«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БИТАРАФЛЫҠТАН ҠУРҠ!
+  - 

Рәсәй мәктәптәрендәге буллинг осраҡтары һәм ошо рәхимһеҙ күренештең ҡорбандарына әүерелеп, ауыр депрессияға дусар булыусы ҡайһы бер үҫмерҙәрҙең, ҡоралланып, үс алыу ниәте менән белем биреү учреждениеһына килеүе ил күләмендәге хәүефле "эпидемия"ға әйләнде.

Шуға ҡарамаҫтан, ошоға тиклем мәктәптәр етәкселеге һәм педколлективтар бындай хәлде өндәшмәй үткәреп ебәреү яйын ҡараны, был йәһәттән әллә ни иғтибарҙы йәлеп итерлек комплекслы саралар һәм аныҡ ҡына тәрбиәүи эш өлгөләре лә әүҙем генә алып барылманы, тип әйтерлек. Ҡайһы бер төбәктәрҙә үткәрелгән террористик акттарға ҡаршы һәм милләт-ара дуҫлыҡ, илһөйәрлек темаларына "Түңәрәк өҫтәл", форумдар һәм башҡа шуның кеүек урындағы ҡала йәки район әһәмиәтендәге тематик сараларҙы иҫәпкә алмағанда, мәктәп етәкселеге һәм уҡытыусылар үҙ бурыстарын һуңғы йылдарҙа нығынып өлгөргән "тәрбиәүи эштә түгел, ә белем биреүҙә" күреүҙәрен дауам итте. Уҡыусылар араһындағы конфликттарға, был, йәнәһе, уҡытыусының эше түгел, "үҙ-ара аңлашырҙар әле", йә булмаһа, полицияға мөрәжәғәт итергә кәрәк, тигән битараф ҡарашта ҡалып килделәр.
Ә бит ҡоралланып, үҙе уҡыған белем йортона үс алырға килеү факттарының ил буйынса йәмәғәтселекте тетрәтеүенә хәҙер инде ныҡлы ғына рәүештә тиҫтә йыллап самаһы булыр. Шунсама ваҡыт эсендә берәй үҙгәреш ишетелдеме? Киреһенсә, террор ғәмәле үлемесле вирус кеүек, көсәйә генә барҙы. Ирекһеҙҙән, бер аҡыл эйәһенең, битарафлыҡтан ҡурҡ - улар үлтермәй, ләкин ер йөҙөндәре бөтөн әшәкелек, хыянат һәм кеше үлтереүҙәр уларҙың һүҙһеҙ ризалығы - битарафлығы арҡаһында башҡарыла, тигән ғибрәтле һүҙҙәре иҫкә килеп төшә.
Дөрөҫ, 2023 йылда РФ Президенты Владимир Путиндың "Рәсәй Федерацияһында 2030 йылға тиклем осорға балалар хәүефһеҙлегенең комплекслы стратегияһы тураһында"ғы указы донъя күрҙе, ләкин был мөһим документты белем биреү һәм хоҡуҡ һаҡлау системаһы өлкәләре етәкселеге үҙ эшмәкәрлектәренең көндәлек ҡулланмаһы рәүешендә ҡабул итергә ашыҡманы... Иларһың да, көлөрһөң дә: ниһайәт, Рәсәй Мәғариф министрлығы ла ҡыбырҙағандай итте, тик уларҙың "көсөргәнеше" 2025 йылдың 26 мартындағы "Мәктәптәрҙә психик көс ҡулланыу, яфалауҙарға ҡаршы тороу буйынса иҫкәрмә" эшләп таратыу менән сикләнде, буғай... Шуға күрә лә Башҡортостандың белем биреү йорттарында хәүефһеҙлек сараларын һәм ауыр үҫмерҙәр менән эште яйға һалыуҙы көсәйтеү ниәте хаҡындағы хәбәр шундуҡ үҙенә иғтибарҙы йәлеп итте. Өфө ҡалаһының 16-сы мәктәбендә һәм Һиндостан студенттары йәшәгән дөйөм ятаҡта булып үткән фажиғәле хәлдәрҙән һуң терроризмға ҡаршы һаҡланыу саралары мәсьәләһе буйынса республика Башлығы мәктәп директорҙары менән осрашты һәм уҡыу йорттарында хәүефһеҙлек системаһын көсәйтеү һәм ҡайтанан ҡарап сығыу кәрәклеге хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. "Беҙ һеҙҙең менән иң ҙур ҡиммәтебеҙ - балаларҙы һаҡларға бурыслыбыҙ,- тине ул . - Уларҙың һаулығы, ғүмере, киләсәге беҙҙең уларға янаусы хәүеф-хәтәрҙе алдан күрә белеүебеҙгә һәм ваҡытында иҫкәртә алыуыбыҙға бәйле". Был йүнәлештә республика властары хәҙер ике төрлө бурысты хәл итеү буйынса эшләй: беренсенән, мәктәптәрҙең һаҡ хеҙмәтен яҡшыртыу маҡсатында хеҙмәткәрҙәр һанын арттырып, өҫтәмә финанслау мәсьәләһен хәл итергә ниәтләнә. Икенсенән, уҡыу йорттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе техник сараларҙы яңыртыу буйынса эште дауам итеү.
"Контроллек итеү сараларын көсәйтеү тураһында Росгвардия менән дә килештек", - тигәйне республика Башлығы. Ләкин бының менән генә эш бөтмәй, әлбиттә. Үҫмерҙәр менән, айырыуса асоциаль һәм нормаль булмаған холоҡло уҡыусылар менән эшкә ҡарашты тамырынан үҙгәртеү кәрәклеге айырыуса мөһим. "Хәҙер беҙ мәктәптәрҙең эшен хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм балалар һаулығына, ғүмеренә янаусы хәүефле күренештәрҙе, шул иҫәптән, буллингтарҙы булдырмау буйынса ла баһалаясаҡбыҙ. Һеҙҙең эшегеҙ тап бына шунда ла күренәсәк инде", - тине Радий Фәрит улы. Уның әйтеүенсә, "проблемалы" уҡыусылар һәр мәктәптә лә бар, ләкин бөтә урындарҙа ла улар менән тейешенсә эш алып барылмай. Ошо йәһәттән уҡыу йорттарында һәр бала менән айырым эшләү, йәғни тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫарҙары һәм класс етәкселәренең буллинг проблемалары буйынса үҙенә күрә "ышаныс бәйләнеше" кеүегерәк аноним ҡабул итеү сәғәттәре ойоштороу һөҙөмтәле булыр ине, тимәксемен, сөнки күңелен борсоған хәлдәр буйынса бала үҙ теләге менән килеп, директор ишеген шаҡымаясаҡ: беренсенән, ул үҙен яфалаусылар эҙәрлекләүенән, үс алыуынан ҡурҡһа; икенсенән, "ошаҡсы" ҡушаматын тағып йөрөгөһө лә килмәҫ. Ә инде бөтөн уҡыусыларҙы ла айырым-айырым саҡырып һөйләшеүҙән бер кемгә лә шик төшмәйәсәк, тик бындай эш уҡытыусыға үҙ өҫтөнә айырым бер такт, әҙәп һәм яуаплылыҡ йөкмәтәсәген дә аңларға кәрәктер. Буллингҡа дусар ителеүсе баланың һөйләгәндәрен уның йөҙөн йыртмайынса ғына, башҡалар алдында тура-яра фашламайынса, яфалаусы төркөм йә айырым уҡыусыға ҡарата тәьҫирле саралар күреү, әлбиттә, нескәлек, психологик яҡтан оҫталыҡ талап итә. Ә бит бөгөнгө мәғлүмәти һуғыш шарттарында балалар психикаһына бик күп негатив ябырыла. Тик бергәләшеп кенә балаларҙы ҡотҡара аласаҡбыҙ. "Был системалы эштең мөһим башланышы, һәм беҙ үҙебеҙҙең тарафтан ойоштороу мәсьәләләрендә һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙербеҙ", - тине Радий Хәбиров. Һәм, ысынлап та, был мөһим эшкә мәктәп директорҙары менән педколлективтарҙың, ата-әсәләр йәмғиәтенең генә түгел, төбәк власть органдарының да берҙәм ҡушылыуы һөҙөмтәһендә генә проблеманы еңеп сығырға, республикабыҙҙағы һәр бер бала өсөн хәүефһеҙ мөхит булдырырға мөмкин.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 13 - 19 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Ишектән ингән саҡта халыҡтың һине шатланып ҡаршылауында түгел бәхет. Бәхет ишектән сыҡҡан сағыңда халыҡтың һинең китеүеңә үкенес белдереүендә.

(Балтасар Грасиан).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru