«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

КИЛӘСӘК ГҮЗӘЛ ЗАТТАР ҠУЛЫНДА...
+  - 

Ғалим-физик, уйлап табыусы Никола Тесла - кешелек тарихындағы бөйөк шәхестәрҙең береһе. Уның асыштары ХХ быуатта сәнәғәт үҫешенең төп этаптарын билдәләй, кешелек донъяһын үҙгәртә. Асылда, ул - бөгөнгө ХХI быуатты тыуҙырған шәхес. Электр двигателе, генератор, алмаш ток ярҙамында эшләүсе күп фазалы ҡоролмалар - Никола Тесланың даһилығы емештәре. Ә уларҙан инде заман индустрияһы, бөгөнгө электроника технологиялары үҫеп сыға.

Үкенескә ҡаршы, даһи ғалим тураһында хәҙер бик һирәк иҫкә алалар. Уның исеме магнит яланы индукцияһы берәмеге атамаһы булараҡ һәм "Тесла" Америка компанияһы һәм ошо исем менән ул сығарған электромобилдар аша мәңгеләштерелгән. Компанияны һәм ул сығарған продукцияны юҡҡа ғына "Тесла" тип атамағандар. Никола Тесла - тәүге электромобил уйлап сығарған кеше лә ул. Ғалим 1856 йылда бөгөнгө Хорватияла тыуа. 1891 йылдан Америкала йәшәй. 1943 йылда мәрхүм була. Никола Тесла тураһында һүҙ башлап, уның бөйөк ғалим-физик булыуҙан тыш, кешелек донъяһының киләсәге хаҡындағы ҡайһы бер фекерҙәренең, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙға ҡағылышлыларының да үтә ҡыҙыҡлы икәнен әйтергә кәрәк. 1926 йылда ғалим "Collier's" журналына интервью бирә. Әңгәмә барышында ул кешелек йәмғиәтенең киләсәге тураһында әҙәм ышанмаҫлыҡ фараздар яһай. Нимәһе ғәжәп, тәрән, төплө һәм киң фекерләүсе ғалимдың әйткәндәренең байтағы бөгөнгө көндә - тормошҡа ашҡан ысынбарлыҡ.
"Бер-беребеҙ менән кеҫәлә йөрөткән ябай ҡоролмалар аша аралашасаҡбыҙ, һөйләшкән кешене хатта күреп торасаҡбыҙ. Күк йөҙөндә радио менән идара ителгән самолеттар үҙҙәре осоп йөрөйәсәк", - ти ул. Бер быуат элек үк ул бөгөнгө кеҫә телефоны, дрондар, пилотһыҙ осоу аппараттары тураһында әйткән килеп сыға.
Ғалим фекеренсә, киләсәктең төп үҙгәрештәре ҡатын-ҡыҙ менән бәйле буласаҡ икән. "Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлылыҡ өсөн көрәше енес-ара мөнәсәбәттәрҙең төп роле гүзәл заттарға күскән яңы тәртипкә килтерәсәк. Ҡатын-ҡыҙҙар тәүҙә тиң хоҡуҡлылыҡҡа өлгәшәсәк, аҙаҡтан иһә, ир-егеттәр фиғелен ҡабатлап түгел, ә үҙ интеллекты ярҙамында өҫтөнлөккә сығасаҡ.
Ҡатын-ҡыҙ зиһене ир-егеттәр өлгәшкән барлыҡ өлкәләрҙә лә үҙен лайыҡлы күрһәтте лә инде (ғалим йәшәгән дәүер хаҡында һүҙ бара - Ред.). Белем кимәле буйынса гүзәл заттар тағы ла алғараҡ китер. Улар, үткәндәрҙе инҡар итеп, кешелек цивилизацияһын үҙҙәренең үҫеше менән шаҡ ҡатырыр. Тик лидерлыҡ сифаттарын, эшмәкәрлектең яңы өлкәләрен үҙләштергән һайын ҡатын-ҡыҙға хас күңел нескәлеген, әсәлек тойғоһон юғалта барыр", - тип фекерләй бөйөк ғалим.
Был үҫештең нимәгә килтереүен фаразлап, Никола Тесла иғтибарҙы бал ҡорттары ғаиләһенең эске ойошоу тәртибенә йүнәлтә: "Тереклек донъяһында идеаль ҡоролош бал ҡорттарына хас, һәм уның төп принцибы - әсәлекте илаһилыҡ менән алмаштырған үлемһеҙлек инстинкты. Инә ҡорт - бал ҡорто тормошоноң үҙәге. Ул умарта "тәхет"ен мираҫ итеп алмай, ә был бөжәк расаһының инәлеге, бала ятҡылығы булғанға ошо дәрәжәгә эйә.
Бал ҡорто умартаһының нигеҙе, таянысы - енесһеҙ эшсе ҡорттарҙың ҙур армияһы. Уларҙың берҙән-бер маҡсаты һәм бәхете булып ныҡышмалы хеҙмәт тора. Шулай уҡ умартала инә ҡорт үҙ бурыстарын үтәй алмай башлаған осраҡ өсөн алмашҡа тәғәйенләнгән сикләнгән һанда башҡа инәлек заттары ла йәшәй. Бер ниндәй эш башҡармаған һоро ҡорттар ҙа (шулай уҡ сикләнгән һанда) ғаилә ағзалары һанала. Уларҙың иң көслөһө инә ҡортто аталандырыу хоҡуғын ала. Ғөмүмән, бурыстарҙы теүәл бүлешеп, ойошоп йәшәү - бал ҡорттарының ғына түгел, ә, ғөмүмән, теләһә ҡайһы йәмғиәттең идеаль формаһы ул".
Йәғни бөйөк Тесла кешелектең киләсәген шулай енесһеҙ эшселәр армияһы һәм уларҙы тыуҙырған инәлек һәм аталыҡтар кастаһы рәүешендә күрә. Быны ул, кеше расаһын һаҡлап ҡалыу инстинкты шәхсәнлектән баш тартырға мәжбүр итәсәк, тип аңлата. Һәм бында ҡатын-ҡыҙҙарҙың айырым урынын билдәләй.
Шул уҡ мәлдә ул: "Бөтә Ерҙе яҡтыртылыҡҡа күмер инем. Икенсе Ҡояш булдырыу өсөн электр энергияһы етерлек ул. Шулай уҡ, позитив менталь энергия кеүек, башҡа төр энергия ла алырға мөмкин. Улар Бах йәки Моцарт музыкаһында, бөйөк шағирҙарҙың әҫәрҙәрендә бар. Ер үҙе Шатлыҡ, Тыныслыҡ һәм Мөхәббәт энергияһын үҙ эсенә ала. Улар - тупраҡтан үҫкән сәскә, беҙ ейгән ризыҡ һәм кеше өсөн "ватан" төшөнсәһенә эйә барлыҡ нәмә", - ти. Был иһә, кешелек бөгөнгө мөнәсәбәттәр нигеҙендә лә идеалға өлгәшә ала, тигән ишаралыр, тип фаразларға ҡала.
Әйткәндәй, Тесла үҙе зауыҡты яратҡан, яҡшы манераларға эйә һомғол буйлы, ҡара сәсле, зәңгәр күҙле күркәм ир була. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар иғтибарынан ситтә ҡалмай. Ләкин ғалим, гүзәл зат менән яҡынлыҡ ирҙәрҙең эшенә ҡамасаулай, тип ышана, бер тапҡыр ҙа өйләнмәй. "Мин никахтағы ирҙәр эшләгән бөйөк уйлап табыуҙарҙы иҫләмәйем", - тип аңлата яңғыҙлығын.

Байгилде МОТАЛЛАП.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 6 - 12 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru