«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ШӘЛ БӘЙЛӘНЕМ, ШӘЛ БӘЙЛӘНЕМ...
+  - 

Башҡорт балы, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт ҡурайы янында бөтә илгә дан ҡаҙанған башҡорт шәле лә бар. Башҡорт дебет шәле Башҡортостан халҡын ғына түгел, бөтә Урал буйын, Ырымбур өлкәһен, Үзбәкстан, Алыҫ Көнсығыш, Себер, Мәскәү, Ханты-Мансы тарафтарын да йылыта. Уның шифалы йылыһын халҡыбыҙ борондан белгән, дебет алыу, һайлау серен, бәйләү оҫталығын ҡулдан-ҡулға тапшырған.

"Ағинәй юлы" район ағинәйҙәр эстафетаһы сиктәрендә Тәүәкән күп тармаҡлы мәҙәниәт йортонда дебет шәлгә арналған йылы, матур, файҙалы һәм күңелле осрашыуға йыйылды район ағинәйҙәре, ауыл уңғандары, оҫталары. Байрамға мәртәбә өҫтәп, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, район "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Искәндәрова, Теләүембәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Булат Каразбаев ҡатнашты. Фойела күҙҙең яуын алып торған шәлдәрҙән, шәл бәйләү өсөн ҡулланған ҡорамалдарҙан күргәҙмәләр ҡоролдо, шәл бәйләүсе уңғандар дебет менән һатыу итте, һатып алды.
Байрамдың икенсе өлөшө тамаша залында дауам итте. Килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләгәндән һуң, сәңкемдәр "Шәл өмәһе" тигән кис ултырыу йолаһын сәхнәләштереп, дебет шәлдең борондан килгән кәсеп икәнен раҫланы, кәзә һөтөнөң, дебетенең файҙаһы тураһында бәйән итте. Ошо шөғөлгә арналған әйтемдәр, мәҡәлдәр, һынамыштар, йыр-бейеүҙәр, гармун моңдары менән үрелеп барған кисәлә ысын мәғәнәһендә дебет шәлгә мәҙхиә йырланды. Бикбулат, Мәҡсүт, Йомағужа, Сирбай, Сапыҡ, Исем, Аҙнағол, Дауыт-Ҡайып, Теләүембәт уңғандары шәл бәйләү хәтирәләре менән уртаҡлашты, ул хәтирәләр, әлбиттә, хә-ҙерге заманда ла телдән төшмәгән "Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, шәлем түңәрәк түгел..." йыры менән оҙатылып барҙы. - Бындай байрамдар ауыл тормошон йәнләндереп, нурландырып ебәреүгә, йәш быуын күңелендә хеҙмәткә хөрмәт тәрбиәләүгә, ата-бабаларыбыҙҙың онотола барған шөғөлдәрен тергеҙеүгә булышлыҡ итә - бына был тырышлыҡ беҙҙең фиҙаҡәр ағинәйҙәребеҙ иңендә лә инде, - ти сараны ойоштороуға һәм уҙғарыуға ҙур көс һалған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Әбдрәхимова.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Күгәрсен районы.

"Киске Өфө" гәзите, №5, 6 - 12 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.02.26 | Ҡаралған: 312

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru