«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠЫЙҒЫР БӨРКӨТТӘЙ...
+  - 

"Депутат" позывнойлы яугир "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренең хәҙерге һуғышта тотҡан урыны тураһында һөйләй.

"Беҙҙең күп функциялы коптерҙар тәүлек әйләнәһенә разведка алып бара һәм уның һөҙөмтәләрен һөжүм операцияларында уңышлы файҙалана. Бер бармаҡ көсө еткән кнопканы баҫып, ҙур майҙандарҙы күҙәтәбеҙ. Бөркөттәр нисек юғары осһа, алыҫ күрһә, беҙ ҙә шулай. Кәрәк икән, йылдам һөжүмгә күсәбеҙ. Маневрлылыҡ, аныҡлыҡ, көтөлмәгәнлек - былар БПЛА-ның өҫтөнлөктәре. Дошман йыш ҡына беҙҙе күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә. Әгәр элек артиллеристарға, танкистарға - сәпте, штурмлау төркөмдәренә йүнәлеште разведчик бинокль ярҙамында аныҡлап хәбәр итһә, хәҙер был мәсьәләләрҙе БПЛА атҡара. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре бөгөн һәр йәһәттән үтә лә кәрәкле һәм ҙур һорау менән файҙалана. Сөнки ул - яңы ғәскәр төрө. Армияла ҡулланылған яңы технологиялар ҙа йәштәрҙе ҡыҙыҡһындыра", - ти ул.
Сер түгел, МХО биләмәһендә дрондар ярҙамында ҡуйылған хәрби бурыстарҙың 80 проценты үтәлә. Ошоно иҫәпкә алып, Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары менән Рәсәй армияһында махсус подразделениелар булдырылған. Улар ғәскәрҙәрҙең яңы элиталы төрө һанала. Башҡортостанда ла пилотһыҙ системалар ғәскәренә йыйыу бара.
Элек дрон операторҙары башҡа хәрби һөнәрҙәр буйынса иҫәпкә алынһа, хәҙер улар айырым исемлеккә индерелгән һәм юғары статусҡа эйә. Автомат менән ҡоралланған алғы һыҙыҡтағы һалдаттарҙан айырылмалы рәүештә, улар - джойстик менән оҫта идара итеүсе яугирҙар. Шуға күрә пилотһыҙ системалар операторҙарына башҡаларҙан айырылып торған махсус шарттар булдырыла.
Әлеге ваҡытта пилотһыҙ системалар операторҙарын туплау эше әүҙем бара. Хеҙмәткә 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге ир-егеттәр алына. Шулай уҡ 45 йәшкә тиклемгеләр водитель, сапер, ашнаҡсы кеүек хәрби һөнәр буйынса ҡарала. Контракт төҙөгән хәлдә, хеҙмәткәр тулы социаль пакет ала. Улар, алғы һыҙыҡтағы башҡа яугирҙар кеүек үк, бөтә түләүҙәргә, льготаларға һәм социаль гарантияларға хоҡуҡлы.
Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар ҡаралған. Юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар, академик отпуск алып, контракт төҙөгән хәлдә, хеҙмәттән һуң бюджетҡа кире ҡайта ала.
Контракта билдәләнгән аҡсаға өҫтәп, һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә түләү бар. Дошман позицияһына, техникаһына уңышлы һөжүм итеүселәргә 50 меңдән 500 мең һумға тиклем аҡсалата премия яҙыла.
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға мөмкин.

"Киске Өфө" гәзите, №11, 20 - 26 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.26 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru