«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
СОЦИАЛЬ "БЕРМУД ӨСМӨЙӨШӨ", ЙӘКИ ҮҪМЕРҘӘР ЕНӘЙӘТСЕЛЕГЕ АНАТОМИЯҺЫ ХАҠЫНДА
+  - 


Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының бер мәктәбендә булған ғәҙәттән тыш ваҡиға йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырҙы: Владик (исеме үҙгәртелеп бирелде), 9-сы класс уҡыусыһы, мәктәпкә пластмассанан яһалған уйынсыҡ автомат алып килә, тарих уҡытыусыһына (бер үк ваҡытта уның класс етәксеһе) һәм өс класташына төбәп ата, петардалар шартлата.

Был хәлде билдәле бер сәбәптәр арҡаһында үҫмерҙең психикаһында ошо педагогҡа һәм класташтарына ҡарата нәфрәт тойғоһо барлыҡҡа килеүе, уларҙан нисек итеп булһа ла үс алырға теләүе һөҙөмтәһе итеп ҡарарға кәрәк. Үҫмер үҙенең насар ҡылығын уҡытыусыһын һәм класташтарын ҡурҡытырға теләүе менән аңлата. Владик әйтеүенсә, ул быға тиклем класташтары менән һуғышып та ҡараған, уҡытыусылары, директор урынбаҫарҙары менән әңгәмәләр ҙә булған. Әлегә ошо ваҡиға тикшерелеп бөтмәгән. Бәлки, үҫмерҙең яман ҡылығын был осраҡта ла һуңғы осорҙа Рәсәй мәктәптәрендә киң таралыу тапҡан буллинг менән дә бәйләп булалыр. Күптән түгел ошондай уҡ енәйәти ваҡиғалар Татарстандың Түбәнге Кама (Нижнекамск) ҡалаһында, Мәскәү өлкәһенең Одинцово ҡалаһында һәм Красноярск ҡалаһының бер мәктәбендә теркәлде. Әле иҫкә алынған һәм башҡа ошондай ғәҙәттән тыш ваҡиғалар йәмғиәтебеҙҙә замандаштарыбыҙҙың әхлаҡи һәм рухи мөхитенә зыян килтереүсе, кешелекһеҙлеккә алып килеүсе етди проблемалар булыуына дәлил.
Уҡыусыларҙың педагогтарға йә иһә класташтарына һөжүм итеүен яманаты сыҡҡан буллингҡа ғына ҡайтарып ҡалдырып булмай шул. Үҫмерҙәрҙең аңлы рәүештә башҡаларҙың һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф янаған ғәмәлдәр ҡылырға теләүенең үҙ мотивацияһы бар. Был иң беренсе нәүбәттә үҫмерҙең психикаһында, бигерәк тә эмоциональ донъяһында, көсәйә барған психоген тайпылыштар, киҫкен негатив хис-кисерештәр менән бермә-бер бәйле. Ошо һығымтаны мәктәптә психологик террор актын ойоштороусы үҫмерҙең Телеграм-каналда үҙе асҡан чатындағы яҙмалары раҫлай. Владиктың ошо яҙмаларҙа сағылыш тапҡан уй-кисерештәре уның үтә киҫкен психологик кризис халәтенә тарыуын да күрһәтә. Яҙмаларҙың айырым урындарына иғтибар итәйек:
"Мин бында үҙемдең уйҙарым хаҡында яҙасаҡмын, был киләсәктә енәйәт дәлиле буласаҡ (моғайын). Миңә бик ҡыйын, бер яҡшы нәмә лә юҡ һымаҡ, бөтәһе лә туйҙырған, бер төрлө, бәхеттең йә ниндәйҙер яҡшы нәмәнең булыуы мөмкин түгел. Мин көслө кеүекмен, шул уҡ ваҡытта көсһөҙмөн, матур кеүекмен, ғәрип кеүекмен дә... Ҡайһы саҡта быныһын да, тегенеһен дә таныйым. Миңә ниндәйҙер бер насарлыҡ ҡылыуҙан башҡа бер нәмә лә ҡалманы, мин барыһын да эшләргә маташҡайным... ...Мин баш күтәрәм һәм миңә һеңдерелгәндәрҙән ҡотолорға тырышам, һәм бының өсөн мине күрә алмайҙар, һоро масса күрә алмай, мин улар кеүек булмағас, көнләшәләр генә. Мәҫәлән, минең класс. Юҡҡа мин 6-сы класҡа бында күскәнмен. Быға тиклем дә башҡа кластарға күскәнем булды, элеккеһендә ҡалған булһам, яҡшыраҡ булыр ине. Балиғ булғанға тиклем төрмәлә ултырырмын инде, әммә мин былай ҙа күп нәмә эшләп өлгөрҙөм, юғалтыр нәмәм юҡ". Чаттағы ошо яҙмаларҙан үҫмерҙең үҙ эсенә йомолоуы, үҙе лә аңлай алмаған эске халәтенән сикһеҙ ыҙаланыуы, кәмһетелгән, ситкә тибелгән итеп тойоуы аңлашылып тора. Уларҙан Владиктың психикаһында патологик тайпылыш билдәләре барлыҡҡа килеүен асыҡлап була. 27 ғинуарҙа ул бына нимә тип яҙа (нөсхәләгесә, русса бирелә): "Как же я сейчас на взводе. Как обычно не выспался и теперь слушаю тупой гундеж одноклассников про их шутки и смешки, но при этом представляю, как расправлюсь со всеми ими и так возбуждаюсь - меня аж тресёт".
Әйтергә кәрәк, психологияла үҫмерлек осорон былай ҙа кризислы, ҡапма-ҡаршылыҡтар менән тулы стадия итеп ҡарайҙар. Был балаларҙың үҙҙәрен үҙаллы, тулы хоҡуҡлы, ололарға тиң итеп баһалауы менән аңлатыла. Тап ошо йылдарҙа байтаҡ ҡына үҫмерҙәр үҙҙәрен ололарға ҡаршы ҡуя, уларҙың әйткәнен тыңламай, буйһонмай башлай. Дәрестә уҡытыусыға ҡаршы һүҙ әйтеү, уның ҡушҡанын үтәргә теләмәү, дәрестәрҙән ҡасып ҡалыу үҫмерҙәр араһында "батырлыҡҡа" тиңләнә. Бындай ситуацияла уҡыусының эске донъяһын аңлай алыу, уның үҫеш энергияһын яҡшы яҡҡа йүнәлтеү педагогтың тәрбиәсе булараҡ маһирлығынан тора. Әгәр ҙә ки ниндәйҙер бер уҡыусыға һәр даим кире баһа бирелә икән, ул йә үҙ эсенә йомола, йә уҡытыусы менән конфликтҡа инә. Насар уҡыған, мәктәптә йыш әрләнгән, насар ҡылыҡтары арта барған үҫмерҙе ғаиләһендә ата-әсәләре лә шул уҡ нисек тә булһа "баҫтырып", йүгәнләп тотоу алымын ҡулланып тәрбиәләргә тырыша. Шулай итеп, яманатлы үҫмер бер юлы өс яҡтан - мәктәптә уҡытыусылары йә иһә мәктәп етәкселәре, класташтары, үҙ өйөндә ата-әсәһе баҫымына һәм ҡыҫымына дусар ителә...
Һүҙ барған осраҡта ла беҙ ябай үҫмерҙең ни рәүешле енәйәти ғәмәл ҡылыу юлына баҫҡанын асыҡ тоҫмаллай алабыҙ. Үҫмер йылдарында һәр бала билдәле бер социаль мөхиттә йәшәй һәм үҫә: ул ғаилә, мәктәп һәм тиҫтерҙәре, йәштәштәренән хасил була. Образлы итеп фекер йөрөткәндә, ошо "социаль өсмөйөш", әгәр ҙә ул һәр баланың үҫешеп барыусы шәхесенә позитив йүнәлеш бирә алһа, уның ыңғай сифаттарын формалаштырыуҙа төп урын биләй. Әммә билдәле бер сәбәптәр арҡаһында, атап әйткәндә, ошо өс мөхиттә баланың аңын, үҙаңын, хис-кисерештәрен, кешеләргә, донъяға ҡараштарын ағыулап, томалап торған, уның күңел халәтенә, ҡылған ғәмәлдәренә негатив йүнәлеш биргән хәл-ваҡиғалар ағымы һүҙ барған өсмөйөштө психологик ауға әйләндерә ала. Ошондай ауға эләккән үҫмерҙең эске донъяһында, психикаһында тайпылыштар барлыҡҡа килә, тора-бара был уны патологик ғәмәлдәр ҡылыуға этәрә. Әле бәйән ителгән психологик механизм үҫмерҙәрҙең агрессивлығын бермә-бер көсәйтә һәм, ахыр сиктә, енәйәт ҡылыуға килтерә. Ошонан сығып, Владиктың хулиганлыҡ акты ҡылыуына анализ биреп ҡарайыҡ.
Беренсенән, ул Өфөлә йәшәгән ҡәҙимге бер ғаиләлә үҫә, ата-әсәһе -вазифалы хеҙмәткәрҙәр. Был уҡыусының мәктәптә уҡыу һәм тәртип буйынса проблемалары була, йыш ҡына дәрес ҡалдыра, класташтары менән конфликтҡа инә, улар менән һуғышып та китә. Тарих, инглиз теле, математика, химия уҡытыусыларын насар уҡығаны, тәртип боҙоуы айҡанлы әрләгәндәре өсөн күрә алмай. Был хаҡта уҡыусының ата-әсәһе белеп тора, әммә, күрәһең, баланы бары тик тиргәү, киҫәтеү, баҫым яһау юлы менән генә "төҙәтергә" тырышалар. Улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның аңында, эмоциональ донъяһында ниндәй негатив үҙгәрештәр барғанын белмәй, сөнки бының өсөн ауыр ситуацияла ҡалған үҫмерҙе аңларға, уның яғынан үҙҙәренә ҡарата ышаныс, яҡшыға өмөт итеү кеүек тойғоларға нигеҙ бирерлек аралашыуға күсеү фарыз. Күрәһең, даими тыйыу, әрләү һөҙөмтәһендә ғаиләлә бары тик ыҙғыш сыға, үҫмер менән ата-әсәһе араһында конфликт көсәйә бара. Ә бит атай кешегә лә, әсәйгә лә мәктәпкә йышыраҡ барып, уҡытыусылар, класс етәксеһе, мәктәп етәкселәре, үҫмерҙең класташтары менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, килеп тыуған киҫкен проблеманы хәл итеү мөмкинлеген табырға була ине. Үкенесле, үҫмер үҙ өйөндә, үҙенең иң яҡын кешеләренән аңлау ҙа, хәленә инеү ҙә, психологик ярҙам да таба алмай. Образлы итеп әйткәндә, Владиктың "тылы" үтә тарҡау һәм ышанысһыҙ зонаға әйләнә. Драматик "өсмөйөш"төң ғаилә тигән мөйөшө үҫмер өсөн ябыҡ ҡала.
Икенсенән, Владик ни өсөн үҙе уҡыған мәктәпте, уның айырым уҡытыусыларын күрә алмай башлай? Бер кемгә лә сер түгел: һәр бер мәктәптә, шулай уҡ алдынғы тип һаналған гимназия һәм лицейҙарҙа ла, теге йәки был сәбәптәр арҡаһында ауыр уҡыған, теге йәки был предметтан өлгөрөшө ныҡ аҡһаған уҡыусылар була. Ул ғына ла түгел, үҫмерҙәр араһында конфликттар ҙа килеп сыға. Әгәр педагогтар был проблемаларҙы бары тик баҫым яһау, киҫәтеү, "ғәйепле" уҡыусыға тик насар билдәләр генә ҡуйыу, ата-әсәһен иҫкәртеү кеүек тышҡы педагогик алымдар аша ғына хәл итергә теләһә, бынан әллә ни фәтеүә булмаясаҡ. Киреһенсә, иптәштәре алдында һәр даим кире баһаларға дусар ителгән үҫмерҙең психик торошо көндән-көн ҡатмарлаша ғына бара: ул һәйбәт үҙләштерә алмаған предметтарҙы яратмай, уҡытыусыһына үсегә, йыш ҡына дәрестәрен ҡалдыра, хатта дәрестәргә инмәйенсә, көн буйына урамда йөрөй. Әммә класс етәкселәре лә, тарих, инглиз теле һәм химия уҡытыусылары ла (Владик улар менән йыш ҡына конфликтҡа инә) үҫмерҙең ни сәбәпле "ауыр холоҡло" бала булып формалашыуына төшөнә алмай, бәлки, был уларҙы ҡыҙыҡһындырмағандыр ҙа. Был осраҡта педагогтарға, уҡыусының өлгөрөш кимәлен икенсе планға ҡуйып, уның эске кисерештәрен, ни уйлағандарын, нимәгә ынтылғандарын асыҡларға кәрәк булған да бит...
Бала нисек кенә насар уҡымаһын, һәләтле, тырыш, гуманлы педагог уның күңеленә үтеп инә алыу юлдарын таба, нисек итеп булһа ла унда үҙенә ҡарата ихтирам һәм ышаныс булдыра ала. Тик иң әүәл үҙ предметыңды ситкә ҡуйып тороп, үҫмерҙе үҙеңә тиң күреп аралашыу аша ғына уны борсоған, эстән бимазалаған уйҙарын, негатив кисерештәрен асыҡлап була. Ҡайһы уҡытыусы дәрестәрҙән һуң Владик менән урамда бергә йөрөп, уның менән дуҫтарса, яҡындан аралашырға ваҡыт тапты икән? Әлеге гимназияның тарих уҡытыусыһы ғына, ул үҙе белдереүенсә, башҡа предмет уҡытыусылары менән ошо уҡыусы хаҡында фекер алышып ҡарай, әммә уларҙың береһе лә Владик менән уртаҡ тел табып өлгөрмәй. Һәләтһеҙ бала булмай, Владиктың уҡыуҙан башҡа ниндәй ҙә булһа һәләттәре, ҡыҙыҡһыныуҙары булғандыр бит? Һуңғы өс йыл ярым дауамында Владик нисә тапҡыр хуплау, маҡтау һүҙҙәрен ишетте икән? Булмағандыр, юғиһә, ул уҡыған мәктәп мөхите "ау-өсмөйөштөң" бала күңеле өсөн ҡараңғы, күрә алмаҫлыҡ бер мөйөшөнә әүерелмәҫ ине. Үҫмерҙең беҙ алдараҡ иҫкә алған чатындағы бер яҙма (29 ғинурҙа теркәлгән), педагогик коллективтың ауыр холоҡло бала күңеләнә юл тапмай, тышҡы баҫым аша ғына "тәрбиәләргә" тырышыуының ниндәй драматик һөҙөмтәгә килтереүенә дәлил: "[Нецензурно], из-за того, что я неделю до этого прогулял, меня жёстко отчитывали у завуча и потом маму вызвали. Меня в один день так наругали, что я [нецензурно] начал ненавидеть всех в школе, просто ещё больше, хотя я и так был в точке кипения, и всем плевать. Все только продолжали смеяться, ублюдки конченые".
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа беҙҙең мәктәптәребеҙ үҙ эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген, башлыса, һәр бер предмет буйынса иҫәпләп сығарылған өлгөрөш проценттары, ТДИ һәм БДИ һөҙөмтәләре, йәғни, дөйөм ҡабул ителгән һанлы күрһәткестәр менән генә баһалай. Бындай ситуацияла уҡыу предметы уҡытыусылар һәм уҡыусылар табынған фетишҡа әйләнә: кемдәр ошо дидактик феноменды һанламай, уға зыян килтерә - улар мәктәп мөхитендә автоматик рәүештә "ситкә тибелгәндәр" иҫәбенә индерелә. Ҡабатлап әйтергә тура килә: һандар, цифрҙар хөкөм һөргән мөхиттә бала шәхесенең ысынбарлығына, уның күңел һандығында ниндәй ҡиммәттәр тупланыуына иғтибар юғала бара.
Инде ауға әйләнгән өсмөйөштөң өсөнсө мөйөшөнә күҙ һалайыҡ. Владиктың класташтары, йәштәштәре биләй ул мөйөштө. Ни сәбәпле Владик уларҙы күрә алмай башлаған, уларҙың аралашыу мөхитен ниндәй һүҙҙәр, ниндәй ғәмәлдәр ағыулаған? Әлбиттә, ошо мөхиттең ысынбарлығын белмәгән-күрмәгән кешегә фараз итергә генә ҡала. Ә бит уҡытыусылар, класс етәкселәре, директор урынбаҫарҙары, социаль педагог һәм мәктәп психологы (ул булған хәлдә) һәр көн, һәр даим ошо балалар менән дәрестәр уҙғарған, тәрбиә саралары ҡулланған, педагогик советтарҙа һәм ата-әсәләр йыйылыштарында сығыш яһаған һ.б. Уларға әле иң яман хәлгә тарыған уҡыусы менән уның класташтары араһында барған системалы конфликт билдәле булған бит, ошо хаҡта ғәйепләнеүсе Эске эштәр министрының үҙенә лә асыҡтан-асыҡ әйтә. Әммә гимназия педагогтары үҫмерҙең тәртибен "йүнәтә" алмай, һөҙөмтәлә был ҡаршылыҡ шаҡ ҡатырлыҡ, драматик финишҡа алып килә.
Владик үҙе һәм класташтары араһындағы конфликт, улар тарафынан даими рәүештә кәмһетелеүе, башҡаларҙың уның шәхесенән асыҡтан-асыҡ көлөп, мыҫҡыл итеп ҡарауы хаҡында ата-әсәһенә лә әйтеп ҡарай. Бер уҡыусы әйтеүенсә, Владик бер класташы менә низағлашып, уға ҡул күтәрә. Был фактты гимназияла белгәндәрҙер бит? Ни эшләп уҡыусылар, ата-әсәләр ҡатнашлығында йыйылыш уҙғарып, үҫмерҙәрҙе килештереү хаҡында һөйләшеү булмаған, конфликттарға, бер-береһен мыҫҡыллауҙарға кәртә ҡуйылмаған? Хулиганлыҡ ғәмәлен ҡылыусы үҙенең чатында уҡытыусыларын, класташтарын күрә алмауы, уларҙан үс алырға теләүе хаҡында асыҡтан-асыҡ белдерә, уйынсыҡ автомат тотоп төшкән фотоһын ҡуя. Владиктың чатында тәүҙә үк 30-ҙан ашыу яҙылыусы була, улар, күрәһең, ошо гимназия уҡыусыларылыр. Әммә улар барыһы ла, үҫмерҙең ни ҡылырға әҙерләнеүен белә тороп, битараф күҙәтеүсе генә булып ҡала, ошо хаҡта бер кемгә лә әйтмәй. Ә кәмһенеү комплесын бик ауыр кисергән үҫмер үҙенең хәлен үҙенсә аңларға, үҙенсә баһа бирергә һәм һығымта эшләргә маташа: "Һуңғы бер-ике айҙа минең хәлем нисектер бер ни тиклем сәйерерәк, элегерәк (2025 йылдың сентябрь, октябрь, ноябрь тирәләрендә) мин үҙемде агрессив, ышаныслы тоттом, ҡурҡыуҙарым менән көрәштем һәм һәр даим кем менән булһа ла ыҙғыштым. Хәҙер был юҡ инде, мин яңынан түҙергә тырышам, әммә был миңә кәрәк, мин бит етерлек асыу туплайым, барыһын да ... өсөн".
Ә Рәсәй мәктәптәрендә Владик кеүек психологик тайпылыштар кисергән, негатив, агрессив халәтен нисек итеп булһа компенсациялау, үҙ-үҙен аҡлау һәм үҙе эләккән психосоциаль ауҙан ҡотолоу юлдарын кешеләрсә таба алмаған үҫмерҙәр аҙмы ни? Әле бәйән ителгәндәрҙе мәктәптә һәм йәмғиәттә ныҡ борсолоу тыуҙырған үҫмерҙәр енәйәтселегенең анатомияһы итеп ҡарап, ошондай социаль "Бермуд өсмөйөшө"нә эләккән үҫмерҙәрҙе имен-аман ҡотолдора алыу юлдарын табыу зарур. Беҙ, совет осоро балалары, класташ булған тиҫтерҙәребеҙҙе ғүмеребеҙ буйына һағынып, уларҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алыусы быуындарҙан. Ни өсөн хәҙерге уҡыусылар араһында теләктәшлек, ярҙамсыллыҡ, ысын иптәшлек урынын йыш ҡына битарафлыҡ, ғәҙелһеҙлек, мин-минлек, көнсөллөк, уҫаллыҡ, хатта ки агрессивлыҡ кеүек иң йәмһеҙ сифаттар биләй? Бының сәбәбен донъя һәм ил кимәлендәге социаль мөхиттәге негатив үҙгәрештәр менән бәйләп аңлатыу урынлы булыр. Элекке осорҙарҙа "Кеше кешегә дуҫ, иптәш һәм туған" тигән лозунг алға һөрөлдө, ул, аксиома кеүек, барса халыҡ тарафынан тигәндәй ышанып ҡабул ителде. Ә хәҙерге осорҙа агрессия шәүләһе барса донъяны ҡаплап алған. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: балалар 4-5 йәштән алып төрлө гаджеттарҙа агрессия тулы уйындар менән сикһеҙ мауыға, интернет селтәрҙәрендә агрессив мотивация һәм эстәлек менән тулы контенттар үҫмерҙәр психикаһын ағыулай, үлтереш, һуғыш сағылдырылған видео һәм кинофильмдар бихисап, етмәһә, ТВ каналдарында күрһәтелгән реаль кадрҙар балаларға улар үҙҙәре уйнаған агрессив сюжеттарҙы хәтерләтә. Тотош йәмғиәтебеҙ менән глобаль "Бермуд өсмөйөшө"нә инеп барғаныбыҙҙы шәйләмәйбеҙ ахыры... Ошо хаҡта йышыраҡ уйланыу, етди фекер алышыу, мәктәптәрҙә күҙәтелгән кире күренештәргә объектив анализ биреү, уҡытыу-тәрбиә системаһына ниндәйерәк үҙгәрештәр индереүҙе йәмғиәт һәм дәүләт кимәлендә хәл итеү фарыздыр. Ә уҡыусыларыбыҙ был хаҡта ни уйлай?

Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 13 - 19 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.02.26 | Ҡаралған: 30

Киске Өфө
 

Эзопҡа бер танышы килә лә: "Һинең турала шул тиклем әшәке ғәйбәттәр һөйләйҙәр", - ти һәм ишеткәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. "Кинжал яһаусылар үлтереүсе түгел, шул кинжал менән файҙаланыусылар - үлтереүсе. Минең турала һөйләүселәр - ғәйбәтсе түгел, улар һөйләгәнде ҡабатлаусы һин ғәйбәтсе", - ти Эзоп.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru