
Башҡортостанда йәшәүселәр Рәсәй Оборона министрлығы менән Пилотһыҙ системалар ғәскәре составында МХО зонаһында хеҙмәт итеү өсөн әүҙем контракт төҙөй. Граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты офицеры лейтенант Алмаз Абдрахманов билдәләүенсә, мөрәжәғәт иткән дәғүәсене хәрби часҡа оҙатыу өсөн ике-өс көн ваҡыт етә.
Һайлап алыу пунктында теркәлгән кандидат тәүге көндә хәрби-табип комиссияһына йүнәлтелә. Дәғүәсе анализ тапшырып, башҡа медицина процедураларын үткән ваҡытта, яуаплы хеҙмәткәрҙәр Эске эштәр министрлығы аша уның хөкөм ителеү-ителмәүен, хоҡуҡ боҙоуҙарға бәйле башҡа мәсьәләләрҙе асыҡлай. Артабан буласаҡ БПЛА операторы һөнәр оҫталығы буйынса һынау тота. "Әгәр барыһы ла яҡшы булһа, контракт төҙөлә, дәғүәсе бойороҡ исемлегенә индерелә һәм икенсе көндө үк хеҙмәт урынына юллана. Әлеге ваҡытта пилотһыҙ системалар операторҙарын туплау эше әүҙем бара. Хеҙмәткә 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге ир-егеттәр алына. Шулай уҡ 45 йәшкә тиклемгеләр водитель, сапер, ашнаҡсы кеүек хәрби һөнәр буйынса ҡарала. Ысынлап та, Башҡортостандың пилотһыҙ ғәскәрҙәре сафына операторҙар ғына алынмай", - ти Алмаз Абдрахманов.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барыу мәсьәләләре буйынса онлайн да мөрәжәғәт итергә мөмкин, тип өҫтәй офицер. Беренсенән, башбат.рф сайты аша, икенсенән, "Башҡортостандың пилотһыҙ ғәскәрҙәрендә хеҙмәт" чат-боты ярҙамында. Фронтта дрондар төрлө хәрби бурыстар үтәй: разведка, мониторинг, дошмандың техникаһын һәм тере көсөнә ҡаршы көрәш алып бара. Шуға күрә дрон йөрөтөүселәрҙең махсуслашыуы полигонда уҡытыу процесында билдәләнә. Алмаз Абдрахманов әйтеүенсә, һайлап алғанда бөтәһен дә үткәрмәйҙәр. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ яраланыу сәбәпле хеҙмәттән бушатылған МХО ветерандары ла ҡаралмай. Былар - хәрби комиссариаттың ғына теләге түгел, ә Рәсәй Оборона министрлығының рәсми документында яҙылған талаптар.
"Яңы ғәскәр төрө булһа ла, Өфөлә һәм Башҡортостанда уның составын тулыландырыу тотороҡло бара. Шуға ҡарамай, беҙ эш темпын кәметмәйбеҙ", - тип дауам итә һүҙен Алмаз Абдрахманов. Билдәләнеүенсә, инструкторҙар уҡыу йорттарына бара, студенттар менән әңгәмәләр үткәрә, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт перспективалары һәм өҫтөнлөктәре тураһында һөйләй. БПЛА операторҙарының алғы һыҙыҡтан алыҫта, хәүефһеҙ аралыҡта, урынлашыуы - был ғәскәр төрөнөң төп өҫтөнлөгө. Шулай уҡ Оборона министрлығы ҡулай хеҙмәт срогы тәҡдим итә. Контракт бер йылға һәм унан оҙағыраҡ ваҡытҡа төҙөлә. Артабан яугир хеҙмәттән китә йәки яңы контракт төҙөй ала. Оборона министрлығы менән контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш башҡа ғәскәр төрҙәренә күсереү тыйыла.
Пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәргә МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тәғәйен барлыҡ дәүләт ярҙам саралары, льготалар һәм социаль гарантиялар ҡаралған. Бынан тыш, студенттар юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар, академик отпуск алып, контракт төҙөй, ә хеҙмәттән һуң бюджет урынына кире ҡайта ала. Шуны ла әйтергә кәрәк, был һөнәр эйәләре алған тәжрибәһен, белемен тыныс тормошта ла ҡуллана ала.
Эдуард ҠУСҠАРБӘКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 27 февраль – 5 март 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|