«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТЕЛМӘР ТОТА БЕЛӘҺЕҢМЕ?
+  - 

Телмәр этикаһы - кешенең дөйөм мәҙәниәтен билдәләүсе төп күрһәткестәрҙең береһе. Шуға күрә уңышҡа ынтылған һәр кем үҙ телмәре өҫтөндә әүҙем эшләй. Телмәр мәҙәниәте һөйләшеүҙә хаталар ебәреүҙән ҡасыу оҫталығына ғына ҡайтып ҡалмай, ә һүҙлек запасын даими байыҡтырыуҙы, әңгәмәләшеңде тыңлай һәм ишетә белеүҙе, уның фекерен ихтирам итеүҙе, һәр осраҡта ла урынлы һәм кәрәкле һүҙҙәр таба белеүҙе үҙ эсенә ала.

• Телмәр мәҙәниәтенә ярашлы, әңгәмәләшкә баҫым яһау ҡәтғи тыйыла. Үҙ фекереңде көсләп тағырға тырышыу йәмһеҙ генә түгел, ә йоғонтоһоҙ ҙа. Бындай аралашыу алымы икенсе кешелә баҫымдан һаҡланыу реакцияһын тыуҙырасаҡ һәм, иң яҡшы осраҡта, әңгәмә туҡтаясаҡ. Ә иң насар осраҡта ниндәйҙер етди ҡапма-ҡаршлыҡҡа тиклем барып етеүе бар.
• Әңгәмә барышында икенсе кешене тыңламау, уның һүҙен бүлдереү кешелә телмәр мәҙәниәтенең юҡлығын ғына күрһәтмәй, ә башҡаларға ҡарата ихтирам булмауын да сағылдыра. Шуға күрә, әңгәмәләшенең фекерҙәренә һәм һүҙҙәренә иғтибарлы булған кеше йәмғиәт тарафынан һәйбәт ҡабул ителәсәк һәм төрлө донъяуи хәлдәрҙә уңышҡа өлгәшәсәк.
• Әңгәмә барышында бәхәс тә тыуырға мөмкин. Үҙегеҙҙең хаҡһыҙ булыуығыҙҙы аңлаған осраҡта, үҙ хатағыҙҙы таныу һеҙҙе башҡалар алдында бермә-бер күтәрәсәк һәм ситуацияның конфликтҡа тиклем барып етмәүенә юл асасаҡ. Аралашыуҙа күпһүҙлелектән ҡасығыҙ. Һәр саҡ ҡыҫҡа, аңлайышлы һәм теүәл итеп һөйләшергә тырышығыҙ.
• Телмәр төрлөлөгөнә ынтылығыҙ. Һәр аныҡ әңгәмәлә шул өлкәгә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе генә ҡуллана белеү, теманан ситкә китмәү, иғтибарҙы башҡа төрлө мәсьәләгә йүнәлтергә тырышыуҙан ҡасыу телмәр мәҙәниәте тураһында һөйләй - ошоға ынтылығыҙ.
• Төрлө кешеләр менән дә уртаҡ тел табырға өйрәнегеҙ. Әңгәмәләшегеҙҙең үҙен нисек тотоуына ҡарамаҫтан, үҙегеҙҙең телмәр мәҙәниәте тураһында онотмағыҙ һәм әҙәпле булығыҙ.
• Бер ҡасан да тупаҫлыҡҡа тупаҫлыҡ менән яуап ҡайтармағыҙ - үҙегеҙҙе тәрбиәһеҙ кеше кимәленә төшөрмәгеҙ.
• Әңгәмәләшегеҙгә һәр саҡ иғтибарлы булығыҙ, уның фекерен тыңларға һәм уйҙарының йүнәлешенә ярашлы "барырға" өйрәнегеҙ. Уның һорауын бер ҡасан да яуапһыҙ ҡалдырмағыҙ.
• Әңгәмә барышында хис-тойғоларығыҙҙың зиһенегеҙҙән өҫтөн сығыуына юл ҡуймағыҙ. Һәр ваҡыт үҙегеҙҙе контролдә тоторға өйрәнегеҙ.
• Телмәрегеҙҙә әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙе ҡулланыу кеүек түбәнселеккә төшмәгеҙ. Бындай телмәр бер кемде лә биҙәмәй, киреһенсә, кешене ситләштерә.
• Бер йәки ике әңгәмәләш менән ҡорған әңгәмәнән айырмалы рәүештә, ҙур аудитория алдында сығыш яһау күпкә ауырыраҡ. Әйтер һүҙегеҙҙең күп халыҡ тарафынан ҡабул итеп алыныуына өлгәшеү өсөн бер-нисә ябай ғына телмәр мәҙәниәте ҡағиҙәләрен онотмау ярҙам итәсәк:
• Ҙур аудитория алдында сығыш яһау өсөн алдан ентекле план төҙөгөҙ, телмәрегеҙҙең иң мөһим өлөштәрен айырым тезистарға бүлеп сығығыҙ
• Сығыш яһағанда өгөтләү тоны ҡулланыуҙан ҡасырға тырышығыҙ
• Телмәрегеҙгә тере хистәр һалығыҙ. Ҡаралған мәсьәләгә ҡарата вайымһыҙ булмауығыҙҙы күрһәтеү өсөн дөрөҫ интонация һайлау мөһим. Бар күңелегеҙҙе һалып, ләкин шул уҡ ваҡытта ябай һәм мәғлүмәтле итеп һөйләүегеҙ тыңлаусыларҙа яҡшы тәьҫир ҡалдырасаҡ һәм телмәргә ҡарата иғтибарҙы арттырасаҡ
• Бик йыш ҡулланылған һәм барыһын да арыу ғына ялҡытҡан тапалған һүҙҙәрҙе ҡулланыу аудиторияның "йоҡлауына" килтерәсәк, шуға күрә телмәрегеҙҙә ундай һүҙҙәр булмаһын
• Сығышығыҙҙың аҙағында телмәрегеҙҙең башына ҡайтып бер-ике һүҙ әйтеү мәсьәләгә иғтибарҙы тағы ла көсәйтәсәк.

"Киске Өфө" гәзите, №10, 13 - 19 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Ишектән ингән саҡта халыҡтың һине шатланып ҡаршылауында түгел бәхет. Бәхет ишектән сыҡҡан сағыңда халыҡтың һинең китеүеңә үкенес белдереүендә.

(Балтасар Грасиан).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru