«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠӘҘЕР ТӨНӨН ҒИБӘҘӘТТӘР ҠЫЛЫП ҮТКӘР!
+  - 

Шәмғун исемле кеше әле үҙгәрмәгән Тәүратҡа буйһоноп йәшәгән. Уны уратып алған йәмғиәт поттарға табынған. Шәмғун Аллаһы Тәғәләне инҡар итеп, үҙҙәре яһаған илаһтарға табынған кешеләр менән көрәш алып барған. Уларҙы Аллаһы Тәғәләгә инанырға саҡырған. Дошмандары уны төр-лөсә юҡ итергә тырышҡан. Бер саҡ Шәмғун йәшәгән ҡаланың башлығы уны тоторға һәм һарайы алдына аҫып ҡуйырға бойороҡ бирә. Ҡулға алынған батыр Аллаһы Тәғәләгә: "Йә, Раббым! Йәшәгем һәм Һинең юлыңда көрәшкем килә. Теләктәрем ысын йөрәктән сыҡһа, ҡотҡар мине!"- тип ялбара. Шул мәл фәрештә төшөп, уны дошмандары ҡулынан ҡотҡара. Ҡотҡарылған Шәмғун яуыз ҡала башлығын һәм уның хеҙмәтселәрен хөкөм итә, артабан Аллаһы Тәғәләне инҡар итеүселәр менән япа-яңғыҙ көрәшеүен дауам итә, кешеләрҙе хаҡ юлға саҡыра. Ул көндөҙ ураҙала булһа, төндәрен намаҙ уҡып үткәрә.
Бер ваҡыт Мөхәммәт бәйғәмбәр, Шәмғунды күҙ уңында тотоп, сәхәбәләренә: "Бер йәһүди Аллаһ юлында мең ай көрәшкән, хаҡ юлға саҡырған", - тигән һүҙҙәр әйтә. "Мең аймы?" тип ғәжәпләнә сәхәбәләр. Ә береһе: "Беҙҙең бар тормошобоҙ ул тиклем изгелек эшләргә етмәйәсәк. Нисек беҙ ҙә шул дәрәжәгә етә алабыҙ?" - тип һорай ҡуя. Шул ваҡыт фәрештәләр башлығы Ябраил ғәләйһиссәләм Бәйғәмбәребеҙгә: "Йә, Мөхәммәт! Аллаһы Тәғәлә һиңә бынан да яҡшыраҡ игелек ебәрҙе", - ти һәм "Әл-Ҡәдр" сүрәһен уҡый. "Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Ысынлап та, Беҙ уны (Ҡөрьәнде) күндерҙек Ҡәҙер төнөндә. Ҡәҙер төнөнөң ни икәнен беләһеңме? Ҡәҙер төнө мең айҙан да изгерәк! Ул төндә Раббы рөхсәте буйынса фәрештәләр менән Рух (Ябраил фәрештә) төрлө әмер алып төшә. Ул төндө таң атҡансы именлек була".
Эйе, был төндә Аллаһы Тәғәләнең ниғмәттәрен таратыусы фәрештәләр ергә төшә. Шайтан сылбырҙар менән бәйләнә һәм бер кемгә лә насарлыҡ эшләй алмай. Фәрештәләр шул тиклем күп була, хатта өҫкә ырғытылған энә лә мотлаҡ уларҙың береһенә төшөрлөк була. Улар бөтәһе лә Аллаһы Тәғәлә юлында йәшәүселәрҙең, эшләүселәрҙең, ғибәҙәт ҡылыусыларҙың гонаһтары ярлыҡаныуы өсөн доға ҡылалар. Таң атҡас, Ябраил ғәләйһиссәләм фәрештәләрҙе үҙе янына саҡыра. Фәрештәләр унан: "Йә, Ябраил! Мөьминдәрҙең гонаһтарын ярлыҡауын һорап ҡылған доғаларыбыҙҙы Аллаһы Тәғәлә ҡабул иттеме?" - тип һорай. Ябраил ғәләйһиссәләм: "Аллаһы Тәғәлә киләһе дүрт төркөмдән башҡа, бөтә мөьминдәрҙең дә гонаһтарын ғәфү итте. Ғәфү ителмәүселәр эскән кешеләр, ата-әсәһен тыңламаусылар, туғанлыҡ ептәрен өҙөүселәр, дин ҡәрҙәше менән өс көндән артыҡ аралашмаусылар".
Ҡәҙер төнөндә ошо төн өсөн генә хас булған үҙенсәлектәр шул: ай яҡтылығына ла, ҡояш яҡтылығына ла, башҡа бер ниндәй яҡтылыҡҡа ла хас булмаған яҡтылыҡ, ағастар, бөтә үҫемлектәр ҡылған сәждәләр, ҡанатлы фәрештәләрҙе күреү һәм уларҙың тауыштарын ишетеү мөмкинлеге. Был көндә ҡояштың ҡалҡыуы ла башҡа көндәрҙәгенә оҡшамаған була. Аллаһы Тәғәлә уларҙы теләгән ҡолдарына күрһәтә. Әгәр ғибәҙәт менән үткәрелгән төн Ҡәҙер төнө менән тап килһә, үрҙә әйтелгән мөғжизәләрҙе күрмәгәндә лә, шундай уҡ әжер аласаҡ мөьмин.
Ҡәҙер төнөнөң ниндәй төндә булырын дөрөҫ кенә әйтеп булмай. Ислам донъяһында Рамаҙан айының 27 төнө (быйыл ул 16 мартҡа тура килә) тигән дөйөм ҡараш йәшәһә лә, бер кем дә Ҡәҙер төнө тап ошо төндә буласаҡ тип әйтмәй. Аллаһы Тәғәлә ул төндө үҙенең ҡолдарынан йәшереп, мөьминдәр өсөн ҙур изгелек күрһәткән. Бер сәхәбә шундай риүәйәт һөйләй: "Бәйғәмбәр сәхәбәләренә ошо төн, уның ҡасан етеүе хаҡында һөйләмәксе булып, өйөнән сыға. Юлда Ҡәҙер төнө тураһында бәхәс ҡорған ике мосолманды осрата. Уларҙы тыңлап торғас, Бәйғәмбәребеҙ әйтә: "Мин һеҙгә ошо төн тураһында һөйләргә китеп бара инем. Әммә һеҙҙең аралағы бәхәсте ишеткәс, ҡарарымды үҙгәрттем. Тап ниндәй төндә Ҡәҙер төнөнөң килеүен әйтмәүемдә ҙур файҙа бар. Сөнки ошо төндә Аллаһы Тәғәләгә хеҙмәт итергә теләүселәр ай дауамында тоғро хеҙмәттә буласаҡтар. Бигерәк тә Рамаҙандың һуңғы ун көнөндә әүҙемлек күрһәтәсәктәр. Әгәр мин Ҡәҙер төнөн күрһәтһәм, ай буйына хеҙмәт итеүгә бирелгән әжерҙән баш тартып, улар Хоҙайға ошо төндә генә хеҙмәт итерҙәр ине".
Икенсе хәҙистә Бәйғәмбәребеҙҙең Рамаҙан айының һуңғы төндәрендә йоҡламауы, бөтә яҡындарын уятыуы, ғибәҙәттәрен арттырыуы бәйән ителә. Шулай ҙа Ҡәҙер төнөнөң Рамаҙан айының һуңғы таҡ төндәрендә йәшеренгәнен Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең: "Ләйләтул Ҡадр төнөн Рамаҙан айының һуңғы ун көнөнөң таҡ төндәрендә эҙләгеҙ", - тигән хәҙисе раҫлай. Шулай уҡ Ислам диненең ҙур ғалимдары һәм әүлиәләре тормоштары тәжрибәһенән сығып, Ҡәҙер төнөнөң Рамаҙан айының 21, 23, 25, 27, 29 төндәренә тап килеүе тураһында әйтергә мөмкин.
Ҡәҙер төнөн ғибәҙәттә үткәреү хуплана. Сөннәт, ҡаза һәм нәфел намаҙҙарын ҡылып, Ҡөрьән уҡып, зекер, салауаттар әйтеп, мөьмин был төндә Аллаһы Тәғәләгә тағы ла нығыраҡ яҡыная, мең ай ғибәҙәт ҡылғандан да ҙурыраҡ әжер-сауап ала. Ә мең ай һикһән өс йыл ғүмерҙе ғибәҙәттәрҙә генә, көндөҙ ураҙа тотоп, төндәрен намаҙ уҡып үткәреүгә тиң.

Мораҙым АЗАМАТОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 13 - 19 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.26 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 
Ишектән ингән саҡта халыҡтың һине шатланып ҡаршылауында түгел бәхет. Бәхет ишектән сыҡҡан сағыңда халыҡтың һинең китеүеңә үкенес белдереүендә.

(Балтасар Грасиан).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru