«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЙӨҘ МИЛЛИАРД АРТЫҠ ТҮЛӘГӘНБЕҘ...
+  - 

Быйылғы йыл торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә тос ҡына суммала квитанциялар алған Рәсәй халҡы араһында шау-шыу ҡупты, сөнки һандар, ғинуарҙа ни бары 1,7 процент индексация вәғәҙә ителеүгә ҡарамаҫтан, ысынлап та, былтырғы йыл түләүҙәренән күпкә артығыраҡ булып сыҡты. Власть органдарына һәм, нишләптер, ыңғай һөҙөмтәгә өмөт итерҙәй ышаныс булмаһа ла - күпләп депутаттар корпусына хаттар, ялыуҙар яуҙы һәм ошо фонда Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володиндың: "Халыҡ мәнфәғәтендә ҡарарҙар ҡабул ителә. Улар һәр гражданға ҡағыла, беҙгә бик күп күләмдә мөрәжәғәттәр килә",- тип белдереүе йәмәғәтселек тарафынан халыҡ бәләһенән көлөү һымағыраҡ ҡабул ителде.

Ә шулай ҙа ниндәй ҡарарҙар улар - "һәр гражданға" ҡағыла торған? Әлбиттә, иләнмәгән-һуғылмаған! Йәнәһе лә, Монополияға ҡарашы федераль хеҙмәт (ФАС) мәғлүмәттәре буйынса, нигеҙһеҙ рәүештә тарифтар артыуына килтереүҙә ғәйеплеләр, имеш, 3 йылға вазифаларынан ситләтеләсәк. Был "норма", йәнәһе лә, ФАС өсөн тариф сәйәсәтен көйләүҙә "реаль инструмент" буласаҡ. Олпат вазифала ултырған юғары чиновниктың был һүҙҙәре күрәләтә нигеҙһеҙ икәнлеге, ризаһыҙ граждандарҙы тынысландырыу өсөн генә әйтелеүе аңлашылалыр, сөнки, беренсенән, коммуналь түләүҙәргә тариф сәйәсәтен көйләү ФАС вәкәләтенә инмәй. Был ведомствоның бурысы - монополия менән көрәштән тыш, хаҡтарға контроллек итеү, тикшереү, тарифтарҙың законлылығын көйләү. Икенсенән, ФАС коммуналь хеҙмәттәр хаҡтары артыуын танырға теләмәй. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт башлығы Максим Шаскольский РФ Премьер-министры Михаил Мишустин менән осрашыуында тарифтарҙың, алдан иҫкәртелеүенсә, ни бары 1,7 процентҡа ғына артыуын, ә квитанциялағы һандарҙың өҫтәмә хаҡтарға һалым (НДС) арҡаһында бер аҙ артыҡ күренеүенә ышандырырға тырышты.
Ләкин миллионлаған рәсәйленең түләү ҡағыҙҙарындағы ысынбарлыҡ ФАС-тың арифметикаһы менән һис тә тап килмәй. "Московский комсомолец" гәзите сайты ошо турала торлаҡ өлкәһе эксперттарының фекерҙәрен килтереүҙе урынлы тип таба. Уларҙың раҫлауынса, илдең төрлө төбәктәрендә коммуналь түләүҙәргә хаҡтар 66-70 процентҡаса артҡан. Торлаҡ ойошмалары союзы етәксеһе, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ағзаһы Константин Крохин әйтеүенсә, был мәсьәләлә ФАС ғәҙәттәгесә чиновниктарса ҡараштан сығып, формаль рәүештә фекер йөрөтә. Тарифтарҙың 1,7 процентҡа артыуы килеп тыуған хәлдең яртыһы ғына. Хаҡтар артыуын тағы ла капремонт һәм торлаҡты тотоу-ҡарау статьяһынан эҙләргә лә сәбәптәр бар, ти бойондороҡһоҙ белгестәр. Электр энергияһы, йылылыҡ, газ һәм һыу тәьминәте ошо тармаҡ компаниялары, шул иҫәптән, төбәк йылылыҡ селтәрҙәре ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Бөгөнгө геосәйәси көсөргәнеш шарттарында был ҙур ойошмалар тышҡы баҙарҙа триллиондарса зыян күрҙе. Был юғалтыуҙар үҙ сиратында ябай халыҡ кеҫәһенән - тарифтарҙы арттырыу иҫәбенә тулыландырыла икән. Крохин белдереүенсә, Төҙөлөш министрлығы кәңәшмәләрҙә ҡайһы бер төбәктәрҙең тарифтар арттырыуҙы тотҡарлауын тәнҡитләп, уларға федераль финанслауҙы сикләү ихтималлығы менән янай хатта. Шуға күрә лә, эксперт фаразлауынса, Хөкүмәт ысынында ресурс ойошмаларын яҡлай һәм уларҙы субсидиялауҙы халыҡ елкәһенә йөкмәтә. Бындай шарттарҙа, әлбиттә, тарифтарҙы тейешле кимәлдә тотоуға өмөт итеү файҙаһыҙ.
Ә шулай ҙа... Теләк булғанда ФАС халыҡ мөрәжәғәттәренә ҡолаҡ һалып, тейешлесә контроллек итеүҙе үҙ ҡулдарына алырға һәләтле икәнлегенә лә инандыҡ ошо көндәрҙә. 14 мартта интернеттың яңылыҡ таҫмалары шундай хәбәр еткерҙе: Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт 2023-2025 йылдарҙа торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә Рәсәй халҡынан... 102 млрд һум артыҡ аҡса түләтелеүен асыҡлаған! Шуның 50,32 миллиарды - 2025 йылда. Электр энергетикаһы халыҡтан артыҡ аҡса ҡайырыу буйынса "иң шәп" эшләгән ойошма булып сыҡты - нигеҙһеҙ рәүештә түләтелгән сумма 25, 22 млрд тәшкил итә. Унан ҡала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар, сүп-сар йыйыу өлкәһе лә ҡалышмаған -11,82 млрд һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү ойошмаһы 10,85 млрд, ә һыу тәьминәте 2,43 млрд артыҡ аҡса "һуҡҡан".
Мәғлүмәт саралары яҙып сығыуынса, ФАС торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр тарифтарының нигеҙлеген даими тикшереп тора һәм ул шулай булырға тейеш тә. Быйыл март айында билдәле булыуынса, ведомство киңәйтелгән вәкәләттәргә эйә булды. Хәҙер ул тарифтар тәртибен боҙоу осраҡтарын тикшереү, төбәк чиновниктарына яза саралары ҡарау һәм үҙ ҡарарҙарының бойомға ашырылыуын контролгә алыу хоҡуғына эйә. Әлеге тикшереү һөҙөмтәһендә ҡайһы бер төбәктәрҙә түләүҙәр кәметелде, тиҙәр. Был хәбәргә күҙ-ҡолаҡ та ышанмай тора, фейк булды - ғәфү итегеҙ, тип әйтерҙәр төҫлө... Һәм, ысынлап та, Дәүләт Думаһының коммуналь түләүҙәр кимәлен арттырыуға ҡаршы мораторий булдырырға, тигән ҡыйыуһыҙ ғына саҡырыуы дөйөм сыр-сыу эсендә юғалып ҡалды.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 20 - 26 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.26 | Ҡаралған: 15

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru