«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МИНЕҢ МЕНӘН БУЛМАҪ, ТИМӘГЕҘ...
+  - 

Кеше менән булған хәлгә ҡарап һабаҡ алырға ынтылып тормаһаҡ та, түбәндә һөйләнәсәгенә иғтибар итһәгеҙ икән. Күршелә генә йәшәгән, аралашып йөрөгән ҡатынҡайҙың "Был турала яҙайыҡ әле", тейеүемә лә риза булыуын аңлайым, сөнки бер нисә ай дауамында уның аҡылдан яҙыр сиккә етеүенең шаһиты булырға тура килде.

Ғаилә иҫ киткес матур, бер һүҙ тейҙерерлек түгел: атай матди яҡтан яҡшы тәьмин итә, әсәй өйҙә һәм ғаиләлә ыңғай атмосфера булдырыу өсөн барыһын да эшләй - бар ерҙә тәртип, ваҡытында ашарға бешкән, үҙ-ара ла дуҫ-татыуҙар, ялдарында балалар менән төрлө ерҙәргә сәйәхәт итәләр һ.б. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда 5 класта уҡыған улдары тыныс ҡына тормоштарын тетрәндереп алды.
Сәләмәт, ҙур теләк менән еңел генә уҡыған ошо баланың тәртибе әсәһен аптырата башланы. Арыуын, ҡайһы саҡта нимәнелер эшләгеһе килмәүен уҡыу программаһы менән дә аҡлап булыр ине, тик ул артыҡ мыжыҡҡа әйләнде. Мәктәптән ҡайтып ингәнендә күңелле генә була ла, кискә табан барыһына ла екеренә, ҡысҡырына башланы. "Башым ауырта", "Иҫләмәйем", "Онотҡанмын" тип йыш әйтә, шуға ла әсәй кеше улын табиптарға күрһәтергә булды.
Педиатр уртындағы стоматиттан башҡа хәүефләнерлек бер нәмә лә тапмай, неврологҡа ебәрә. Уныһы инде мәктәп программалары хәҙер ауыр тигәнгә һылтап, нервы системаһының вегетатив эшмәкәрлеге боҙолған тигәнерәк диагноз ҡуйған. Бында ғына туҡталмайынса, күршем улын МРТ-ға алып барып, башын тикшертте - һау-сәләмәт. Эндокринолог та һау тигән ҡарар сығарҙы. Бары тик ауыҙ ҡыуышлығындағы сейләнеп торған яра ғына бөтәшмәне.
Яҡшы ғына табип осрағансы көҙ үтте. Эпштейн-Барр, герпес, кандидоз, диабет, башҡа төрлө ҡурҡынысыраҡ фараздар тикшерелде. Балала анемия йәки башҡа витаминдарға ҡытлыҡ та табылманы. Бәлки, ул иренен гел тешләп йөрөйҙөр, шуға ла стоматит үтмәйҙер, тигән яуап ҡына булды.
Ысынында иһә, 11 йәшлек малай снюс ҡуллана булып сыҡты. Тап бына мәктәп тирәһендә таратылған һура торған тәмәке әсәне ошо юлдарҙан йөрөргә мәжбүр итте. Уны ауыҙҙа тоталар ҙа, составындағы никотин төкөрөк ярҙамында ҡанға тиҙәрәк үтеп инә, имеш. Тик белгестәр әйтеүенсә, был никотиндың күләме ғәҙәти тәмәкенекенә ҡарағанда 20 тапҡырға күберәк. Тап ошо ҡапыл хәлдең насарайыуына, йөрәк тиҙерәк ҡаға башлауына, хатта иҫте юғалтыуға алып килә. Башта кәйеф күтәрелә, кеше эйфория кисерә, тик аҙаҡтан төшөнкөлөккә бирелә, башы ауырта, тиҙ ҡыҙып бара. Әгәр ҙә был оҙағыраҡ дауам итһә, кеше был зарарлы матдәһеҙ тора алмай башлай. Ауыҙҙа иһә бына ошондай яра барлыҡҡа килә, теш ҡаҙнаһы ла зыян күрә. Иң аҙаҡҡы диагноз - ауыҙ ҡыуышлығы яман шеше хәүефе.
Әсәһе быға оҙаҡ ышана алмай йөрөнө, нисек инде, яҡшы тәрбиә биреп кенә үҫтергән улы ошондай хәлгә тарый ала? Тик бер кемдең дә бындай көнгә төшмәҫмен тигән ышанысы юҡ шул. Быны үҫмерҙәрҙең тиҫтерҙәре араһында үҙ кеше булғыһы килеп тә, "ҡурҡаҡ", "әсәй малайы" тигәнерәк ғәйепләүҙәрҙән ҡасып та эшләүе ихтимал. Статистика буйынса, бала снюсты тап мәктәптә уҡыған йылдарында татып ҡарай. Шуға ла һаҡ булығыҙ, балаларығыҙ менән һөйләшегеҙ. Үҙегеҙгә оҡшамаған йүнәлештә лә мәғлүмәтле булыу, бәлки, бындай бәләнән һаҡланыуҙың төп ысулы булыр.

Дилбәр ХӘКИМОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 13 - 19 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.02.26 | Ҡаралған: 31

Киске Өфө
 
Эзопҡа бер танышы килә лә: "Һинең турала шул тиклем әшәке ғәйбәттәр һөйләйҙәр", - ти һәм ишеткәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. "Кинжал яһаусылар үлтереүсе түгел, шул кинжал менән файҙаланыусылар - үлтереүсе. Минең турала һөйләүселәр - ғәйбәтсе түгел, улар һөйләгәнде ҡабатлаусы һин ғәйбәтсе", - ти Эзоп.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru