«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Рәсәй мәктәптәрендә ун меңгә яҡын уҡытыусы етешмәй. Шул уҡ хәл дауаханаларҙа ла, заводтарҙа ла һәм фәнни учреждениеларҙа ла күҙәтелә. Ни өсөн юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар бюджет өлкәһенә эшкә бармай?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

КОНТРАКТ БЕР ЙЫЛҒА ТӨҘӨЛӘ
+  - 

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған йәштәр күпләп килә.

Быны "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында пункт офицеры капитан Фәдис Солтанов баҫым яһап билдәләп үтә. Ул Махсус хәрби операция зонаһына барыу тураһында ҡарар ҡабул итеүҙең бер нисә асыҡ сәбәбен атап үтә. Капитан һүҙҙәренсә, хәҙерге йәштәр алдынғы ҡарашлы, мотивациялы һәм билдәле бер һөҙөмтәгә ынтылыусан. Шулай уҡ улар бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы саралары тураһында яҡшы хәбәрҙар. -Беренсенән, хеҙмәткә алынған яңы хәрби РФ Оборона министрлығы менән бер йылға иҫәпләнгән махсус контракт төҙөй. Тимәк, уға ошо мөҙҙәт тамамланғас, хеҙмәтте дауам итергәме, юҡмы икән, тигән уйында нығынып, ҡарар ҡабул итеү өсөн ваҡыт бирелә. Бер йыл тиҙ генә үтә лә китә бит ул.
Икенсенән, бер йыл эсендә хәрби хеҙмәткәр ярайһы ғына аҡса эшләй ала. Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең ҙур икәнен күптәр белә. Контрактҡа ҡул ҡуйғандан һуң, ул 1 400 000 һум аҡса ала: Башҡортостан Республикаһынан - бер миллион һум, Рәсәй Оборона министрлығынан - 400 мең һум. Бынан тыш, ҡайһы бер муниципалитеттар ҙа, ҡаланың йәки райондың иҡтисади хәленә ҡарап, бер тапҡыр бирелә торған түләү өҫтәй.
Өсөнсөнән, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 55 ярҙам сараһы ғәмәлдә. Әлбиттә, йәш хәрбиҙәр былар тураһында белә. Уларҙың да бит уйында киләсәктә ғаилә ҡороу, балалар тәрбиәләү, тыныс тормошта хеҙмәт юлын дауам итеү. Ғөмүмән, яугирҙар пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәттең бөтә ыңғай яҡтарын аңлай. Улар туғандарына ярҙам итергә, йорт төҙөргә, фатир һәм автомобиль һатып алырға иҫәп тота, - ти Фәдис Солтанов. Әлеге ваҡытта пилотһыҙ системалар операторҙарын туплау эше әүҙем бара. Хеҙмәткә 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге ир-егеттәр алына. Шулай уҡ 45 йәшкә тиклемге йәштәгеләр водитель, сапер, ашнаҡсы кеүек хәрби һөнәр буйынса ҡарала. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ быны Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 адресы буйынса урынлашҡан Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты аша ла эшләп була. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡалдырырға ла мөмкин.

"Киске Өфө" гәзите, №14, 10 - 16 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.26 | Ҡаралған: 245

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru