«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЮҒАРЫ ҺӨҘӨМТӘ ӨСӨН
+  - 

Башҡортостандағы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, республикала БПЛА ғәскәрҙәренә яҙылырға теләүселәр өсөн уҡытыу башланған.

Пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәренә операторҙар ғына түгел, юғары технологиялы дрондарҙы хеҙмәтләндерәсәк белгестәр ҙә кәрәк. Атап әйткәндә, ремонтлаусылар, программалар яҙыусылар һәм уларҙы көйләүселәр талап ителә. Авиамодель йәки граждан дрондары менән идара итә белеүселәргә, компьютер уйындары менән мауығыусыларға өҫтөнлөк бирелә. Сөнки улар башланғыс тәжрибәгә эйә. Әммә дәғүәсенең теләге булһа, әҙерлек кимәленә ҡарамай, уның менән контракт төҙөлә. Хеҙмәткә 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге ир-егеттәр алына. Шулай уҡ 45 йәшкә тиклемге йәштәгеләр пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәренә водитель, сапер, ашнаҡсы кеүек хәрби һөнәр буйынса йәлеп ителә.
Уҡыу программаһы бөтә төр дрондарҙы осороуҙы, ҡорамалдарҙы һәм программаларҙы көйләүҙе, техниканы ремонтлауҙы, инженерлыҡ әҙерлеген һәм боеприпастар менән эш итеүҙе үҙ эсенә ала. Уҡыу тамамланғас, хәрби-иҫәп һөнәрен алыу тураһында рәсми таныҡлыҡ тапшырыла.
Әлеге көндә Башҡортостанда пилотһыҙ ғәскәрҙәргә ирекмәндәр йыйыу әүҙем дауам итә. Контракт бер йылға төҙөлә, был ваҡыт үткәндән һуң запасҡа сығыу мөмкинлеге бар. Документта айырым билдәләнгәнсә, хәрби хеҙмәткәрҙе, уның үҙенең иркенән тыш, БПЛА менән идара итеү менән бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсереү тыйыла.
Рәсәй Геройы полковник Денис Чернавин билдәләүенсә, Махсус хәрби операция башланғанға тиклем дрондар юғарынан байрамдарҙы видеоға һәм фотоға төшөрөү, айырым биләмәләрҙәге хәлде күҙәтеп барыу, ауыл хужалығы баҫыуҙарын һәм урмандарҙы эшкәртеү өсөн ҡулланылһа, хәрби шарттарҙа пилотһыҙ аппараттар дошмандың позицияларын, техникаһын һәм тере көсөн утҡа тота, разведка үткәрә, йөк ташый. "Пилотһыҙ осоу системалары үҫеше Рәсәй Армияһының хәрби операцияны алып барыуҙың традицион формаларынан баш тартыуын түгел, ә юғары һөҙөмтәләр биргән ҡоралға әйләнгән һәм дошманды ҡыйратыу тактикаһын һәм стратегияһын ҡырҡа үҙгәрткән дрондарҙы белеп ҡулланыуын аңлата", - ти офицер.

"Киске Өфө" гәзите, №10, 13 - 19 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Ишектән ингән саҡта халыҡтың һине шатланып ҡаршылауында түгел бәхет. Бәхет ишектән сыҡҡан сағыңда халыҡтың һинең китеүеңә үкенес белдереүендә.

(Балтасар Грасиан).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru