«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МӨҘҘӘТЕ ҮТКӘН ПРЕЗИДЕНТ
+  - 

Үткән аҙнаның ахырғы көнөнә ҡарата килгән хәбәрҙәрҙән Запорожьелағы "Көнсығыш" ғәскәр төркөмө артиллерияһының Украина Ҡораллы көстәре ҡарамағындағы дрондар менән идара итеү пунтын юҡ итеүе, ә "Көнбайыш"төркөмө "Ураган"ының Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендәге дошман позицияларын ҡыйратыуы хаҡында мәғлүм булды.

Херсон өлкәһе башлығы Владимир Сальдо өлкә үҙәгенең Украина Ҡораллы көстәре контролендә булыуы һәм унда электр энергияһы, йылылыҡ биреүҙең туҡтатылыуы, һөҙөмтәлә сит ил ялланыусы боевиктарҙың Херсондан сығып ҡасыуҙары хаҡында бәйән итте. Үткән аҙнала Харьков өлкәһенең Чугуновка һәм Сумы өлкәһенең Сидоровка тораҡ пункттары беҙҙең "Төньяҡ" ғәскәр төркөмө ҡарамағына күсте. Дошман 1425 һалдатын юғалтты, 6 бронемашина, 81 автомобиль, 12 ялан артиллерияһы орудиеһы, "Град" һәм "Yampire" хәрби машиналары, 45 боеприпас склады ҡыйратылды.
Киев режимы башлығы Владимир Зеленский хәүефһеҙлек буйынса Мюнхен конференцияһында АҠШ-тың конфликтты көйләүҙе тиҙләтеүгә баҫым яһауына яуап итеп, әгәр ике айға утты туҡтатып торған хәлдә, 31 мартта президент һайлауҙары үткәрергә әҙер булыуы хаҡында белдергәйне. Эксперттар аңлатма биреүенсә, был президент булараҡ вәкәләтлек мөҙҙәте үткән Зеленскийҙың сираттағы "уйыны" ғына: һайлауҙар үткәреүгә һылтанып, ул Рәсәйгә ғәскәрҙәр хәрәкәтен ваҡытлыса туҡтатып торорға шарт ҡуймаҡсы, ләкин Мәскәү конфликтты тыныс көйләүгә өлгәшеү маҡсатында хәрби хәрәкәттәрҙе дауам итәсәк, сөнки әлегә Украинала президент һайлауҙарын ғәмәли ойоштороу мәсьәләһе етди ҡаралмай; икенсенән, Киев алдына был һайлауҙарҙың легитимлыҡ мәсьәләһе килеп баҫасаҡ: йөҙәрләгән мең хәрби хеҙмәткәр фронтта, ә миллионлаған украин граждандары сит илдәргә сығып киткән. Киев мэры Виталий Кличко әйтеүенсә, бойондороҡһоҙ дәүләт булараҡ Украинаның һаҡланып ҡалыу мәсьәләһе ҡыл өҫтөндә.
Шул уҡ ваҡытта Киев өсөн отошһоҙ шарттарҙа конфликтты тамамлауҙы талап итеп, АҠШ Украинаға баҫым яһауҙы дауам итә. Икенсе яҡтан, Кличко менән Зеленский араһындағы конфликт та хәлде ҡатмарлаштыра. Үткән аҙнала Зеленскийҙың белдереүенсә, Рәсәй ғәскәрҙәре Киев, Одесса һәм Днепрҙағы энергетика объекттарын утҡа тотҡан. Һөҙөмтәлә баш ҡалала 3 меңгә яҡын йортҡа электр энергияһы һәм йылылыҡ биреү туҡтатылған. Ошо сәбәпле һәм, ғөмүмән, Киев режимы сәйәсәте арҡаһында тыныс халыҡ араһында ғәйәт көслө ризаһыҙлыҡ потенциалы тупланды. Украин сәйәсмәне Спиридон Килинкаров фекеренсә, әле халыҡ хәрәкәтен ойоштороусы лидер юҡ, ләкин мәле килеп етһә, Украинала үҙгәрештәр килтереүсе берҙән-бер реаль көс "бисәләр бунты" буласаҡ, ти рада депутаты.
Һуңғы осорҙа социаль селтәрҙәр таҫмаһын баҫып алған һәм интернет ҡулланыусыларҙың теңкәһенә тейеүсе яңы күренеш - яһалма видеолар хаҡында бер нисә һүҙ. Был хаҡта бөгөн, ниһайәт, етди баҫмалар ҙа яҙа башларға һәм рәсми фекерен белдерергә мәжбүр. Яһалма интеллект (ИИ) интернет киңлектәрендә һәр төрлө видеороликтар, һүрәттәр һәм музыка һалыу өсөн мәғәнәһеҙ һәм сифатһыҙ ИИ-слоп тигән күренеш килтереп тыуҙырҙы, тип яҙа "Известия" каналы. Был яңы "термин" инглиз теленән һүҙмә-һүҙ тәржемәлә "йыуынты һыу" тигәнде, йәғни күберәк аудитория туплау һәм килем алыу өсөн нейросеть ярҙамында тормошта булмаған күренештәрҙән контент булдырыуға ҡарата әйтелә. Унда интернет ҡулланыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү һәм уларҙа ниндәй ҙә булһа хис-тойғо уятып, ҡараусыларҙан "лайыҡтар" йыйыу, комментарийҙар яҙыуына өлгәшеүгә баҫым яһала. ИИ-слоп тыуҙырыусы сервистарҙың, ахыр сиктә мәғәнәһеҙ һәм хатта хәүефле рәүешкә инә барыуы билдәләнә. Ысынбарлыҡтан ситләшеү, икеле-микеле сифат рәүеше һәм уның киң күләм халыҡҡа йүнәлтелеүе - ИИ-слоптың төп билдәләре. Эт урынына бегемот "етәкләп" йөрөтөүсе әбей йәки билдәле сәйәсмәндәрҙең көлкөлө портреттары һүрәтләнгән видеолар ана шундай типик слоп миҫалы була ла инде. Күп кешегә яһалма уйлап сығарылған фотоһүрәттәр һәм видеолар оҡшамай, сөнки бындай контент кешене албырғата һәм ысынбарлыҡты уйҙырма менән бутарға мәжбүр итә. ИИ-слоп сәйәсәт өлкәһенә лә килеп инде һәм был бәхәстәр тыуҙырмай ҡалманы. ИИ ярҙамында тиҙ генә ниндәйҙер дөрөҫлөгө тикшерелеп тә тормаған берәй контент һалыу ҡулланыусылар кәйефенә генә түгел, уларҙың сәйәси ҡараштарына ла тәьҫир итә. Ҡайһы саҡ АҠШ президенты Дональд Трамп та хатта ИИ-слоп менән мауығып ала. Айырыуса уның Газа секторы һәм маймыл һүрәтендә бирелгән элекке президент Барак Обама хаҡындағы видеороликтары төрлө фекер һәм бәхәс тыуҙырҙы. Интернет ҡулланыусылар ИИ-слоп күренешенә ниндәй генә мөнәсәбәттә булмаһын, ул уның авторҙары өсөн финанс яғынан отошло: еңел һәм байтаҡ килем килтерә. Былтырғы мәғлүмәттәр буйынса, донъя йөҙөндәге иң популяр 15 мең YouTube-каналдың 278-е яһалма интеллект ярҙамында ҡоролған. Һөҙөмтәлә улар 63 млрд тапҡыр ҡаралған һәм 221 млн яҙылыусы туплаған. YouTube-тағы ИИ-слоп баҙары йылына 117 млн доллар күләменә барып баҫа, тип иҫәпләй эксперттар. YouTube-тың генераль директоры Нил Мохан йыш ҡабатланыусы сифатһыҙ контенттар менән көрәшәсәге хаҡында белдерә. 2026 йыл башынан алып, ИИ-слоп менән мауығыусы бер нисә популяр канал ябылған, ә бәғзеләренең ҡағиҙәләрҙе боҙоусы видеороликтары алып ташланған.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 20 - 26 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.02.26 | Ҡаралған: 25

Киске Өфө
 
Үҙ һүҙендә тора белгән, һәр ваҡыт аныҡ эш менән мәшғүл һәм үҙ эшенең оҫтаһы булған ир - ысын ир. Эшләү, ижад итеү, эҙләнеү, барлыҡҡа килтереү, булғанды ишәйтеү - көслө заттың төп тәғәйенләнеше. Ир-егеттәребеҙгә - уңыштар!

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru