«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

УЛАР РУССА ӨНДӘШӘ, Ә МИН ТУҒАН ТЕЛЕМДӘ ЯУАПЛАЙЫМ
+  - 

Һеҙҙе лә төрлө банктар, микрозайм ойошмалары шылтыратып аптыраталыр әле. Бергилке миңә лә "отошло процент" менән аҡса тәҡдим итеп маҙаһыҙланылар. Көн һайын, хатта көнөнә бер нисә тапҡыр шылтыратҡан саҡтары ла булды. Трубканы алмаһаң, смс-хәбәр яҙып ебәрәләр.

Күптән түгел бик матур тауышлы ҡыҙ шылтыратты. Ғәҙәтенсә, дежур һорауҙарын теҙә генә башлағайны, ҡапыл шып туҡтаны. Быға тиклем "Юҡ, һөйләшә алмайым. Минең өсөн уңайлы ваҡыт түгел. Башҡаса шылтыратмағыҙ!" тип әйткәндән һуң да, үҙенең ятлап алған һүҙҙәрен әйтеп бөтмәйенсә туҡтамаған тауыш тынып ҡалды.
Ни сәбәпле тиһегеҙме? Мин уның һорауҙарына үҙенән дә яғымлыраҡ тауыш менән башҡортса яуап бирҙем. Трубканың теге осондағы ҡыҙ ғәжәпләнеүенән хатта үҙе шылтыратҡанын да онотоп: "Һеҙгә кем кәрәк? Кемгә шылтыратаһығыҙ", - тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Үҙенә таныш булмаған һүҙҙәрҙе ишеткәс, ризаһыҙлыҡ белдереп, нимәлер мығырҙаны ла, телефонын бөтөнләй һүндереп ҡуйҙы.
Бының менән генә туҡтамаҫ, тағы шылтыратыр, тип көтөп йөрөйөм. Ысынлап та, иртәгәһенә шылтыратты был. Уның менән тағы ла башҡортса һөйләштем. Шунан бирле был банк бәләкәй процент менән кредит тәҡдим итмәй башланы. Теңкәгә тейгән банктарҙан ҡотолоуҙың был алымы бик оҡшап ҡалды. Тағы шылтыратмаҫтар инде, тип көтөп йөрөйөм. Көтөүем бушҡа булманы, яңыраҡ икенсе банктан тағы шундай шылтыратыу алдым. "Беҙҙең банк һеҙгә бәләкәй процент менән..." - тип, апайым һымаҡ иркә тауыш менән өндәшеүе булды, мин тағы ла туған телемдә: "Әлегә кредитҡа мохтажлығым юҡ, мине ҡайғыртыуығыҙ, хәстәрләүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт", - тигәйнем, яңы ғына әкиәттәрҙәге фәрештә тауышы менән һөйләшкән әңгәмәсем тупаҫ тауыш менән: "Нимә танау аҫтығыҙҙан бығырҙайһығыҙ, нормаль телдә һөйләшә алмайһығыҙмы?"- ти. Робот шылтырата тигән булалар, бер ҙә робот түгел. Банктарҙан беҙҙең шәхси мәғлүмәттәрҙе һатып алған мутлашыусылар улар. Мин иһә башҡорт теле донъялағы иң матур телдәрҙең береһе булыуын, ул минең ҡиммәтле байлығым һәм хазинам икәнен һөйләйем тегегә. Бигерәк түҙемһеҙ булып сыҡты был хеҙмәткәр ҙә. Минең әйтеп бөткәнде лә көтмәй, трубканы һалып ҡуйҙы. Шунан алып был банктан да шылтыратыу алғаным юҡ әле.
Һеҙҙе лә ошоға оҡшаш шылтыратыуҙар йонсотоуы ихтимал. Үҙ телегеҙҙә яуап биреп ҡарағыҙ, бәлки, һеҙгә лә ярҙам итер...

Лена АБДРАХМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 13 - 19 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.26 | Ҡаралған: 246

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru