«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЛАЙЫҠЛЫ ХӘСТӘРЛЕК
+  - 

• Башҡортостанда МХО-ны һәм башҡа хәрби хәрәкәттәрҙе, шулай уҡ контртеррористик операцияны яҡтыртыу буйынса редакция заданиеһын үтәгәндә һәләк булған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең туғандарына һәм яҡындарына бер тапҡыр бирелә торған пособие тәғәйенләү һәм түләү тәртибе раҫланды. Республика Хөкүмәте ҡарары менән киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы тураһында Башҡортостан законына тейешле үҙгәрештәр индерелде. Дәүләт ярҙамы саралары 2022 йылдың 24 февраленән барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә ҡағыла. Был ярҙамға киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәренең тормош иптәше, бәлиғ булмаған балалары, 18 йәше тулғансы инвалид булып ҡалған балалар, шулай уҡ көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге балалар иҫәп тота ала.

• Башҡортостанда ветерандар менән эш медицина реабилитацияһы, эшкә урынлашыу, социаль адаптация йүнәлештәре буйынса алып барыла. Әле МХО-нан ҡайтҡан 3 меңдән ашыу яугирҙың 78 проценты тиерлек эшкә урынлаштырылған. Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә муниципалитет башлыҡтарына ошо йүнәлештәге эште көсәйтергә ҡушты. "МХО-нан ҡайтҡандарҙың 86 проценты диспансеризация үткән. Әммә беҙ реабилитация өсөн ағымдағы мөмкинлектәрҙе арттырырға кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ. Былтыр медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса илдә иң яҡшыһы тип танылған Республика һуғыш ветерандары клиник госпитале был эштә мөһим урынды биләй. 2022 йылдан бында 7622 яугир һаулығын нығытҡан", - тине Радий Хәбиров.

• Рәсәйҙең Оборона министрлығы ирекле формированиеларҙа хәрби бурысын үтәгән МХО яугирҙарының туғандарына һәм яҡындарына бушлай юл йөрөү хоҡуғын биреү башланғысы менән сығыш яһаны. Закон проекты тураһында фекер алышыу бара. "Башинформ" асыҡлауынса, илдең оборона ведомствоһы тимер юл, һауа, һыу һәм автомобиль транспорты менән яраланған хәрби хеҙмәткәрҙең йәшәгән урынынан дауаланған урынына тиклем бушлай барып ҡайтыу хоҡуғын бирергә тәҡдим итте. Туғандары әлеге ярҙам сараһы менән бер тапҡыр файҙалана ала. Бынан алдараҡ агентлыҡҡа ил Президентының ирекле формированиеларҙа хәрби бурысын үтәгән граждандарға, уларҙың ғаилә ағзаларына өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһында указына үҙгәрештәр индереүҙәре мөмкин икәнлеге билдәле булды. Һүҙ бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең суммаһын арттырыу хаҡында бара.

• Дәүләт Думаһы депутаттары Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләре территорияларында эшләгән ирекмәндәр өсөн яңы льгота индереү башланғысын хупланы. Атап әйткәндә, ирекмәндәр юғалған йәки ғәмәлгә яраҡһыҙ паспортты һәм водитель таныҡлығын яңыһына алмаштырыу өсөн дәүләт пошлинаһын түләмәй. "Бөгөн ирекмәндәр бушлай, йыш ҡына үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, гуманитар йөк ташыу менән шөғөлләнә, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарында эшләй, утҡа тотолғандан һуң емереклектәрҙе һүтә, зыян күргән торлаҡты тергеҙә, әхлаҡи һәм психологик ярҙам күрһәтә", - тип аңлатмалы яҙыуҙан өҙөмтә килтерә Рәсәй Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте.

"Киске Өфө" гәзите, №11, 20 - 26 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.26 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru