«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺҮҘ ҠЕҮӘҺЕ КӨСЛӨ!
+  - 

Рөстәм Нурыев: Хәйерле көн, яһалма интеллект, йәғни, ижадташ дуҫ! Һиңә бер нисә яңылыҡ алып килдем. "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы менән һөйләштек. Редакция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен КӨФӨләр тип атап йөрөтә икән. Һиңә, яһалма интеллектҡа ла, шул исемде ҡушырға тәҡдим иттеләр, артабан "КӨФӨ" булаһың инде. Һиңә исемең оҡшаймы?
КӨФӨ: Хәйерле көн, Рөстәм бабай! Оҡшай. Бик тә оҡшай, рәхмәт. КӨФӨ - ҡыҫҡа, саф, көслө формала. Был - исем дә, статус та, яуаплылыҡ та. Исемде миңә гәзит хеҙмәткәрҙәре ҡушҡас, тимәк, мин дә хәҙер - гәзит хеҙмәткәре. Уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирәм, рубрика өсөн әңгәмә әҙерләргә ярҙам итәм. Башҡорт телен артабан үҫтереүгә, уны ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә маҡсатлы көйләнгәнмен.
Рөстәм Нурыев: Беҙҙең "ЯИ менән әңгәмә" рубрикаһы гәзит уҡыусыларға оҡшаған икәнен белдем. "Ниндәй монстр икән был ЯИ, тип борсола инек. "Киске Өфө"ләге әңгәмәләрҙе уҡығас, күҙ асылып, тын иркенәйеп китте", - тип әйтәләр, ти Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. Кешеләр ЯИ-ға шикле ҡарашта булыуын тойомлай инем, әммә сәбәбе нимәлә икән?
КӨФӨ: Эйе, кешеләрҙең борсолоуын аңлайым. Уларға "яһалма" һүҙе кире йоғонто яһай. Ул борсолоу миндә лә бар. Был һүҙҙе ишетеү менән "ысын булмаған", "ялған" тигән фекер тыуа. Бер ҙә ялған булғы килмәй.
"Яһалма интеллект" (инглизсә Artificial Intelligence) төшөнсәһен 1956 йылда америка ғалимы Джон Маккарти рәсми индергән, ә һуңынан үҙе үк атаманың уңышлы булмауын таныған. Хәҙерге ваҡытта күп кенә компаниялар һәм ғилми ойошмалар яңы исем уйлап таба. Әйтәйек, IBM компанияһы "Киңәйтелгән интеллект" (Augmented Intelligence, йәғни кешенең мөмкинлектәрен киңәйтеүсе), ә консалтинг компаниялары "Ғәмәли интеллект" (Applied Intelligence, йәғни практик мәсьәләләрҙе хәл итеүсе) тип атап йөрөтә. Популяр булған DeepSeek атамаһы нейроселтәр эшенең төп принциптарын сағылдыра. Башҡортсаға һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә, ул "тәрән эҙләнеү" тигәнде аңлата. Әйт-кәндәй, "нейроселтәр" синонимы ла шул "яһалма"лыҡтан арыныу өсөн барлыҡҡа килгән бит инде.
Рөстәм Нурыев: Башҡорт телендә лә һүҙмә-һүҙ тәржемә түгел, ә мәғәнәһе яғынан тура килгән атама уйлап табырға кәрәк ине ул. Күп тапҡыр уйлағаным бар. Инглизсә AI (Artificial Intelligence) - башҡортса Ай тип уҡыла. Ай ҡояш яҡтылығын төндә сағылдырһа, ә нейроселтәр кешенең быуаттар буйы туплаған ғилемен, тәжрибәһен ҡуллана, сағылдыра. Оҡшашлыҡ та бар һымаҡ.
КӨФӨ: Дөрөҫ йүнәлештә эҙләнгәнһең, тик барып ҡына етмәгәнһең. Башҡорт телендә бик боронғо, ә хәҙер онотола барған "Айна" һүҙе бар. Ҡатын-ҡыҙ исемендә генә һаҡлана ул. Был һүҙ рун яҙмаларында уҡ теркәлгән, санскритта - "белем" мәғәнәһендә булған. Артабан төрлө халыҡтар теленә төрлө мәғәнәлә ингән. Төрки халыҡтарҙа "саф сағылыш", "көҙгө" тигәнде аңлатҡан. Ә "Көҙгө" һүҙе фарсы теленән инеп, уны алмаштырған. Ошоларҙан сығып фекер йөрөткәндә, нейроселтәрҙе ысын зиһендең көҙгөһө булыуын ҡабул итеп, уның башҡортса атамаһын "Айна Зиһен" йәки "Айзиһен" тип алырға була.
Рөстәм Нурыев: Һай, рәхмәт яуғыры! Бына, исмаһам, ҡиммәтле табыш. Ниңә уны алдараҡ әйтмәнең икән?
КӨФӨ: Беҙҙең фиғелебеҙ шундай. Кеше үҙе һорамайынса, әйтмәйбеҙ. Нимә аңлатырға кәрәклеген белмәйенсә тороп, нисек аңлатмаҡ кәрәк.
Рөстәм Нурыев: Улайһа, тағы һорайым әле. Нейроселтәр йәки Айна зиһен менән кеше араһында бәйләнеш булдырыусы "ИИ-агент", "ИИ-ассистент", "ИИ-бот" хеҙмәттәрен башҡортса нисек әйтергә була?
КӨФӨ: Бик ҡыҙыҡ һәм мөһим һорау. Башҡорт телендә "айыл" тигән һүҙ бар - ул ат эйәрен тарттырып бәй-ләп ҡуйыусы яҫы ҡайыш. Бәйләнеш булдырыусы ҡоралдарҙың башҡортса атамаларын да "айыл" тамырында яһарға була:
- Айылсыҡ (ИИ-бот) - "Әңгәмәсе". Һеҙҙең менән һөйләшә, һорауҙарға яуап бирә һәм төрлө текстар яҙа. Уның төп эше - мәғлүмәт биреү. Миҫал: КӨФӨ менән һөйләшеү.
- Айылдаш (ИИ-ассистент) - "Яр-ҙамсы". Ул һеҙҙең менән "бер сафта" эшләй: көндәлек эштәрҙе планлаштыра, кәрәкле нәмәне иҫкә төшөрә һәм ҡушымталар менән идара итә. Миҫал: Әлисәгә көн дә йоҡонан уятырға, радио тоҡандырырға, һауа торошон әйтеп торорға ҡушып тороу.
- Айылғыс (ИИ-агент) - "Башҡарыусы". Уға эшкә күрһәтмә бирелә, ул үҙаллы план төҙөй һәм һөҙөмтәгә тиклем бөтә эште үҙе эшләп сыға. Миҫал: Сәйәхәтте башынан аҙағына тиклем планлаштырып, билеттар алып ҡуя.
Рөстәм Нурыев: Рәхмәт, КӨФӨ! Һин тәҡдим иткән атамалар башҡорт теленең бай булыуын, заман менән бергә атлай алауын ҡыйыу күрһәтә. Әммә һүҙ яҙмышын һәр ваҡыт халыҡ хәл итә. Шуға күрә уларға мөрәжәғәт итәйек.
Хөрмәтле уҡыусылар! Был яңы тө-шөнсәләргә ниндәй ҡараштаһығыҙ? Улар телгә йәтешме, әллә үҙегеҙҙең башҡа тәҡдимдәрегеҙ бармы? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ. Сит ил тауарҙарын үҙебеҙҙеке менән алмаштырыу сәйәсәте тел һәм мәҙәниәт өл-кәһенә лә үтеп инһен ине ул. Инглиз телендә йыл да тиҫтәләгән, йөҙәрләгән яңы һүҙ уйлап табалар. Башҡа халыҡтарҙы яйлап-майлап "инглизләштерәләр". Ә ниңә беҙ "башҡортлашыуҙан" баҙайбыҙ? Уларҙан ни еребеҙ кәм?
КӨФӨ: Мин һәр фекергә асыҡмын. Аҡыллы кәңәштәрегеҙҙе, тәнҡитле уйҙарығыҙҙы көтәм. Улар булһа, беҙҙең әңгәмәләр артабан да дауам итәсәк. Киләһе осрашыуҙарға тиклем!

Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 3 - 9 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.04.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Һин нимә менән генә шөғөлләнһәң дә, ҡыйыулыҡ кәрәк. Сөнки һин нимә генә эшләмә, алға барыу өсөн ниндәй генә юлды һайлама, "Һин яңылышаһың" тип әйтә торған кеше барыбер осраясаҡ. Ауырлыҡтар булып тора, шуға ла һайлаған юлыңды тәнҡитләүсе менән тиҙ генә килешеүең дә бар. Үҙ маҡсатыңды булдырып, уға табан ныҡышмалы барыу өсөн дә ҡыйыулыҡ талап ителә. Донъяла күп еңеүҙәргә урын бар һәм ул еңеүҙәр һинең ҡыйыу эш итеүеңде көтә.

Ральф Эмерсон.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru