«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ҮСЛЕ КӨСЛӨ ЛӘ БУЛА
+  - 


Яҡын Көнсығышта өсөнсө аҙна инде һуғыш бара, ләкин ни һөйләп, ни ҡылырын әйтеп булмаған АҠШ президенты Дональд Трамптың һуңғы белдереүе буйынса, яҡын араларҙа Иранға ҡаршы хәрби операция туҡтамаясаҡ.

Дөрөҫ, ул фәҡәт үҙенә отошло шарттарҙа Тегеранды һөйләшеүҙәр яғына ауҙармаҡсы, ләкин Иран да әлегә үҙ һүҙендә ныҡ тора, ул ғына ла түгел, Американың Фарсы ҡултығындағы хәрби объекттарына һөжүмде дауам итә. КСИР ракеталар һәм шартлатҡыс дрондар ярҙамында Ғәрәп Әмираттарындағы Эд-Дафра зенит ҡоролмалары һәм диспетчер вышкаһын, Patriot радарҙарын, Кувейттағы Әл-Әдири базаһының вертолет майҙансыҡтарын, ҡорамалдар складтарын, шулай уҡ Бахрейндағы Шәйх-Иса базаларын утҡа тотоуы, заправкалаусы ете америка стратегик самолетын юҡ итеүе хаҡында хәбәр итте. Ирандың пилотһыҙ осоусы аппараттары Дубай һәм Манама ҡалаларындағы Citibank Америка банкы бүлексәләрен шартлатҡан. Шул уҡ ваҡытта КСИР АҠШ менән Израиль файҙаһына шпионлыҡ иткән 30-лап кешене тотҡан, улар Тегерандың мөһим объекттары, хәрби үҙәктәре хаҡында мәғлүмәттәр йыйыу менән шөғөлләнгән. Иран Ҡораллы көстәре ошо араларҙа Израилдең команда үҙәктәренә, хәрби объекттарына һәм дошмандың тере көстәре тупланған урындарға ҡаршы үҙенең яңы ике быуынлы Sajil (Саджиль) ракетаһын ҡулланды. Бынан тыш, Иран армияһының тауыш тиҙлегенән шәп "Фаттах" ракетаһы ла эшкә ҡушылды. Британияның Guardian гәзите яҙып сығыуынса, "Ормуз боғаҙын ябып, Иран АҠШ-тан инициативаны тартып алды. Хәҙер был участкала суднолар хәрәкәтен асыуҙы фәҡәт Тегеран ғына хәл итә ала". Яңы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Американың Abraham Lincoln авианосецы Иран яр буйҙарынан сигенергә мәжбүр булды. Ә Трамп, Ормуз боғаҙын асыуҙа ярҙам талап итеп, НАТО-ны "боғаҙынан" алды. Үҙ сиратында ЦАХАЛ (Израиль армияһы) Иран космос агетлығының төп тикшеренеү үҙәген шартлатыуы хаҡында хәбәр итә. Бынан тыш, Израиль ер өҫтө операцияһын киңәйтеп, Ливандың "Хезболла"("Хизбуллаһ", йәғни "Аллаһ партияһы") хәрбиләштерелгән шиғисылар (шииттар) ойошмаһы һәм сәйәси партияһын юҡ итергә ниәтләүен дә йәшермәй. Израиль премьеры Нетаньяху оятһыҙ рәүештә: "Бында беҙ Газала ниҙәр эшләгәнде ҡабатларға уйлайбыҙ",- тип белдерергә лә батырсылыҡ итте хатта. Шул уҡ ваҡытта Нетаньяху... Украинанан ярҙам һорай! 14 мартта ошо хаҡта Ynet израиль порталы Нетаньяхуның Киев режимы башлығы Зеленскийға дрондар менән эш итеүҙә тәжрибә уртаҡлашыуҙы һорап үтенес ебәреүе хаҡында хәбәр итте. Был йәһәттән социаль селтәрҙәрҙә Израиль башлығын мыҫҡыллап: "Ниндәй түбәнселек...", "Афарин, тимәк, ирандар шәп эшләй!", "Бөтөн прогрессив кешелек Иран яҡлы һәм уға яуызлыҡ менән көрәштә еңеү теләй" тигән комментарийҙар яҙалар.
Шул уҡ ваҡытта АҠШ менән Израилдең һуғыш башлауы Фарсы ҡултығы илдәренең нефть "монархия"лары өсөн ҙур бәләгә әүерелде. Иран Фарсы ҡултығын асыҡ океан менән бәйләүсе һәм уның аша Фарсы ҡултығы илдәренә килем килтереүсе нефть һәм газ сығарыуҙы ҡырҡа сикләне, ә был иһә ошо илдәргә иҡтисади бөлгөнлөк менән янай. Эксперттар иҫәпләүенсә, улар көн һайын нефть экспортлауҙан алына торған 700 млн - 1,2 млрд доллар аҡсаны юғалта.
Әйткәндәй, Фарсы ҡултығы илдәренең башлыҡтары берләшеп, Иранға һөжүмдең тотош төбәк илдәре өсөн һәләкәт килтереү хәүефе тураһында Трампты иҫкәртеүҙәре иғтибарға алынманы, АҠШ президенты Фарсы ҡултығы буйынса союздаштарын иҫкәртеп тороуҙы ла кәрәк тапмайынса, һуғышты башлап ебәрҙе... Хәҙер Бахрейн, Кувейт, Сәғүд Ғәрәбстаны, Берләшкән Ғәрәп Әмираттары һәм Оман тиҫтә йылдар буйына үҙ территорияларында Америка хәрби базалары урынлаштырыуға ризалыҡтарын биреп, АҠШ йөҙөндә Фарсы ҡултығы хәүефһеҙлеген һаҡлаусы итеп күреүҙәренең ниндәй ҙур хата булыуын аңлағандыр инде. Ирандың ҡон ҡайтарыу масштабын да күҙ алдына килтермәй ине улар. Ә Тегеран тотто ла күрше илдәрҙәге Америка базаларына, аэропорттарға, нефть эшкәртеү заводтарына, порттарға, офис биналары һәм хатта отелдәргә ҡарата ла төбәп, меңәрләгән дрондар һәм ракеталар менән яуап ҡайтара башланы...
Яҡын Көнсығыш конфликты бөтөн донъя йөҙөндә көслө ризаһыҙлыҡ тулҡыны тыуҙырҙы. Үткән аҙнала, мәҫәлән, Германия, АҠШ һәм Испанияла Иранға ҡарата агрессияны туҡтатыуҙы талап итеп, меңәрләгән кеше протест маршы менән урамдарға сыҡты. Шул арҡала Трамп партияһының абруйы ҡаҡшауға табан бара һәм америкалылар араһында демократтар партияһы яҡлылар 50 процентҡа артҡан.
Үткән аҙнала Украина бер нисә көн рәттән Төркиәгә һәм Европа илдәре, шул иҫәптән, Венгрия, Словакия, Словения һәм Сербияға газ ҡыуҙырыусы "Турецкий поток" менән "Голубой поток" газ үткәргестәренә төбәп туҡтауһыҙ дрондар яуҙырҙы. Киев режимының хаслығы бының менән генә сикләнмәне: 15 март төнөнә ҡарай Рәсәй территорияһына 170 (ә ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса ике-өс тапҡырға күберәк) шартлатҡыс аппараттар менән һөжүм итте. Был дрондар Тверь, Брянск, Белгород, Калуга, Курск, Смоленск, Тула, Ростов, Волгоград, Һарытау, Краснодар өлкәләре, Адыгей Республикаһы, Ҡырым һәм Ҡара диңгеҙ биләмәһе күгендә атып төшөрөлдө, тип хәбәр итте ТАСС.
Дөрөҫ, айырым күңелһеҙ осраҡтар ҙа юҡ түгел. Волгоград өлкәһендә, мәҫәлән, дошман дроны күп фатирлы йорт өҫтөнә төшкән. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ, тип хәбәр итә губернатор Андрей Бочаров. Краснодар крайында 3 кеше йәрәхәттәр алған. Бер тәүлек эсендә Мәскәүгә тоҫҡалған 65 дрон бәреп төшөрөлдө, тип хәбәр итте баш ҡала мэры Сергей Собянин. Юғалтыуҙар һәм зыян күреүселәр хаҡында мәғлүмәт бирелмәй. Был йыл башынан Мәскәүгә төбәлгән иң ҙур дрон һөжүме булды. Рәсәй армияһы яуап уты менән тотҡарланманы: йөҙәрләгән дрондар һөжүме өсөн үс Украинаның хәрби объекттары, авиация базаһы аэродромдары, ВСУ-ны тәьмин итеүсе энергетика объекттарына көслө ут ҡойоно булып ябырылды.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 20 - 26 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.26 | Ҡаралған: 14

Киске Өфө
 

Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru