«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТАМЫРҘАРҘЫ БАРЛАП...
+  - 

1 мартта Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан баш ҡаланың "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһында Ғаилә фестивале үтте.

Башҡорттар борон-борондан ғаилә йолаларын хөрмәт итә, етенсе быуынға тиклем нәҫел тамырҙарын барларға тырыша. Ғаилә ҡороу, ырыуҙы дауам итеү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, уларҙы балаларға ла тапшырыу - халҡыбыҙҙың төп йәшәү мәғәнәһе. Беҙ ҙә балалар баҡсаһында ойошторолған төрлө саралар аша кескәйҙәргә ғаилә һәм уның ҡиммәттәре, туғанлыҡ ептәре тураһында аңлатырға, туған телгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. Сираттағы сара Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналып, "Башҡорт ғаиләһе фестивале" тип аталды.
Сарала өс - Мәзитовтар, Күсәрбаевтар, Мостафиндар ғаиләләре ҡатнашты һәм һәр береһе бәйге шарттарын еренә еткереп үтәргә тырышты. Ә шулай ҙа Луиза менән Фидан Мәзитовтар ғаиләһе айырылып торҙо. Улар дүрт бала тәрбиәләй. Күп балалы ғаилә башлығы Фидан Мәзитов ландшафт дизайнеры булараҡ үҙ эшен асҡан, әлеге ваҡытта уға ҡатыны Луиза ла ярҙам итә. Өлкән улдары Ибраһим, Мөхәмәткәрим һәм берҙән-бер ҡыҙҙары Сара, Дим районының Б. Бикбай исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһында белем ала. Иң кесе улдары Мираҫ 75-се "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүсеһе. Сара әсәһе менән бейергә ярата, бейеү түңәрәгенә йөрөйҙәр, төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар, ә малайҙар спортты үҙ итәләр. Улар өсөһө лә "Сармат" футбол командаһында шөғөлләнә.
Мәзитовтар ғаиләһе туған йәнле, ярҙамсыл, ауыр саҡта яҡындарына кәңәшсе, терәк. Уларҙың ғаиләһен яратмаған, хөрмәт итмәгән кеше юк. Шуға күрә тыуған йорттарынан ҡунаҡ өҙөлмәй, дуҫ-иштәре, туғандары менән аралашып, ҡатнашып йәшәйҙәр, туғанлыҡ ептәрен өҙмәйҙәр. Луиза һәм Фидан Мәзитовтар ғаиләһе милли йолаларыбыҙҙы һаҡларға ынтыла, төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. "Дүрт балабыҙ - дүрт таянысыбыҙ, шатлығыбыҙ. Уларһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереп булмай", - ти улар.
Мәртәбәле ҡунаҡтар - филология фәндәре докторы, профессор, М.Аҡмулла исемендәге университеттың башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова, "Аҡбуҙат" балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Милли белем биреү ресурсы үҙәге директоры Ләйсән Аҙнабаева, "Аҡ тирмә" милли мәҙәни үҙәге ағзаһы Гөлнара Килдеғоловаларҙың ҡатнашыуы ла байрамыбыҙға йәм өҫтәне. Улар "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы етәкселегенә, тәрбиәселәргә һәм атай-әсәйҙәргә Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан матур байрам үткәреүҙәре өсөн оло рәхмәттәрен еткерҙе.

Илүзә ХӘЗИӘХМӘТОВА,
75-се "Акбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №9, 6 - 12 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.26 | Ҡаралған: 252

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru