«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ГЕНЕРАЛ ЮҒАЛЫП ҠАЛМАҒАН
+  - 

Үткән аҙнаның йәкшәмбеһендә РФ Оборона министрлығы Рәсәй яугирҙарының бер-бер артлы тағы ла бер нисә тораҡ пунктын - Сумы өлкәһенең Сидоровка һәм Харьков өлкәһенең Глушковка, унан бер көн алда Чугуновка ауылдарын яулауы хаҡында хәбәр итте. Был йүнәлештә Украина ҡораллы көстәре 150-нән ашыу һалдатынан, дүрт складынан һәм 12 пикабынан ҡолаҡ ҡаҡты.

"Көнбайыш" ғәскәр төркөмөнөң подразделениелары Харьков өлкәһенең Печенеги, Новоосиново, Нечволодовка, Шийковка тораҡ пункттары райондарында ла дошмандың дүрт бригадаһы техникаһына һәм тере көстәренә тоҫҡап ут асты. Залп утының "Торнадо" реактив системаһы тарафынан Харьков йүнәлешендә дошмандың Рәсәй ҡалаларына дрондар осороусы терәк пункты юҡ ителде. 8 февралдә шулай уҡ Оборона министрлығы Һауа һөжүменә ҡаршы оборона сараларының 70-ләгән һауа сәбе - 27 HIMARS реактив снарядын, алыҫ араға идара ителеүсе өс "Нептун" ракетаһын һәм ҡырҡтан ашыу самолет рәүешендәге дронды бәреп төшөрөүҙәре хаҡында ла хәбәр итте.
Шул уҡ йәкшәмбе көн Владимир Зеленский Францияның оборона министры Катрин Вотрен менән осрашыуында Украинаның тотороҡлолоғон һәм оборона һәләтен тәьмин итеү буйынса ашығыс саралар күреүҙе талап итте һәм бының Европа позицияһын нығытыу өсөн дә мөһим булыуы, шулай уҡ илдең күпселек өлөшөндә электр утының һүнеүе хаҡында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта уның France2 француз телеканалына интервьюһы Украинала ла, Көнбайышта ла, Рәсәйҙә лә ҡырҡа ғәйепләп ҡабул ителде. Украин лидерын тыныс һөйләшеүҙәр барышын күрәләтә өҙөүҙә, конфликтты һуҙырға маташыуҙа һәм фронттағы ысынбарлыҡты үҙ файҙаһына бороп алдашыуҙа ғәйепләнеләр.
Шуныһы ҡыуандыра: Европала Зеленскийҙың кем икәнен күптән аңлаған һәм ысынбарлыҡ хаҡында айыҡ фекер йөрөтөүсе көстәрҙең тауышы нығына бара. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә генә Люксембургтан Европарламент депутаты Фернан Картайзер Украинаны денацификациялауҙың Европа илдәре мәнфәғәтенә лә ярашлы булыуы хаҡында белдерҙе. Сөнки, тине ул, Киевтың бөгөнгө сәйәси йүнәлешендә неофашистик хәрәкәттәр менән бәйләнеш көсәйә генә бара. Бындай илде Евросоюз составына алыу мөмкин түгел. Бынан алдараҡ Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова әйтеүенсә, Украинаның хөкүмәт йорто урынлашҡан Банк урамы неонацистарҙың йыйылышып, өсөнсө рейх мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүсе коллаборационастар төйәгенә әүерелгән. РФ Юристар ассоциацияһы рәйесе Сергей Степашин белдереүенсә, украин неонацистарына халыҡ-ара трибунал булдырыу хаҡындағы мәсьәлә әлеге ваҡытта Рәсәй хоҡуҡ һағы органдарында ҡарала башланы. Чехияның премьер-министры Андрей Бабиш та реаль ысынбарлыҡтан сығып фекер йөрөтөүсе ана шундай сәйәсмәндәрҙең береһе. Ул Евросоюз илдәре лидерҙарын Украина конфликтын көйләү буйынса Рәсәй Президенты Владимир Путин менән туранан-тура бәйләнешкә инергә саҡырып мөрәжәғәт итте. Әлеге ваҡытта Европа оҙайлы көрсөктән арыны һәм Рәсәй менән һөйләшеүҙәр башлау тураһындағы фекерҙе яҡлаусылар арта бара, тине Бабиш.
8 февраль Берләшкән Ғәрәп Әмираттарында генерал-лейтенант Владимир Алексеевҡа тоҫҡап атыусы 65 йәшлек Рәсәй һәм Украина гражданы Любомир Корбаны тотҡандар һәм ул Рәсәйгә ҡайтарылып, суд хөкөмө көтә. Ошо йәһәттән отставкалағы полковник, "Комсомольская правда" гәзитенең хәрби күҙәтеүсеһе Виктор Баранец Мәскәүҙә украин разведчиктары, диверсанттары, террористарының әүҙем эш итеүе һәм тейешле һаҡ ойошторолмаған беҙҙең генералдарҙың эҙәрлекләүгә дусар ителеүе хаҡында үҙенә генә хас ҡәтғи фекерен белдерҙе: "Һөҙөмтәлә Украина хәүефһеҙлек советының ниндәйҙер бер маңҡаһы Генераль штабтың Баш разведка идаралығы начальнигы урынбаҫары, генерал-лейтенант, Рәсәй Геройын эҙәрлекләп, яуыз маҡсатына ирешергә лә мөмкин ине бит!" Баранец һөйләүенсә, Махсус операция башланған осорҙа хәүефһеҙлек маҡсаттарында офицер корпусы вәкилдәренең күптәре ваҡытлыса эшләгән урындарында йәшәне һәм ул саҡ бындай хәлдәр булманы. Шуның өсөн әле лә уларға һаҡты көсәйтергә, йәшәгән урындарын алмаштырып торорға - Ватанға тоғро хеҙмәт итеүсе генералдарыбыҙҙы һаҡларға тейешбеҙ, тине. Мәғлүм булыуынса, 6 февралдә генерал-лейтенант Владимир Алексеевҡа киллер Корба өс тапҡыр ата, бер пуля - аяғына, икәүһе ҡорһаҡ өлөшөнә тейә, ләкин элекке десантник юғалып ҡалмай, киллерҙың Макаров пистолеты тотҡан ҡулын эләктереп ала һәм уға берҙе "тондороп" та өлгөрә, тик киллер подъездан сығып ҡаса. Юғалып ҡалмауы һәм яҡшы хәрби әҙерлеге генералды үлемдән ҡотҡарып ҡала ла инде. Әлеге ваҡытта Рәсәй Геройы дауаханала һәм ауыр хәлдә булһа ла үҙ аңында һәм уның ғүмеренә ҡурҡыныс янамай, ти табиптар.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 13 - 19 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.02.26 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 
Эзопҡа бер танышы килә лә: "Һинең турала шул тиклем әшәке ғәйбәттәр һөйләйҙәр", - ти һәм ишеткәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. "Кинжал яһаусылар үлтереүсе түгел, шул кинжал менән файҙаланыусылар - үлтереүсе. Минең турала һөйләүселәр - ғәйбәтсе түгел, улар һөйләгәнде ҡабатлаусы һин ғәйбәтсе", - ти Эзоп.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru