«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МӘКТӘПТЕҢ ДӘ ИҢ ҘУРЫ!
+  - 

Өфөнөң "Кузнецов затоны" биҫтәһендә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп эш башланы. 2 200 балаға иҫәпләнгән 164-се мәғариф үҙәген асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

- Был мәктәп ысын мәғәнәһендә балалар өсөн инновацион тәрбиә, мәҙәни, спорт һәм ял итеү үҙәге. Уның уҡыусыларының ҡаҙаныштары тураһында күп тапҡыр ишетербеҙ әле, тип ышанам. Иң мөһиме, мәктәп Тыуған илен яратҡан кешеләрҙе тәрбиәләһен, - тине Радий Хәбиров.
Бөтәһе 96 уҡыу кабинеты, дүрт спорт залы, стадион, бер нисә уйын майҙансығы, медицина блогы булған, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн лифт, пандустар һәм айырым санитар бүлмәләр йыһазландырылған 31 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы мәктәп бинаһы "А" хәрефенең архитектура формаһында төҙөлгән. Яңы мәғариф үҙәге директоры Миләүшә Мырҙағәлина учреждениела "Тулы көн мәктәбе" программаһын тормошҡа ашырыуҙары тураһында хәбәр итте. Дәрестән һуң уҡыусыларҙың түңәрәктәргә һәм секцияларға йөрөү, ижад һәм спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Бынан тыш, бында "Ломоносов фән мөйөшө", "Кулибин оҫтаханаһы", "Пушкин ҡунаҡ бүлмәһе" кеүек профилле йүнәлештәр менән "Мөмкинлектәр мәктәбе" проекты эшләй. Шулай уҡ медицина, полиция, психология-педагогия, эшҡыуарлыҡ кластары һәм креатив индустриялар класы ойошторолған. Балалар робототехниканы, авиамоделләштереү, программалау, блоггинг, театр һәм ораторлыҡ сәнғәтен, актерлыҡ оҫталығын, мультипликация, нәшриәт эшен, спорт туризмын өйрәнә, шулай уҡ шахмат, шашка, волейбол, гандбол, баскетбол уйнай ала.
- Әлегә мәктәптә 1-8 кластарҙа 1 339 бала уҡый. Беҙҙә беренсе кластар унау, - ти Миләүшә Мырҙағәлина. - Быйыл 9-11-се класс уҡыусыларын да йыйырға планлаштырабыҙ. Ә 2026 йылдың 1 сентябренән ата-әсәләр һорауы буйынса һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекция һәм аутизм спектры боҙолған уҡыусылар өсөн кластар асасаҡбыҙ.
Радий Хәбиров заманса видеокүҙәтеү системаһы менән һаҡ пунктын, биология һәм башланғыс кластар кабинеттарын, лабораторияларҙы, дизайн студияһын, 494 урынлыҡ тамаша залын, спорт залын, 700 урынлыҡ ашхананы һәм эко-кафены ҡараны. Бөтә кабинеттар - интерактив ҡорамалдар, ә оҫтаханалар заманса техника менән йыһазландырылған.
- Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәп буш урында тиерлек барлыҡҡа килде. Был мөһим объектты төҙөү беҙгә еңел бирелмәне. Тапшырыу ваҡытын бер нисә тапҡыр күсерергә тура килде. Ниһайәт, быларҙың барыһы ла артта ҡалды, - тип билдәләне республика Башлығы журналистар менән әңгәмәлә.

"Киске Өфө" гәзите, №7, 20 - 26 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.02.26 | Ҡаралған: 172

Киске Өфө
 
"Бәләләр, - тигән аҡыл һәм хикмәт эйәләре, - ямғыр кеүек туҡтауһыҙ яуып ҡына тора, ә шатлыҡтар йәшен кеүек йәшнәп ала ла, юҡҡа ла сыға. Ни өсөн шулай тиһегеҙме? Кешеләрҙең үҙҙәрендә насарлыҡҡа ҡарағанда игелек әҙерәк булған өсөн". Халҡыбыҙҙа игелектең күп булыуын теләһәк, "Мин һиңә игелек ҡылһам, һин миңә тейешһең", - тип түгел, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн үҙебеҙ күберәк игелек ҡылайыҡ. Шул саҡта зыян кәмер..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru