«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТУҒАН ТЕЛ, ТИП ЯНҒАНДАРҘАН УЛАР!
+  - 

Туған телебеҙҙе һаҡлау мәсьәләһе бөгөн үтә лә киҫкен тора. Күҙ алдында уны ҡулланыу даирәһе тарая, хатта башҡорт мөхите хөкөм һөргән саҡта ла балалар русса аралашыуға күсә, әсә телен һанламай башлай. Халҡыбыҙ алдында торған ошо оло һынауҙы лайыҡлы үткән өлгөләр ҙә бихисап. Миҫал итеп, Өфөнән Әҙелбаевтар ғаиләһен килтерергә була.

Фәнзил менән Лилиә Әҙелбаевтар өс бала тәрбиәләй. Һәр йәһәттән әүҙем, тырыш ғаилә күптәр өсөн өлгө булып тора. Ғаилә башлығы Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән. Ул, бер йылда ике синыф программаһын үҙләштереп, мәктәпте 14 йәшендә тамамлай һәм Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Үҫмерҙәр йәшенән яңы сыҡҡан дипломлы белгес үҙен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарай. Өфөнөң Дим районы хакимиәтендә, Сибай ҡалаһы һәм Ишембай районы телетапшырыуҙар студияһында эшләп ала. Әле Фәнзил Кәрим улы Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте директоры урынбаҫары. Хәләл ефете Лилиә иһә йәмле Торатау итәгендә урынлашҡан Ишембай районы Урманбишҡаҙаҡ ауылынан. Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт интернат-гимназияһын тамамлағандан һуң БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем ала. "Һылыуҡай" республика бәйгеһендә Гран-при яулаған гүзәлкәй булараҡ та билдәле ул. Хеҙмәт юлын "Тамыр" телеканалында башлай, бөгөнгө көндә Өфө муниципаль районы хакимиәтенең мәҙәниәт идараһы начальнигы вазифаһын биләй
Ҡыҙҙары Айзелгә әле 14 йәш. Ул бәләкәйҙән урта махсус музыка колледжында скрипка серҙәрен үҙләштерә, фортепьяно буйынса уҡый. "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса, шулай уҡ "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурстарында еңеүҙәр яулай. Улдары Йософ менән Ибраһим көрәш, футбол менән ҡыҙыҡһына, мәктәптә тырышып уҡыйҙар.
Вундеркинд, тиңе булмаған гүзәл булараҡ билдәлелек яулаған Фәнзил менән Лилиә "йондоҙ" ауырыуына бирелмәй, тормошта үҙ урындарын таба һәм бөгөн яңы үрҙәр яулай. Әҙелбаевтар республикала башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә шаҡтай өлөш индереүҙәре менән киң танылыу алған. 2018 йылда улар һатыуға Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып башҡорт телендә һөйләшкән ҡурсаҡтар сығара башлай. Ошо рәүешле Фәнзил Кәрим улы күңелендә йөрөткән хыялын тормошҡа ашыра. Туған тел мәсьәләһе үтә лә киҫкен торған заманда ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләгән атай булараҡ, был шөғөлөнөң ни тиклем әһәмиәтле һәм оло мәғәнәгә эйә икәнен тәрәндән аңлай, шуға ла был эшкә бар күңелен һала.
Үҙ эшен асҡан ғаилә Киров ҡалаһындағы "Весна" фабрикаһы менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштыра. Үҙҙәре әҙерләгән эскизға ярашлы, ҡурсаҡтарҙы оҙон сәсле итеп эшләтәләр. Уларға Айһылыу, Сәлимә, Мәликә тип исем ҡушалар. Ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән уйынсыҡтар башҡорт телендә һөйләмдәр әйтә белә, йыр йырлайҙар, бер минут дауамында диалог формаһында әңгәмә ҡоралар. Ә кемдән алғандар һуң һоҡланғыс тауышты? Баҡһаң, Лилиә Әҙелбаева үҙе һөйләшә икән "ҡурсаҡ" телендә. "Ҡыҙыбыҙ тыуғас, теле "атай", "әсәй" тип асылһын тип теләнек һәм ғаиләбеҙҙә башҡорт мөхите булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Уйынсыҡтар ҡарай башланыҡ. Тик үҙебеҙсә һөйләшкән, музыка уйнатҡан, заман талаптарына яуап биргәндәрен тапманыҡ. Шунда Фәнзил, юҡ, былай булмай, әйҙә, үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙарына матур ғына ҡурсаҡ яһайыҡ, тине", - ти Лилиә Әлфир ҡыҙы.
2019 йылда Республика Башлығы грантын алыу башлаған эшкә яңы һулыш өрә, юғарыраҡ баҫҡысҡа үрләү өсөн юл аса - Әҙелбаевтарға башҡорт телендә уйынсыҡ планшет һәм смартфон сығарыу өсөн финанс шарттар тыуа. Бәләкәстәргә тәғәйенләнгән гаджеттар заман технологиялары аша әсә теле менән яҡындан танышыу мөмкинлеген бирә. Планшет менән смартфон эсендә 40-тан ашыу ҡыҫҡа йыр, 80-дән ашыу шиғыр тупланған. Шулай уҡ уларҙа альфавит, һандар, төҫтәр, хайуандар атамалары, әйтелеше, арифметика алымдары кеүек ғәмәлдәр ҙә урын алған. Шиғырҙарҙың күпселеген шағирә Гөлнара Хәлфетдинова яҙған. "Йософ менән Ибраһим тыуғас, малайҙар өсөн дә уйынсыҡ эшләү теләге тыуҙы. Тәүҙә ниәтем төрлө тауыш сығарған машина рәүешендә күҙ алдыма баҫты. Әммә ул үтә ябай булыр тип, күберәк мәғлүмәт туплаған, ҡатмарлыраҡ функциялы уйынсыҡ кәрәк, тигән һығымтаға килдем һәм смартфон менән планшетҡа туҡталдым. Замана балалары уларҙы бит өлкәндәрҙән ҡайтыш белмәй. Әсә телен һөйөү сабый саҡтан һалыныуын иҫәпкә алып, бөгөнгө көн талаптарына яуап биргән кескәйҙәр гаджеты булдырыуҙы маҡсат итеп алдыҡ", - ти Фәнзил Кәрим улы.
"Донъя халыҡтары" ойошмаһы Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында "Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0" тип аталған дәреслек сығарҙы. Фәнзил Әҙелбаев был проекттың техник бүлеген етәкләй, уның Android, Apple платформалары, шулай уҡ компьютерҙар өсөн мобиль ҡушымтаһын киң ҡулланылышҡа сығарыуҙа туранан тороп ҡатнаша.
Глобалләшеү дәүерендә туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү йәһәтенән ғәйәт ҙур эш башҡарған Әҙелбаевтар үҙ балаларын милли рухта тәрбиәләй. Өйҙә тик башҡортса һөйләшеү тәртибе ҡуйылған. Кеселәре Ибраһим, балалар баҡсаһы йоғонтоһонда руссаға өҫтөнлөк бирә башлағас, хәлде төҙәтер өсөн атай-әсәй бер "хәйлә " уйлап таба - "Атай гранты" булдыралар. Йәғни, өйҙә тик башҡортса һөйләшкәндәрҙе ай аҙағында аҡсалата бүләк көтә. Айзель, Йософ, Ибраһим иһә, дәртләнеп, быға риза була.
Айзель телевизор ҡараусыларға тәмләп, бик матур итеп әкиәт һөйләүе менән таныш. Ул музыка менән мауыға, әсәһенә оҡшап, матур йырлай. Ғаилә башлығы үҙе гитарала уйнай һәм йырлай, ике улы уға ҡушыла. Әҙелбаевтар ғаиләһенең 2022 йылда "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсының "Ғаилә ижады" номинацияһында 1-се урын яулауы юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер.
Әйткәндәй, һеҙҙең арала ошондай туған телде һанлаған балалар үҫтергән, халҡыбыҙ өсөн мәртәбәле эштәр башҡарған матур башҡорт ғаиләләре бармы, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ? Хәбәр ебәрегеҙ әле. Көтәбеҙ!

Рәсул БАЙГИЛДИН.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 13 - 19 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.02.26 | Ҡаралған: 29

Киске Өфө
 
Эзопҡа бер танышы килә лә: "Һинең турала шул тиклем әшәке ғәйбәттәр һөйләйҙәр", - ти һәм ишеткәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. "Кинжал яһаусылар үлтереүсе түгел, шул кинжал менән файҙаланыусылар - үлтереүсе. Минең турала һөйләүселәр - ғәйбәтсе түгел, улар һөйләгәнде ҡабатлаусы һин ғәйбәтсе", - ти Эзоп.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru