«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БУЛЫР БАЛА – БИЛӘҮҘӘН
+  - 

"Миллионер булыр өсөн миллионерҙарса фекерләргә кәрәк" тигән һүҙҙәрҙең нигеҙендә дөрөҫлөк ята. Донъяның уңышлы кешеләре, юғары үрҙәргә күтәрелгәнсе үк үҙен бай, эшлекле һәм уңышлы итеп күрә белгән. Баштағы дөрөҫ уй тормошто йөҙ һикһән градусҡа әйләндереп ебәрергә һәләтле булыуын аҡыл эйәләре инде әллә ҡасан иҫбатлағанын да беләбеҙ. Мәләүез ҡалаһында тауыҡ һәм бүҙәнә үрсетеү менән шөғөлләнгән, киләсәктә үҙен ҡошсолоҡ фабрикаһы етәксеһе итеп күрергә теләгән ун ике йәшлек Йәлил Салауатов миҫалы быға раҫ та инде.

Уның менән әңгәмәләшкәндә үҙемде әле үк уңышлы эшҡыуар менән һөйләшеп ултырғандай тойҙом. Ун ике йәшлек үҫмерҙең үҙенә булған ышанысын тойоп иҫем китте...
Ярай, барыһын да баштан башлайыҡ әле.
Йәлил биш йәшлек сағында ауылға өләсәһенә ҡунаҡҡа барғас, уның сыбар тауыҡтарын күреп ҡала. Үҙе әйтмешләй, ишек алдында ғорур ғына баҫып йөрөгән ҡоштар уның күңеленә "ята" ла ҡуя. Өләсәһенә эйәреп, уларҙы ашатып, йомортҡаларын йыйырға ярҙамлашып йөрөй. Уларҙы үҙаллы аҫрап ҡарау уйы мәктәпкә барғансы уҡ хыялында барлыҡҡа килә. Атаһы улының теләген хуплап, Йәлилгә биш тауыҡ һатып алып бирә. Үҙенә яңы шөғөл тапҡан малай йәй буйы шулар менән мәж килә. Ҡоштарын шул тиклем үҙенә эйәләштерә, артынан тотам ҡалмай эйәреп йөрөгәндәрен әле лә хәтерләп һөйләй. Тауыҡтарын ни тиклем генә яратһа ла, ҡышҡы һыуыҡтар еткәнсе, йөрәгенән йолҡоп тигәндәй, тегеләрҙе һатып ебәрергә тура килә. Беренсе класта уҡыған йылда һатып алынған туғыҙ тауыҡ менән бер әтәсен дә, бер ни тиклем аҫрағандан һуң, һатыуға ҡуя.
- Ике йыл элек атайым инкубатор һатып алып биргәйне. Беҙ унда йомортҡаларҙы бергәләп урынлаштырҙыҡ. Шунда, себештәр сыҡмай ҡуйһа, тип, әй ҡайғырғайным. 36 йомортҡанан 24 себеш сыҡҡас, ҡыуанғанымды күрһәгеҙ! Йәй буйы ҡарап үҫтергәс, үҙемә икәүҙе ҡалдырып, ҡалған егерме икеһен һатып ебәрҙем. Ҡасып та маташты әле үҙҙәре, шулай ҙа, өйрәнгән урынға әйләнеп ҡайттылар, - тип йылмая Йәлил.
Әңгәмәсем шөғөлө тураһында шул тиклем мауыҡтырғыс итеп һөйләй, уны тыңлағанда үҙең дә шул тауыҡтар араһына барып эләккәндәй булаһың.
"Бизнес"ын киңәйтеп, бүҙәнә лә аҫраған әле ул. Ун биш ҡошсоғонан егерме йомортҡа ла алған. Ни эшләп улай аҙ тиһегеҙме? Сөнки ике бүҙәнәһе генә инә, ә ҡалғандары ата булып сыҡҡан шул. "Улар нәзәкәтлерәк, шуға күрә тәрбиәләү ҙә ауырғараҡ тура килә", тип моңайып та алды үҫмер.
Быға тиклем Йәлил "Кубанская красная" (халыҡ телендә "несушка") тоҡомло тауыҡ аҫраһа, был юлы себеште "Куропатчатая Брама", "Фавероль", "Джерсийский гигант", "Темная Брама" йомортҡаһынан сығарған. Бөгөн 20 тауығы бар икән.
Яҙырға онотоп торам, ул йомортҡа ла һата бит әле. Үҙ продукцияһын интернет селтәрендәге төркөмө аша, шулай уҡ таныш-тоноштарына тәҡдим итә, был эштә әсәһе лә ярҙамлашып ебәрә. Улар башҡаларҙыҡынан айырылып торһон өсөн хатта махсус мисәт тә яһатып алған. Мисәт һуғылған икән, тимәк, Йәлилдең хужалығынан һәм сифатлы, юғары сортлы!
Йәлил килеменең бер өлөшөн ҡош-ҡортона уңайлы шарт булдырыу өсөн тотона, үҙенә лә өлөш сығармай ҡалмай. Мәҫәлән, үҙ көсө менән тапҡан аҡсаһына планшет, инкубатор һәм тоҡомло тауыҡтар һатып алған.
Артабан Йәмил менән инкубаторға һалынған йомортҡаны тауыҡ итеп үҫтереп алғансы күрелгән ҡыйынлыҡтар тураһында ла һөйләштек. Ауыл хужалығында эшләгәндәр генә белә инде ул өлкәнең еңел түгеллеген!
- Бәләкәс себеште ҡарау еңел түгел. Ситлектә булмаһа, төрлө ҡош алып китергә мөмкин. Берәй сир йоҡһа, дауаларға тура килә, - тип һөйләй әңгәмәсем.
Уның шөғөлөн ата-әсәһе генә түгел, яҡындары, Ислам ағаһы, Әминә һеңлеһе лә хуплап, ярҙам ҡулы һуҙып тора икән.
Бөгөн Йәлил - Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында 6-сы "Ш" класында белем алған тырыш уҡыусы. Уға математика, биология дәрестәре оҡшай. Шулай уҡ йөҙөү менән шөғөлләнә.
- Мәктәптән һуң ауыл хужалығы йүнәлеше буйынса белем алырға һәм үҙ бизнесымды асырға теләйем, - тип хушлашты беҙҙең менән буласаҡ эшҡыуар.
Мәҡәлә геройын "Уйлағаның ғәмәлгә ашһын да, киләсәктә әңгәмәләрҙе һинең фабрикаңда ҡорорға насип булһын!" тигән теләктә оҙатып ҡалдыҡ. Йәш замандашыбыҙҙың хыялы тормошҡа ашырына һеҙ ышанаһығыҙмы? Беҙ ышанабыҙ.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 13 - 19 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.02.26 | Ҡаралған: 28

Киске Өфө
 
Эзопҡа бер танышы килә лә: "Һинең турала шул тиклем әшәке ғәйбәттәр һөйләйҙәр", - ти һәм ишеткәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. "Кинжал яһаусылар үлтереүсе түгел, шул кинжал менән файҙаланыусылар - үлтереүсе. Минең турала һөйләүселәр - ғәйбәтсе түгел, улар һөйләгәнде ҡабатлаусы һин ғәйбәтсе", - ти Эзоп.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru