«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ДҮРТ ЙӨҘҘӘН АШТЫ
+  - 

Мәләүез районында Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙам күрһәтмәгән бер генә ауыл да юҡ. Һәр кем ҡулынан килгәнде эшләргә, ил именлеген һаҡлаған ир-егеттәрҙе хәстәрләүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Был йәһәттән яҡташтарыбыҙ әүҙем һәм берҙәм.

Махсус хәрби операция башланған көндәрҙән алып Смаҡ ағинәйҙәре ир-егеттәргә ойоҡбаш, бейәләй бәйләп, күстәнәс туплап ебәрә.
Башта улар аҙна һайын ауылдан ҡалаға килеп, махсус цехта һаҡ селтәре үрҙе. Һуңынан шундай уҡ цехты үҙҙәрендә булдырҙы.
- Башта беҙ Мәләүезгә барып селтәр үреүсе ирекмәндәргә ярҙамлашып йөрөнөк. Шул уҡ эште үҙебеҙҙә башларға ниәт итеп, ауыл биләмәһе башлығы Айрат Шәйәхмәтовҡа мөрәжәғәт иттек. Етәксенән ыңғай яуап алғас, уны үреү өсөн махсус ҡалып яһатып алып, мәҙәниәт йоронда эш башлап ебәрҙек. Был эшкә дан өсөн түгел, ил именлеген һаҡлағандарға ысын күңелдән ярҙам итеү теләге менән тотондоҡ. Шул ваҡыттан алып 450-гә яҡын селтәр үрелгән, госпиталь өсөн 1000-дән ашыу мендәр тултырып оҙатылған, ҡойолған окоп шәме, бешерелгән милли ризыҡ, яҙылған хат, яһалған бетеү һаны ла байтаҡ. Байрамдарҙа һалдаттарыбыҙ өсөн бүләк әҙерләйбеҙ. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр менән осрашып, табын артында һөйләшеп ултырыу, әсәйҙәрсә арҡаларынан тупылдатып һөйөп ҡаршы алып, изге теләк менән оҙатып ҡалыу уларға өмөт һәм ышаныс өҫтәй, күңелен йылыта, - тип һөйләй ағинәйҙәр.
Районда беренселәрҙән булып ирекмәнлек эшенә тотонған инәй-апайҙар һәр аҙнаның дүшәмбе һәм шаршамбы көндәрендә ямғыр тимәй, ҡар тимәй, ваҡыт табып, һаҡ селтәре үрергә йөрөй. Ауыл халҡы ла Махсус хәрби операция башланған көндән алып яугирҙарҙы үҙ ярҙамынан ташламай, хәрбиҙәргә кәрәк-яраҡ йыйып, посылкалар әҙерләп тапшырып тора. Яугирҙарға ебәрер өсөн әҙерләнгән гуманитар ярҙамға үҙ еребеҙҙә үҫкән шифалы үләндәр, өй туҡмасы, сәк-сәк, бал, кейем-һалым, дарыу һәм башҡа кәрәк-яраҡ туплана. Изге ғәмәлгә, ситтә йәшәһәләр ҙә, ауылда уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнашып, матди яҡтан ярҙам күрһәткән яҡташтары ла ҙур теләк менән ҡушыла.
- Уҡыған доғалар, күмәкләп теләгән теләктәребеҙ уландарҙы мәкерле ниәттән ҡотҡарһын, үргән селтәрҙәребеҙ балаҡайҙарҙың ғүмерен һаҡлаһын, - ти инәй-апайҙар.
Улар араһында Махсус хәрби операцияла ғәзиз балаһын юғалтҡандар ҙа, зарығып улдарын көткәндәр ҙә бар. Әсәләрҙең барыһына ла рух ныҡлығы насип итһен. Смаҡтар эшләгән эше, ҡылған изге ғәмәле менән Еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә, ил һағындағыларға көс-ҡеүәт бирергә тырыша. Уларҙың күҙ нурын, доғаһын ҡушып үргән селтәрҙәре яу ҡырындағы һалдаттарға һаҡ булһын, тип теләйек. Ир-егеттәр имен-аман өйҙәренә әйләнеп ҡайтһын!

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 6 - 12 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.26 | Ҡаралған: 314

Киске Өфө
 
Бөгөн донъя нәфрәт менән сирләй. Әгәр ҙә беҙ ошоға ҡаршы дарыу тапмаһаҡ һәм нәфрәтләнеүселәрҙе күрә алмауҙы дауам итһәк, үҙебеҙ нәфрәт һаҙлығына батасаҡбыҙ.

(И. Ильин).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru