«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

УРАҘАНЫ НИ ӨСӨН ТОТАБЫҘ?
+  - 

Рамаҙан айы етә башлау менән үҙҙәрен Ислам динендә хис иткән кешеләрҙең бына ошо ай хаҡында, ураҙа тотоу тураһында фекер алыша башлауҙары - тәбиғи. Һүҙҙәр, ғәҙәттә, ураҙаны тотоу-тотмау хаҡында бара. "Һин ураҙа тотаһыңмы?" "Юҡ, ураҙа ҡайғыһы юҡ әле, мин - эш кешеһе бит. Ана, өйҙә эшһеҙ ятҡандар тотһон…" Йә булмаһа, "Ураҙа тоторға мин мулла түгел бит. Уларҙың башҡа ни эше бар, әйҙә, тотһондар". "Ә минең, ысынлап та, тотҡом килә ул, тик шәкәр ауырыуы менән яфаланам. Ураҙа тотһам, сирем көсәйеп китер тип ҡурҡам", тигәндәр ҙә бар. "Мин ураҙаларымды ҡалдырмайым, тик тап шул ваҡытта вахтаға китер мәлем етә, һуңынан тоторға тип уйлайым..." Ураҙаға ҡағылышлы, бына шуның һымаҡ һәм башҡа бихисап фекерҙәр, һылтауҙар ишетергә тура килә халҡыбыҙ араһында.

Ә ураҙаны ни өсөн тоталар һуң? Нишләп әле шул ураҙа, намаҙ һымаҡ ғибәҙәттәргә бәғзе берәү ғәйәт ныҡ иғтибар бирә? Ирекле ғәмәлдәрме улар? Бәлки, әҙәм балаһына ныҡ ҡына файҙаһы ла тейәлер уларҙың? Берәүҙәр, ысынлап та, ураҙаның файҙаһы хаҡында түбәндәгесә фекер йөрөтә: "Динебеҙҙә юҡҡа ғына ураҙа тотоу ҡушылмаған бит. Сөнки ураҙаның һаулығыбыҙға файҙаһы күп. Организмда матдәләр алышыныуын юлға һалыу, ҡан баҫыман, ҡандың составын яҡшыртыу, быуындарға, бөйөргә, үт ҡыуығына таш ултырыуҙы профилактикалау өсөн бик шәп нәмә бит ул ураҙа. Артыҡ һимереүгә лә юл ҡуймай, ҡан тамырҙарын зыянлы холестериндан таҙартыуға булышлыҡ итә… Ә инде, бынан тыш, намаҙ ҙа уҡый башлаһаң, умыртҡа бағаналарыңа шифа, баш мейеңә ҡан йөрөүе, ҡан баҫымы яҡшыра…"
Бына шулай шул, ҡәҙерле яҡташтарым, бик күптәребеҙ намаҙҙың, ураҙаның фәҡәт донъяуи файҙаһын күреү яғында. Хатта бәғзеләр ана шул хаҡта гәзиттәргә матур итеп мәҡәлә лә яҙып сығарғылай. Тап бына шул милләттәштәремә: "Намаҙ - күнекмә түгел һәм ураҙаны ла диета тотоу тип һанамағыҙ", - тип әйткем килә. Бәхәс юҡ: ураҙа, намаҙҙарҙың тәнгә булған файҙаһы - шикһеҙ! Әммә был ғибәҙәттәрҙең төп тәғәйенләнеше - Ислам диненең мотлаҡ үтәлергә тейешле биш терәгенең бер-икеһен атҡарып, Аллаһы Тәғәләгә үҙеңдең ышаныуыңды, тәҡүәлелегеңде (буйһоноусанлығыңды) иҫбатлау, Уның ризалығына ирешеү бит! Бүтән кешеләргә күрһәтеү, маҡтаныу өсөн дә түгел (Ундай кешегә - "риә", йәғни, маҡтаныу гонаһы була, Аллаһ һаҡлаһын!). Ураҙаның һәм намаҙҙың барыбыҙға ла Ахирәтебеҙ (халыҡса - "теге донъя") өсөн, унда Раббыбыҙ алдында яуап бирер өсөн ныҡ кәрәклеген һәр мосолман мотлаҡ белергә тейеш. Был - Аллаһ Собхәнә үә Тәғәлә алдындағы һәммәбеҙҙең дә изге бурысы! "Һәр ғәмәл ниәткә ҡарап баһалана", тигән Аллаһ илсеһе (с.ғ.с.). Әгәр кеше ураҙаны ябығыу өсөн, һаулыҡ яҡшыртыу өсөн, ғөмүмән, диета урынына ғына ниәтләп тота икән, бындай ураҙа ла - тик асығыу ғына була. Аллаһ Тәғәләгә беҙҙең ҡоро асығыу кәрәкмәй. Шуға күрә, ураҙаны дөрөҫ ниәт менән тотоу кәрәк.
Боронғо ата-бабаларыбыҙ ошо хаҡиҡәтте бик яҡшы белгән һәм, ниндәй генә ауыр йылдар булыуына ла ҡарамаҫтан, хатта бер намаҙын һәм бер көнлөк ураҙаһын ҡалдырыуҙан да ҡурҡҡан. Сөнки уларҙы һис бер сәбәпһеҙ ҡалдырыу - оло гонаһ, уның өсөн мәңгелек йортобоҙҙа хәсрәттә ҡалыу ҡурҡынысы бар. Намаҙҙың мотлаҡлығы хаҡында ла Ҡөрьән аяттары, Рәсүлуллаһтың (с.ғ.с.) хәҙистәре бихисап. Шуларҙың береһендә Ҡийәмәт көнөндә Аллаһ ҡоло иң әүәл намаҙы өсөн хисап бирәсәге, намаҙы теүәл кешенең генә башҡа ғәмәлдәре тулы булыуы, ә намаҙы яраҡһыҙ булһа, башҡа ғәмәлдәрҙең дә яраҡһыҙ булыу ҡурҡынысы хаҡында иҫкәртелә. Ә инде Ахирәт тормошоноң барлығына, йәғни, үлгәс, ҡабаттан терелеп, Аллаһ алдында яуап бирәсәгебеҙгә ышанмау - тағы ла ауырыраҡ гонаһҡа һанала, сөнки был - иман шартының береһенә ышанмау! Бәлки динебеҙҙең бына ошо ҡанундарын боронғо мулла бабайҙар уйлап сығарған тип һанайҙыр ҡайһы берәүҙәр. Ә был ғибәҙәттәр - беҙҙең өсөн Аллаһ Тәғәлә тарафынан Уның илсеһе аша төшөрөлгән әмер…
Шуны ла әйтеп китеү бик мөһим. Әгәр кеше Рамаҙан айында сирләп китте икән, йә иһә, баштараҡ әйтмешләй, вахта эшендә йә башҡа ерҙә - сәфәрҙә булһа, ул кеше ураҙаһын кисектереп торорға ла хоҡуҡлы. Сир үтеп киткәс йә сәфәре тамам булғас, һуңынан (киләһе Рамаҙан айына тиклем) ҡаза ҡылып тотоп ҡуйырға бурыслы. Бынан тыш, имеҙеүсе ҡатындар, йә иһә йәш ҡатындың ауырлы йә күрем мәле лә был ғәмәлде кисектереп тороуға сәбәп була. Әгәр инде ашҡаҙан язваһы, ауыр шәкәр ауырыуы һәм башҡа етди сир булып, кеше бөтөнләйгә тота алмаһа, ураҙаның һәр бер көнө өсөн (нисә көн ҡалдырылған ураҙаң, шуныса көн туйындырырлыҡ ашамлыҡ) берәй мохтаж мосолманға фидиә итеп биреү тейешле (фидиә - ғәр. искупление). Әлхәмдүлиллаһ, бына Рамаҙан айына ла етеп киләбеҙ. Аллаһ Тәғәлә һау-сәләмәт, теүәл генә итеп ураҙаларыбыҙҙы тотоп, изге бурысыбыҙҙы тулыһынса үтәп, Уның ризалығына ирешергә һәммәбеҙгә лә насип итһен, тип доғалар ҡылайыҡ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 13 - 19 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.02.26 | Ҡаралған: 99

Киске Өфө
 
Эзопҡа бер танышы килә лә: "Һинең турала шул тиклем әшәке ғәйбәттәр һөйләйҙәр", - ти һәм ишеткәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. "Кинжал яһаусылар үлтереүсе түгел, шул кинжал менән файҙаланыусылар - үлтереүсе. Минең турала һөйләүселәр - ғәйбәтсе түгел, улар һөйләгәнде ҡабатлаусы һин ғәйбәтсе", - ти Эзоп.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru