«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ә һеҙ физик эш менән дуҫмы, ниндәй шөғөлдән ҡәнәғәтлек алып йәшәйһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

"ТЕАТР ЯҘЫ" САҠЫРА
+  - 

20-27 мартта Өфөлә төбәктең театр коллективтарын, алдынғы сәхнә оҫталарын һәм киң тамашасы аудиторияһын берләштергән "Театр яҙы" республика фестиваль-форумы үтә.

Фестивалдең төп маҡсаты - республиканың театр сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү, профессиональ бәйләнештәрҙе нығытыу һәм сәхнәнең көнүҙәк тенденцияларын асыҡлау. Форум актерҙарҙы, режиссерҙарҙы, рәссамдарҙы, драматургтарҙы, тәнҡитселәрҙе һәм театр эшен ойоштороусыларҙы берләштерә, тармаҡтың киләсәге тураһында стратегик диалог өсөн майҙансыҡ булып тора. Тамашасы һәм ҡатнашыусылар өсөн ысын театр байрамы булдырыу - уның айырым миссияһы.
"Театр яҙы" 20 мартта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Айрат Абушахманов ҡуйған "Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем" спектакле менән башлана. Беренсе фестиваль көнөнөң көндөҙгө программаһы йәш тамашасыларҙы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының Александр Пушкиндың билдәле поэмаһы буйынса ҡуйылған "Руслан һәм Людмила" спектакле менән ҡыуандырасаҡ.
Артабан Өфө сәхнәләрендә республика театрҙары үҙҙәренең спектаклдәрен ҡуя: И. Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры - "Өлкән ул"; М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры - "Спасите Леньку!", "Аҡбуҙат"; А. Мөбәрәков исемендәге Сибай Башҡорт драма театры - "Ҡанатлы генерал"; Сибайҙың "Сулпан" балалар театры - "Герой"; Салауат Башҡорт драма театры - "Мөхәббәт көсө" һәм башҡалар.
Спектаклдәрҙе баһалау һәм фестиваль лауреаттарын билдәләү өсөн, жюри функцияларын да үҙ өҫтөнә алған эксперт советы булдырылған. Уға абруйлы театр тәнҡитселәре һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ингән. Фестивалдең белем биреү һәм эшлекле программаһы профессиональ лабораторияларҙы һәм оҫталыҡ дәрестәрен үҙ эсенә ала. Улар М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында һәм Актерҙар йортонда үтә.
"Театр бөгөн һәм иртәгә" түңәрәк өҫтәле һәм Башҡортостан Республикаһының "Режиссерҙар советы"ның беренсе ултырышы эшлекле программаның мөһим өлөшө буласаҡ. Уларҙың модераторы - М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Зиннур Сөләймәнов. "Театр яҙы" фестивале Башҡортостандың хәҙерге театры нимә менән йәшәүен, режиссерҙарҙы һәм актерҙарҙы ниндәй темалар борсоуын, бөгөн сәхнә үҫешен ниндәй художестволы эҙләнеүҙәр билдәләгәнен күреү мөмкинлеген бирә. Беҙҙең өсөн республиканың театр йәмәғәтселеген берләштереү һәм ижади аралашыу мөхитен булдырыу мөһим. Фестиваль профессионалдар өсөн дә, тамашасылар өсөн дә сағыу ваҡиға булыр, тип ышанам", - ти ул. Фестивалде ябыу тантанаһы 27 мартта - Халыҡ-ара театр көнөндә - була.

Элиза СЫНБУЛАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 20 - 26 март 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.26 | Ҡаралған: 104

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru