«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ГИПНОЗ: ФАНТАЗИЯМЫ, ӘЛЛӘ ЫСЫНБАРЛЫҠМЫ?
+  - 


Тарихи мәғлүмәттәрҙе лә сағылдырамы?

Бер башҡорт егетенең нисек итеп монгол ғәскәрҙәре сафында һуғышта йөрөүе хаҡында һөйләүе лә тамам аптыратҡайны. "Һин был донъяға хәҙерге тәнеңдә килгәнсе берәй ваҡыт йәшәнеңме, ошо хаҡта мейеңдә мәғлүмәт бармы?" - тип һорағас, ул бына ниҙәр хаҡында бәйән итте. "Мин һуғышта йөрөйөм. Киев ҡалаһы янында алыш бара. Урыҫтар менән һуғышабыҙ, мин уҡсы яугирмын, ҙур йәйәнәм атам", - тине. Был егет йәйәүле уҡсы булған, йәйәнән нисек итеп тоҫҡап атыуын да күрһәтте. "Исемең нисек, ҡайҙанһың?" - тигән һорауға яуабы минең өсөн иҫ китмәле булып тойолдо: "Исемем Искәндәр, Башҡорт иленәнмен". Ошо Башҡорт илендә олоғайған ата-әсәһе йәшәүе, ә ағаһының бер һуғышта һәләк булыуы хаҡында ла әйтте. "Был алышта кем еңәсәк?" тигән һорауға: "Урыҫ ғәскәрҙәре аҙ ҡалып бара, беҙ еңәсәкбеҙ", - тип яуапланы. Аптырағас, уның ошо алышта үләсәгеме, әллә иҫән ҡаласағымы тураһында ла белештем. Шундуҡ яуап ҡайтара алманы: "Яу барышын ҡарап бөтөрәйем әле", - тине лә, бер нисә минуттан һуң әйтә ҡуйҙы: "Бер һыбайлы урыҫ яугиры минең яныма уҡ сабып килеп етте лә, һөңгөһө менән һул яурынама ҡаҙаны, әммә мин уны барыбер атынан атып төшөрә алдым". Иҫегеҙгә төшөрәм, монгол ғәскәре Киев ҡалаһын 1240 йылда яулап ала. Сеанс аҙағында ошо Искәндәрҙең ғүмере нисек бөтәсәге хаҡында һорау биргәс, гипноз аҫтында барыһын да иҫенә төшөрә алыусы уның 6 йылдан һуң сираттағы бер яу барышында һәләк буласағы хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Сеанс бөткәс, мин әлеге студенттан башҡорт яугирҙарының монгол-татар ғәскәрҙәре составында һуғыштарҙа ҡатнашыуы хаҡында белеү-белмәүе, ошо хаҡта әҙәби әҫәрҙәр уҡығанмы, юҡмы икәнлеге хаҡында һораштым. Уның әйтеүенсә, ул был турала электән бер нәмә лә белмәгән икән.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында пединституттың башланғыс кластар факультетында беҙҙең кафедрала биология фәне уҡытыусылары Светлана һәм Сергей Нехорошковтар эшләне. Светлананың үтенесе буйынса мин уның менән регрессив гипноз сеансын уҙғарҙым. Әмәлгә ҡалғандай, унан яҡты донъяға килгән мәлдә үҙен нисек тойоуы хаҡында ла һорау биргәйнем. "Ай-һай, шул саҡта миңә бик насар булғайны. Һауа етмәне, бик ашағым килде", - тимәһенме! Баҡтиһәң, Светлана донъяға 7 айлыҡ ҡына бәпес булып тыуған, сөнки атаһы һәм әсәһе мотоциклда китеп барған саҡта аварияға осраған, әсәһе уны ваҡытынан алда тыуҙырырға мәжбүр булған икән. Күрәһең, авария һөҙөмтәһендә әле тыуып өлгөрмәгән бала организмына кендек ҡаны менән кислород һәм туҡлыҡлы матдәләр килеүе ныҡ кәмегән. Шуныһы ҡыҙыҡ: бала организмының ошо халәттә ҡалыуы уның мейеһендә "яҙылып, теркәлеп" ҡалған. Светлана менән сеансты дауам иттем. Артабан бына шундай диалог килеп сыҡты:
- Әсә ҡарынына ингәнсе, һин бар инеңме?
- О-о-о, мин ерҙән бик алыҫта, күк төпкөлөндә осоп йөрөнөм. Унда шундай матур, шундай иҫ киткес ғәжәп донъя, бығаса һис бер ишетмәгән ниндәйҙер илаһи моң ағыла. Бынан башҡа бер ергә лә китәһе килмәй.
- Ул саҡта һин ҡош инеңме әллә?
- Юҡ, юҡ, мин - кеше!
- Йә, ярай. Светлана, мин һинән тағы ла бер нәмә тураһында һорайым әле. Һинең элегерәк ерҙә, кешеләр араһында йәшәгәнең булдымы? Ошо хаҡта мейеңдә ниндәйҙер мәғлүмәт бармы, әллә бер нимә лә юҡмы?
Светлана бер аҙға шымып ҡалды. Күрәһең, ундай мәғлүмәт уның өҫкө аңында тиҙ генә пәйҙә була алмай. Әммә, аҙмы-күпме ваҡыт үтеүгә, Светлана шатланып, хатта ҡысҡырыбыраҡ һөйләй башланы:
- Күрәм, балаларымды күрәм!
- Балаларыңдың исемдәрен әйт әле.
- Бына ҡыҙым Люба, уға 12 йәш, ә Ваняға 10 йәш тулды.
- Ә һин үҙең кем һуң, исемең нисек?
- Мин - Анна Павловская.
Мин шунан һуң Светланаға Аня тип өндәшә башлайым.
- Аня, һинең тағы кемдәрең бар?
- Ирем бар, Петр Павловский. Атайым - Иван Спивак, әсәйем - Софья Спивак.
- Ирең ҡайҙа эшләй?
- Юҡ, ул эшләмәй, хеҙмәт итә. Атайым да хәрби хеҙмәттә.
- Ә һин үҙең ниҙәр менән шөғөлләнәһең?
- Йортобоҙҙа хужалыҡ эштәре менән булышам, балаларымды ҡарайым.
- Уҡый-яҙа беләһеңме?
- Юҡ, мәктәпкә йөрөмәнем, хәреф танымайым. Сиркәүҙә Библия китабын күргәнем бар, беҙ унда йәкшәмбе көндәрендә доға ҡылырға барабыҙ.
- Йәшәгән урынығыҙ нисек атала?
- Беҙ Александровское ауылында йәшәйбеҙ.
- Ул ҡайһы тирәлә? Ниндәй ҡалаға барғанығыҙ булды?
- Былтыр йәй көнө, ат арбаһына ултырып, Санкт-Петербургҡа барҙыҡ.
Светлана һөйләгәндәрҙе нисек аңлатып була? Күрәһең, Анна Павловская тигән ҡатын XIX быуатта Санкт-Петербургҡа яҡын булған бер ауылда йәшәгән. Ул осорҙа батшаның атлы ғәскәрҙәре империяның баш ҡалаһына яҡын булған ауылдарҙа урынлашҡан була: яҙҙан көҙгә тиклем ғәскәр аттарын яланға сығаралар, фураж әҙерләргә лә уңайлы. Әгәр ҙә ки Светлана яңынан ошо Александровское ауылы урынлашҡан ергә бара ҡалһа, ҡасандыр элекке тормошонда йәшәгән ауылды уның ландшафтына ҡарап булһа ла таныр ине. Әйткәндәй, әлеге көндә Нева йылғаһы буйындағы ошо бороңғо ауыл юҡ, сөнки ул тора-бара Санкт-Петербург составына инеп киткән.
Санкт-Петербург менән бәйле тағы ла бер эпизод. Минең Татьяна исемле бер пациенткам, уны элекке тормошо заманына ҡайтарыу менән, ярһып-ашҡынып, хатта күҙҙәренән йәштәре атылып сығып, былай тип әйтә башланы:
- Ҡайтты, ҡайтты бит ҡәҙерлем, ул тере, тере!
- Әйт әле Таня, кем ҡайтты?
- Мин Таня түгел, мин - Василиса (ярһып үкһеүен һаман тыя алмай). Минең ирем Дмитрий ҡайтты. Ах, ах, уны һәләк булды тигән хәбәр алғайныҡ, дөрөҫ булмаған, Слава тебе Господи!
- Тыныслан, Василиса. Барыһы ла һәйбәт бит.
- Димам минең, Димам! Ниндәй шатлыҡ, тереһең бит! Яраларың да төҙәлер, балабыҙ хаҡына йәшәйек әле.
- Мине тыңла әле, Василиса. Был хәл Татьяна тыуғанға тиклем нисә йыл элегерәк булды?
Татьяна-Василиса бер аҙға тынып ҡалды, эстән генә иҫәпләй ине шикелле.
- Таня тыуғансы 88 йыл уҙасаҡ.
- Быны һин ҡайҙан беләһең?
- 6 айлыҡ улым аша беләм (борсола башлай). Ай, улым асыҡҡандыр инде, уны имеҙергә кәрәк.
- Ярай, ярай, өлгөрөрһөң. Әйт әле, һеҙ ҡайҙа йәшәйһегеҙ?
- Санкт-Петербургта. Беҙҙең өйөбөҙ бик ҙур, бер нисә бүлмәбеҙ бар.
- Һеҙ торған урам нисек атала?
- Большая... Большая... Иҫемә төшөрә алмайым.
- Улай булғас, тәҙрәгеҙҙән ҡарағыҙ әле, ниҙәр күренә?
- Ҡаршыла итек мастерскойы, арыраҡ кабак, унан иҫерек мужиктар сыҡҡанын күрәм.
Шуның менән сеанс тамамланды. Татьяна ситтән тороп уҡыу бүлегендә уҡый ине. Яҙғы сессия ваҡытында, сираттағы бер лекциянан һуң, мин унан: "Элекке тормошоңдағы ирең төшөңә кермәнеме?" - тип һораштым. Татьяна, бик ғәжәпләнеп, һорауға һорау менән яуап бирҙе: "Ә һеҙ ошо хаҡта ҡайҙан беләһегеҙ?" - ти. Мин бының мөмкин булыуын фараз итеүем хаҡында әйттем. "Эйе, бер төшөмдә үҙемде Санкт-Петербургтағы әлеге ҙур фатирыбыҙҙа икәнмен тип күрҙем. Бүлмәләр буйлап йөрөгәндә бер ишекте асһам, унда ирем яҙышып ултыра. Миңә асыуланыбыраҡ ҡарап ҡуйҙы, әммә бер һүҙ ҙә әйтмәне. Мин уға ҡамасаулағандырмын, күрәһең", - тип асыҡлыҡ индерҙе Таня.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ. (Дауамы. Башы 5-6-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №7, 20 - 26 февраль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.02.26 | Ҡаралған: 24

Киске Өфө
 

Үҙ һүҙендә тора белгән, һәр ваҡыт аныҡ эш менән мәшғүл һәм үҙ эшенең оҫтаһы булған ир - ысын ир. Эшләү, ижад итеү, эҙләнеү, барлыҡҡа килтереү, булғанды ишәйтеү - көслө заттың төп тәғәйенләнеше. Ир-егеттәребеҙгә - уңыштар!

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru