«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ә һеҙ физик эш менән дуҫмы, ниндәй шөғөлдән ҡәнәғәтлек алып йәшәйһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАЛАЛАРҘЫҢ ХАТЫ ҠӘҘЕРЛЕ
+  - 

"Бер көн беҙгә Баймаҡтан гуманитар ярҙам килде. Ҡыҙыҡһыныуымдан, кемдәр ярҙам ебәрҙе икән, тип ҡарай башланым. Улар араһында Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбенең 5-се "г" класс уҡыусыларының да ҡумтаһы булыуын күреп, йөрәгем тертләп китте. Тулҡынланыуымды еңеп, тиҙерәк ҡумтаны эләктерә һалдым. Йәнәһе лә, башҡаларҙан алда өлгөрөп ҡалайым. Ҡумта миңә шундай ҡәҙерле булып тойолдо. Сөнки ул Раян улым уҡыған класс уҡыусыларынан ине. Әйтерһең дә, улымды ҡосаҡлап алдым. Шулай күпме баҫып торғанмындыр, хәтерләмәйем. Гуманитар ярҙам алып килгән волонтер-таксист: "Миңә отчет өсөн кәрәк, һеҙҙе фотоға төшөрөргә ине", - тигәс, ысынбарлыҡҡа ҡайттым. Көтөлмәгән сюрприз булды ул минең өсөн. Шуның өсөн дә гуманитар ярҙам туплаған һәм уларҙы ойоштороп, беҙгә ебәреп торғанығыҙ өсөн рәхмәт белдергем килә..."

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Баймаҡ егете Ришат Байымов менән телефон аша булған әңгәмә шулай башланды. Ысынында, был юлы "Беҙ бергә" ирекмәндәр төркөмөнән оҙатылған гуманитар ярҙамды айырым һалдатҡа адреслап ебәрмәгәйнек. Ҡумта-ҡумта йыйылған күстәнәстәрҙе, йылы кейемдәрҙе кемеһе булһа ла алып ҡыуанһын, тигән ниәттә оҙаттыҡ. Тимәк, Хоҙай Тәғәлә шулай ҡушҡан. Раян һәм уның класташтары әҙерләгән гуманитар ярҙам тап уның атаһына насип булған.
- Ҡумтаның эсендә һигеҙ уҡыусының хаты бар ине, - тине Ришат Байымов. - Ҡыҙғаныс, улымдыҡы булманы. Күрәһең, уныҡы икенсе ҡумтала киткәндер. Егеттәр менән иң беренсе өсмөйөшлө хаттарҙы уҡып сыҡтыҡ. Изге теләктәре менән, шундай саф, эскерһеҙ итеп яҙылған улар, хатта күҙҙән йәштәр килеп сыҡты. Тап шундай ваҡыттарҙа ни өсөн беҙ бында икәнлектең асылына нығыраҡ төшөнәһең. Беҙгә ҙур өмөттәр бағлап, Еңеү менән ҡайтыуыбыҙҙы көткән балаларға бер генә теләк: "Бала сағығыҙ бәхетле булһын!"
Ришат Байымов - Икенсе Этҡол ауылы егете. Ғаиләһе менән Баймаҡта йәшәй. Махсус хәрби операция башланғас та, ул мобилизациялана. 2022 йылдың 26 сентябрендә тыуған ерҙең именлеген һаҡлап, фронтҡа юллана. Ул тарафта йөрөгән яҡташ яугирҙар менән Баймаҡ бүлексәһенең "Хәрби туғанлыҡ" ветерандары һәм "Беҙ бергә" ирекмәндәре тығыҙ бәйләнеш булдырған. Уларға даими рәүештә гуманитар ярҙам оҙатыла, заказдары үтәлә. Яугирҙарҙан яңғыраған тап шундай рәхмәт һүҙҙәре тыл һәм фронттың бергә булыуын күрһәтә лә инде.

Лилиә ТАКАЕВА.
Баймаҡ районы.

"Киске Өфө" гәзите, №11, 20 - 26 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.26 | Ҡаралған: 87

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru