
Эҫе Африка иленең тропик далаларында айырылмаҫ ике дуҫ, фил менән жираф, йәшәгән. Таң һарыһынан алып ҡараңғы төшкәнсе, улар киң көтөүлектәрҙә утлағандар. Оҙаҡ яуған ямғырҙар миҙгеле үткәс, далала тормош урғып ҡайнай башлай: ер күпереп торған һутлы үләнгә күмелә, йәшел төҫкә ингән ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар шаулай. Бер-береһенә иңгә-иң терәлешеп, тыныс ҡына антилопа, ҡырағай аттар, буйволдар утлай. Сәрүәр (акация) ағасының киң күләгәһендә, йәшелгә күмелгән сикһеҙ киңлекте күҙ уңынан ысҡындырмай ғына күҙәтеп, ғорур арыҫландар ял итә. Ҡуйы әрәмәлектә гепард, һыртлан, ҡаплан, сүл бүреһе кеүек бәләкәйерәк йыртҡыстар йәшеренгән. Ә инде мөлдөрәмә тулы күлдәрҙең йылы һыуында һәм ситендәге шифалы батҡағында бегемот менән носорог наҙлана
Ошолай итеп аҙналар һәм айҙар үтә. Бына бер заман был далаға ҡоролоҡ килә. Ҡасандыр һутҡа тулып ултырған тәмле үләндәр һулый, ағас һәм ҡыуаҡтар япраҡтарын ҡоя. Үлән ашап ҡына туҡланыусы ҡыр хайуандары, мул үләнле ерҙәр эҙләп, был тирәнән китә башлай. Улар артынан күршеләре булған йыртҡыс хайуандар ҙа эйәрә. Дала бөтөнләй бушап ҡала. Тик айырылмаҫ ике дуҫ - фил менән жираф ҡына тороп ҡала. Улар, элеккесә, икәүләп, ҡояш ҡыҙҙырған сикһеҙ даланы иртәнән алып кискә тиклем гиҙә. Был икәүгә көндән-көн ашарға табыу ҡыйынлаша.
Бер ваҡыт тамаҡ туйҙырыу өсөн аҙыҡ эҙләп, фил менән жираф бик оҙаҡ даланы ҡыҙыралар. Әммә ҡояшта янып ярылған был ерҙә бер бөртөк тә үлән тапмайҙар. Ҡапыл ҙур булып үҫкән баобаб ағасының күләгәһендә бәләкәй генә йәшел ҡыуаҡлыҡты шәйләйҙәр. "Был минеке! Мин беренсе күрҙем!" - тип ҡысҡырышып ҡыуаҡҡа ташланалар. Уҙышып йүгергәндә, ҡабырғалары менән бәрелеп, бер-береһен аяҡтан йығалар. Жираф эләгеп ҡолағанда тояғы менән филдең ҡолағына баҫа. Ә фил йығылғанда жирафтың оҙон муйынын саҡ һындырмай.
- Ибәтәйһеҙ, шөкәтһеҙ фил!
- Һонтор, һынһыҙ жираф! - тип бер-береһен әрләргә һәм кәмһетергә тотоналар.
Ҡасандыр бер-береһенән бер нәмә лә йәлләмәгәндәрен, бәләкәй генә аҙыҡты ла бүлешкән көндәрен онотоп, ике дуҫ талашып, үпкәләшеп айырышалар. Ошо көндән алып уларҙың далала бергә йөрөгәне күренмәй...
Бына Африкаға йәнә яҙ килә! Уның менән бергә ямғырҙар миҙгеле башлана. Тәбиғәт яңынан терелә. Жираф менән фил үпкәләшкәндәре өсөн бик үкенәләр. Әммә икеһе лә беренсе булып ғәфү үтенергә оялалар.
Жираф, бейек ағастарҙың ботаҡтарынан япраҡтарҙы йолҡа-йолҡа, дуҫы менән бергә утлаған матур саҡтарҙы иҫләп һағышлана: "Эх, минең оҙон телем! Мин бит иң яҡын дуҫымды рәнйеттем! Нимәләр генә әйтеп бөтмәнем уға! Нимәгә бит әле! Бер шәлкем япраҡ өсөн күпме насар һүҙҙәр ишетте ул минән! Хатта ҙур урман хәтле япраҡтарға эйә булһам да, дуҫым эргәмдә булмағас, уның да кәрәге булмаҫ ине миңә!"
"Ҡаты тиреле", тип әйтһәләр ҙә, ысынында, фил дә дуҫынан кәм ҡайғырмай. Уның дуҫы менән бик ярашҡыһы килә. Көн артынан көндәр уҙа. Дуҫтар бер-береһен ныҡ һағыналар, шул хәтлем юҡһыналар.
Бына бер көндө айырылыуға түҙә алмаған жираф беренсе булып филдән ғәфү үтенергә ҡарар итә лә, уны эҙләп юлға сыға. Ошо мәлдә фил дә жираф дуҫын эҙләп китә. Бушҡа ғына әйтмәйҙәр бит, йөрәктәре яҡын булғандар бер-береһен һиҙә, тип.
Тиҙҙән улар осрашалар. Алыҫтан уҡ бер-береһен күрһәләр ҙә, яҡынлашырға ҡыймайыраҡ торалар, сөнки икеһенә лә ныҡ оят була. Жираф беренсе булып ҡысҡыра:
- Фил туған! Дуҫым минең! Зинһар өсөн мине кисер! Мин дөрөҫ эшләмәнем! Миңә... һинһеҙ ныҡ ҡыйын!
- Жираф дуҫ! Мин ғәйепле барыһына ла! Һин ғәфү ит инде мине! - тип яуаплай фил.
Ике дуҫ, ниһайәт, ярашалар, башҡаса талашып йөрөмәйҙәр... Әгәр һүҙгә килешһәләр, бөтөнләй аҙға ғына - биш минутҡа ғына. Улар, бер-береһен ҡайғыртып, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа ла, ауырлыҡтар һәм бәлә килгәндә лә бергә ысын дуҫ булып ҡалалар.
"Иманлы кеше башҡаларҙан татыулыҡ, ризалыҡ, килешеү эҙләй һәм дуҫлыҡты үҙе ҡабул итә. Кем башҡалар менән дуҫлаша алмай икән, ул бәхеткә һис эйә була алмаҫ. Был - дуҫлашыу мөмкин булмағандарға ла ҡағыла", - тиелә бит хәҙистәрҙә лә.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 6 - 12 февраль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА