡ! Бармай!..
Ахырҙа, магазиндан сысҡан ҡапҡаны алырға ҡарар иттем. "Приманкаһына" килеп ҡағылған сысҡанды ҡапҡан уны шунда уҡ үлтергәнсе ҡыҫасаҡ! Йәнлек интегергә лә өлгөрмәйәсәк. Әммә был ҡапҡанға бер сысҡан ғына эләкте, башҡалары баҙҙағы картуф менән кишерҙе артабан дә кимерә бирҙе.
Шулай ҙа, төшөнкөлөккә бирелмәйем, кимереүсегә ҡаршы көрәштә иң ҡулайлы ысулын эҙләүемде туҡтатмайым. Тырыша торғас, интернеттан тағы бер нәмә табып уҡыным. "Дымовая шашка"… Магазиндан һатып та алдым. Быйыл, сентябрь айы башланғас та, картуфты һалырҙан алда, шашкаларҙың бер нисәһен баҙға төшөрөп, төтәтеп ҡуйҙым (Инструкцияһы буйынса, ут тоҡандырғас та, мөгәрәптән шунда уҡ сығып, ишекте баҫырып, бикләп ҡуйыу кәрәк). Әлеге януарҙың элек тишкеләп ингән өңдәрен дә ҡаплап торманым. Төтөн инһен өсөн… Бер аҙналай торғандан һуң, һаҡларға тәғәйенләнгән йәшелсәләрҙе баҙға төшөрҙөм. Әлхәмдүлиллаһ, инде яңы йыл етеп килеүенә ҡарамаҫтан, баҙҙа сысҡан әҫәре күренмәй. Әлеге төтөн еҫенән ҡурҡалар, буғай. Бындай ысул да үҙен аҡлайҙыр тип уйлайым. Ауыл өйҙәрендә ҡырансыл бесәй тотоу ҙа хәйерле, минеңсә.
Һәр төрлө инфекция, айырыуса, беҙҙең яҡтарға хас булған "Сысҡан биҙгәге" тип аталған сир менән ауырып китеү хәүефе һәр саҡ һағалай беҙҙе, ҡәҙерле туғандар, ана шунан һаҡ булырға кәрәк. Хәҙер, ҡыш башланғас, ғәйәт ҡурҡыныс булған ана шул ауырыуҙың вирусын йөрөтөүсе әлеге кимереүселәр кеше йәшәгән йылы торлаҡтарға һыйыныусан. Аҙыҡ-түлегебеҙҙе зарарлап йөрөмәһендәр өсөн, бына шулай итеп, уларға ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып барыла әле ул. Бәлки, кемдеңдер тағы ла ҡулайыраҡ ысулы барҙыр… Уларҙы ла тыңларға әҙермен.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №5, 6 - 12 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.02.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Эзопҡа бер танышы килә лә: "Һинең турала шул тиклем әшәке ғәйбәттәр һөйләйҙәр", - ти һәм ишеткәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. "Кинжал яһаусылар үлтереүсе түгел, шул кинжал менән файҙаланыусылар - үлтереүсе. Минең турала һөйләүселәр - ғәйбәтсе түгел, улар һөйләгәнде ҡабатлаусы һин ғәйбәтсе", - ти Эзоп.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru